VIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияАтайсалБайгеГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьЦифровой башкирГод науки и просвещенияГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Новости

Кигинские башкиры обсудили дальнейшие планы

31 января, 15:28

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы йомғаҡтары буйынса Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

Ибрай ауылында үткән күсмә ултырышта башҡарма комитет ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждениелар етәкселәре, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, дин әһелдәре һәм Силәбе өлкәһе Һатҡы районынан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ауылдың мәҙәниәт йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм төрлө йылдарҙа «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында еңеүсе-ҡатнашыусылар өсөн аралашыу майҙансыҡтары ойошторолдо. "Айыҡ ауыл" республика конкурсы тормошҡа ашырылыуын күрһәтеүсе күргәҙмә әҙерләнде.
Уҡытыусылар «түңәрәк өҫтәл» барышында туған телде – төп байлығыбыҙҙы һаҡлау халыҡты һаҡлауҙың мөһим шарты булып тороуын билдәләне. Шуға күрә балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү методикаһын камиллаштырыуҙы даими дауам итергә, уны өйрәнеүҙе аңлайышлы, мауыҡтырғыс итергә кәрәк. Балалар менән ғаиләләрҙә туған телдә аралашыу мөһим.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының төрлө йылдарҙа финалға сығыусылары “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе, унда конкурста ҡатнашыу сиктәрендәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Майҙансыҡ эшендә конкурстың муниципаль ойоштороу комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Петр Руднев, Республика йәштәр социаль-психологик үҙәгенең Төньяҡ филиалы етәксеһе Роза Ҡыямова, Иҫке Мөхәмәт, Йүкәлекүл, Солтан, Сүрбай ауылдары әүҙемселәре һәм быйылғы конкурста ҡатнашыусылар – ибрайҙар ҡатнашты.

Тантаналы сара райондың үҙешмәкәр артистары һәм Һатҡы ҡалаһы «Йәйғор» ижад коллективы (етәксеһе - Г. Вәлиева) ҡатнашлығында сағыу концерт менән башланды.

Сараның пленар өлөшөндә ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы эшенең йомғаҡтары менән танышты.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Петр Руднев сәләмләне, төбәкте артабан үҫтереү өсөн йәмәғәт берләшмәһенең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Ғаяз Бикбулатов, алдағы йылдарға эштең төп йүнәлештәрен билдәләп, башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы хаҡында һөйләне.

Район башҡорттары ҡоролтайының 2024 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә эш йүнәлештәре билдәләнде.

Мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе – хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү, шулай уҡ спорт, мәҙәни башланғыстарҙы артабан үҫтереү, йәмәғәт берекмәһе эшенә үҫеп килгән быуынды, студент йәштәрҙе йәлеп итеү мәсьәләләре өҫтөнлөклө булып ҡала.

Һатҡы районынан килгән ҡунаҡтар дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙа һәм үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ҡыйғыларҙың тәжрибәһен билдәләне.

Сараны ойоштороусылар бөтә ҡатнашыусыларға халҡыбыҙҙың үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы.
Поделиться