VIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияАтайсалБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьЦифровой башкирГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Новости

"Мы вместе!"

20 января, 12:36

Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында “Беҙ бергә!” тип аталған бай йөкмәткеле мәҙәни сара уҙҙы.

Унда ошо ауыл ҡыҙы, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты. Сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзалары – яҙыусы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, махсус хәрби операция яугире Ринат Ҡолтөмәнов, милли ойошманың Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, район етәкселәре лә саҡырылғайны.

Ырғыҙлы быйыл “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсында Бөрйән данын яҡлай. Халыҡ берҙәм, әүҙем. Күптән түгел дөйөм көс менән яңы иман йорто ла төҙөлгән. Сараға килгәндәр тәүҙә мәсеткә инеп, имам-хатип, йома намаҙына йыйылған ир-егеттәр менән аралашып сыҡты. Ошо биләмәлә урындағы әүҙемселәрҙең, ауыл хакимиәтенең булышлығы нигеҙендә ҙур хоккей ҡабы ла асылған. Ул һис ҡасан буш тормай, балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙарҙан алып мәктәп уҡыусыларына, йәштәргә тиклем барыһы ла даими шөғөлләнә, ти ырғыҙлылар.

Клубта “Беҙ бергә!” мәҙәни сараһы патриотик рухта үтте, һәр быуын вәкилдәре, айырыуса уҡыусылар сығыштарында үҙҙәренең ысын патриоттар икәнен күрһәтте. Ырғыҙлыларҙы ҡеүәтләргә Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы егеттәре лә килгәйне. Билдәле булыуынса, улар ҙа “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсында һынау тота. Әлеге сарала Ҡаҙмаш егеттәре конкурсҡа бәйле төрлө тәҡдимдәр, идеялар менән сығыш яһаны, уларҙы Ырғыҙлы халҡы дәррәү хупланы. “Беҙ бер-беребеҙгә дәғүәсе түгел, беҙ – партнерҙар”, – тине ике ауыл вәкилдәре.

Сараға шулай уҡ "Айыҡ ауыл" бәйгеһендә ҡатнашыусы Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы вәкилдәре лә саҡырылған ине. "Беҙ бергә" исеме аҫтында үткән бай йөкмәткеле, рухлы сара ырғыҙлыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Улар төрлө идея, тәҡдимдәр менән сығыш яһаған мәртәбәле ҡунаҡтарҙың сығыштарын хуплап ҡаршы алды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Д. Ишморатова
Поделиться