Культура VIВКБНовостиБашкирский языкБашкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыШаймуратовцыКалендарь ПроектыРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районКараидельский районБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыВойлоковаляниеНаукаТатышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарАльшеевский районУрал-батырҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатТанцыАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районКигинский районВладимирКугарчинский районУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСвердловская областьПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

«Алтынсы тапҡыр бөтә донъянан килгән башҡорттарҙы тәбрикләйәсәкбеҙ»

10 сентября 2024, 09:59

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың быйыл 1 февралдә ҡул ҡуйған Указына ярашлы, республикала VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ноябрҙә үтәсәк. Республикабыҙ ошондай күләмле саралар уҙғарыу йәһәтенән бай тәжрибәгә эйә һәм уның уңышлы һәм һөҙөмтәле үтеүе, тәүге сиратта, әҙерлек эштәренә бәйле.

Сараның үҙенсәлектәре, тарихы, маҡсаттары, йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге менән танышыу өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВАҒА мөрәжәғәт иттек.

— Эльвира Ринат ҡыҙы, иң тәүҙә әҙерлек хаҡында һөйләһәгеҙ ине. Эштәр нисек бара?

— Күптән түгел, июлдә, Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов рәйеслегендә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләренең VI съезына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы булды, унда бығаса башҡарылған эшкә йомғаҡ яһалды, пландар билдәләнде. Ойоштороу комитеты координация һәм контроллек итеү ролен башҡара.

Сараның комплекслы планына ярашлы, быйыл 18 апрелдән 20 июнгә тиклем Башҡортостан Республикаһында делегаттар һайлау һәм съезд эшендә ҡатнашыу өсөн рәсми делегациялар ойоштороу буйынса дөйөм йыйылыштар (ҡоролтайҙар) уҙғарылды. Һандарға килгәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына әҙерлек барышында республика райондарында һәм ҡалаларында 63 ҡоролтайҙың дөйөм йыйылышы уҙғарылды, 318 делегат һайланды. Муниципалитеттарҙың күбеһендә улар муниципалитет башлыҡтары, республика башҡарма власть органдары вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ҡатнашлығында үтте. Йыйылыш эшендә шулай уҡ территориаль башҡорт ҡоролтайҙары ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыу йорттарынан һәм муниципалитет предприятиеларынан делегаттар ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары яуаплы булған райондарға барҙы. 14 муниципалитетта башҡорт ҡоролтайҙарының яңы етәкселәре һайланды.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә лә дөйөм йыйылыштар үтә, шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәрҙә әҙерлек алып барыла, унда делегаттар һайлау сентябрҙә уҙасаҡ. Сит ил делегациялары иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән тора.

— Делегаттар ниндәй шарттарға ярашлы һайлана? Ғөмүмән, башҡорт халҡы мәнфәғәтен яҡлау йәһәтенән һайланған шәхес ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?

— Положениеға ярашлы, VI съезд делегаты итеп 18 йәше тулған һәр башҡорт милләтле граждан һайлана ала. Бынан тыш, урындағы ҡоролтайҙарға делегат мандаттарының бер өлөшөн йәштәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бирергә тәҡдим ителә. Башҡортостан буйынса һәр район-ҡалала 4000 кешегә бер делегат, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә 2000 кешегә бер делегат иҫәбенән квота билдәләнгән.

Һис шикһеҙ, абруйлы һәм эшлекле сарала ҡатнашыу хоҡуғы алған һәр кешенең милли рухиәтебеҙҙе, туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм таратыуға, һаҡлауға тос өлөш индергән әүҙем шәхес булыуы фарыз.

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – республиканың ҙур йәмәғәт ойошмаларының береһе, уның башланғысы менән республикала байтаҡ проекттар тормошҡа ашырыла. Улар тураһында ҡыҫҡаса һөйләһәгеҙ ине.

— Ысынлап та, беҙҙең ойошма оҙаҡ йылдар дауамында бик ҙур башланғыстарҙың һәм сараларҙың инициаторы булып сығыш яһай. Бының сере ябай: ғәҙәттәгесә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумын һәм Башҡарма комитетын һөнәри һәм ижтимағи өлкәләрҙә фиҙакәр хеҙмәте менән халҡыбыҙ араһында абруй яулаған шәхестәр тәшкил итә. Беҙ халыҡ менән осрашыуҙарҙа, төрлө сараларҙа мотлаҡ теләк-тәҡдимдәрҙе теркәйбеҙ, уларҙы ойошманың төрлө йүнәлешле комиссияларында ҡарайбыҙ һәм, тап шуларҙан сығып, ойошманың йыллыҡ планын күҙаллайбыҙ, төрлө кимәлдәге етәкселәргә, шул иҫәптән республика власы органдарына мөрәжәғәттәр әҙерләйбеҙ. Халыҡ мәнфәғәтендәге бик күп рухи-мәҙәни, ижтимағи башланғыстар шәхсән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хуплау таба һәм уңышлы проект булып йәшәйешебеҙгә килеп инә, халыҡ үҫеше өсөн башҡарылған аныҡ эшкә әүерелә. Уларҙың төп асылы — милләтте алға әйҙәү, берләштереү, уның ҡеүәтен арттырыу. Мәҫәлән, республикала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булдырылды, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән дә гранттар бар. Башҡортостан Башлығы гранттары иҫәбенә күп проекттар республикала ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән илдең башҡа төбәктәрендә — Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙа ла тормошҡа ашырыла.

Миҫалдарға килгәндә, 2019 йылда республикала I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, «V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр советы» халыҡ-ара йәштәр форумы ойошторолдо, шағир һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа баш ҡалабыҙҙа һәйкәл ҡуйылды. Уларҙың барыһы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республика етәкселеге ярҙамында ойошторолдо.

2019 — 2020 йылдарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Татарстан Республикаһында, Пермь крайында, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә «Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре» проекты тормошҡа ашырылды.

Белеүебеҙсә, ҡасандыр Ҡоролтай тарафынан күтәреп алынған Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант та йыл һайын Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерә. Һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында популяр булған дата — Милли кейем көнө лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килде, һәм унда ла төрлө төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ теләп ҡатнаша.

2019 йылда башланған «Шайморатов вариҫтары» халыҡ проекты иһә — тарихыбыҙҙы һаҡлауға һәм башҡорт яугирҙәренең исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән ҙур ғәмәл. Һөҙөмтәлә байтаҡ эш башҡарылды, дивизияның 3100 яугиренең исеме һәм биографияһы аныҡланды, улар «Шайморатовсылар — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» биографик белешмәһенә индерелде. Интернетта сайт булдырылды (http://112bkd.ru/). «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы, Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы, «Туған тел — изге аманат» ата-әсәләр форумы кеүек саралар ҙа сағыу күренеш булды. Республиканың милли киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен берләштергән, тармаҡ ҡаҙаныштарын һәм проблемаларын уртаға һалып һөйләшергә ярҙам иткән «Медиайыйын» форумы ла 2021 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән үткәрелә башланы һәм бөгөн республика етәкселеге ярҙамында форматы киңәйгән, федераль кимәлдәге спикерҙар ҡатнашҡан ҙур һөнәри сара булып тора.

Йыл һайын мартта үткән «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» төбәк-ара конкурсы ла — беҙҙең башланғыс. Башҡорт ғаиләләрен берләштереү, уларҙың идеяларына этәргес биреү, милли мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән был бәйге лә хәҙер ифрат популяр.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә тормошҡа ашырылған «Тәмле — беҙ бергә!» проекты иһә — Башҡортостан халыҡтарының милли аш-һыуын популярлаштырыуға йүнәлтелгәйне. Һөҙөмтәлә республикабыҙ халыҡтарының йолалары тураһында ике тиҫтәнән ашыу фильм төшөрөлдө һәм төп республика каналы эфирына сығарылды. Проект Ейәнсура районында милли аш-һыу фестивале менән тамамланды, унда «Тәмле» проектында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла килгәйне.

— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һуңғы осорҙа тематик йылдар иғлан иткәне лә мәғлүм...

— Эйе, район һәм төбәк ҡоролтайҙарының эшен системалаштырыу маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылдан башлап тематик йылдар иғлан итә һәм уға ярашлы төп саралар серияһы уҙғарыла.

Мәҫәлән, 2020 йыл Башҡорт теле йылы булды. Төп һөҙөмтәһе — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатында республика етәксеһе Радий Хәбиров махсус Указға ҡул ҡуйҙы һәм хәҙер йыл һайын 14 декабрҙә, мәшһүр башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, беҙ Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Унан тыш, йыл дауамында «Башҡорт теле йылы» онлайн-марафоны барҙы. Проектта ҡатнашыусылар — ижади коллективтар командаһы был сараны тормошҡа ашырыу маҡсатында интернетты туған телдәге сифатлы, ҡыҙыҡлы, фәһемле видео һәм аудиоконтент менән байытты.

2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Был көслө, ҡеүәтле Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенә этәргес бирҙе, бөгөн уның эшмәкәрлеге ныҡлы системаға һалынған. Ул йылда ғына Башҡортостанда, Пермь крайында 22 башҡорт ырыуы съезы уҙғарылды. Шул йылдың октябрендә иһә Туймазы районында бөтә башҡорт ырыуҙарының йомғаҡлау дөйөм съезы (йыйыны) үтте.

Ошо йылдар эсендә башҡорт ырыуҙарының тәүге тапҡыр үҙ геральдикаһы — гербтары, гимндары ла барлыҡҡа килде. Башҡорт ырыуҙарының картаһы төҙөлдө. Был саралар әле лә дауам итә, йыл һайын төрлө ырыуҙар үҙ йыйындарын үткәрә килә.

Шул уҡ йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Рәсәй Геройы М.М. Шайморатов исемендәге ирекле мобиль отряд менән бергә Башҡортостандан тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыларының Луганск Халыҡ Республикаһына патриотик рейдын ойоштороу башланғысы менән сыҡты һәм ниәтте тормошҡа ашырҙы.

2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан иттек. Төп сара — «Ижади майҙан» проекты уңышлы тормошҡа ашырылды, йыл дауамында профессионалдар — республиканың билдәле сәнғәт, мәҙәниәт (театр әһелдәре, режиссерҙар, сценаристар, видеографтар, рәссамдар), мәғариф эшмәкәрҙәре, райондарҙағы ижадсылар йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар уҙғарҙы. Һандарға килгәндә, бөтәһе ете зона сараһы уҙғарылған, уларҙа меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

2023 йыл — Фән һәм мәғариф йылы, республикала дүрт зона майҙансығында ғилми берләшмәне йәлеп итеп, «Фәнни майҙан» проекты ғәмәлгә ашырылды.

Быйыл иһә беҙ Йәштәр йылын билдәләйбеҙ. «Рухи майҙан» зона йәштәр форумдары республиканың төрлө төбәктәрендә бара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған йәнле сара Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Ҡыйғы, Әлшәй, Асҡын, Шаран, Күгәрсен райондарында үтте, төбәк йәштәре билдәле шәхестәр менән осрашты, эшҡыуарлыҡ, рухиәт, мәғариф һәм йәштәрҙе борсоған башҡа хәҙерге заман күренештәре хаҡында әңгәмә ойошторҙо, көстәрен төрлө конкурстарҙа һынап ҡараны, танышты-аралашты.

— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә популярлыҡ яулаған «Айыҡ ауыл» бәйгеһен айырыуса билдәләргә кәрәк.

— 2024 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы «Айыҡ ауыл» конкурсын «Халыҡтың көнкүреш сифаты» йүнәлеше буйынса «Яңы замандың ҡеүәтле идеялары» исемлегенә индергәне мәғлүм. Билдәле булыуынса, «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, фән докторы, билдәле табип Сәлиә Мырҙабаева, «Айыҡ ауыл» бәйгеһе координаторы булараҡ, бәйгенең бөгөнгө форматын булдырыуға тос өлөш индерә.

Һандарға килгәндә, ошо арауыҡ эсендә 3000-дән ашыу ауыл проектта ҡатнашҡан, улар араһында муниципаль этап еңеүселәре — 261, республика этабы еңеүселәре — 51. Биш йыл эсендә 1200 тематик «түңәрәк өҫтәл» үткәрелгән, 13000-дән ашыу мәҙәни-мәғрифәт, 6000-дән ашыу спорт сараһы ойошторолған, 4500-ҙән ашыу ирекмән йәлеп ителгән. Шулай уҡ ошо осорҙа 17 балалар, 18 спорт майҙансығы, туғыҙ ял паркы төҙөлгән, туғыҙ урам, 14 йәмәғәт биләмәһе, дүрт ауыл мәҙәниәт йорто, алты мемориал яңыртылған.

Йылдан-йыл конкурс популярлаша бара, һәм республика даны Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә тарала. Башҡортостан тәжрибәһе менән Удмурт, Татарстан, Яҡутстан республикалары, Һарытау, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы әүҙем ҡыҙыҡһына, оҡшаш саралар уҙғара.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороусылар — «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, республиканың башҡа ведомстволары. Конкурсҡа ярашлы саралар Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә социаль әһәмиәтле проект үҙенең һөҙөмтәлелеген, көнүҙәклеген раҫланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илебеҙҙә алкоголь ҡулланыуҙың һиҙелерлек кәмеүен билдәләгәйне. Был, һис шикһеҙ, милләттең һаулығында ыңғай сағылыш таба. Республикабыҙҙа «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреп, беҙ ҡуйылған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Бәйгелә ҡатнашҡан ауылдар халҡы бик әүҙем, улар айыҡ йәшәү рәүешен киң пропагандалай. Ғөмүмән, проект фәҡәт республика халҡы әүҙемлеге менән уңышлы тормошҡа ашырыла. Ауылдарҙы төҙөкләндереү иһә ғаилә мөхитен яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһай, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Йыл һайын билдәләнгән уникаль тәжрибәләр, иң яҡшы идеялар башҡаларға ла алға этәргес бирә.

Әгәр 2019 йылда конкурстың муниципаль этабында республика ауылдарының ун проценты ҡатнашһа, һуңғы йылдарҙа проектта барлыҡ райондарҙың да көс һынауы мәғлүм. Һөҙөмтәлә сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткән, айыҡ тормош алып барған, төрлө үҙешмәкәр коллективтарҙа һәм спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнгән кешеләрҙең күбәйеүе, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән байрамдар һәм сараларҙың артыуы күҙәтелә.

Конкурс йылдан-йыл камиллаша бара. Ҡатнашыусылар яңы форматтар эҙләй, төрлө фәһемле саралар үткәрә, ҡайһы бер райондар берләшеп төрлө идеяларҙы тормошҡа ашыра, күрше өлкәләрҙе лә тәжрибә уртаҡлашырға саҡыра. Ғөмүмән, Башҡортостандың "Айыҡ ауыл«ды ойоштороу, үткәреү тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн ҡыҙыҡлы, уникаль күренеш булып тора. Конкурсты ойоштороусылар булараҡ, хеҙмәттәшлек өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ, эш тәжрибәләрен уртаҡлашырға әҙербеҙ. «Айыҡ ауыл» проектының хәҙер етди норматив базаһы, аныҡ һөҙөмтәләре бар.

— Былтыр бер төркөм төрлө милләт вәкилдәренә үҙенсәлекле бүләк — «Сосланбәк Тавасиев исемендәге мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә йәмәғәт наградаһы» тапшырылды. Уның маҡсаты нимәлә?

— Билдәле булыуынса, 2023 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды ярҙамында, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында, башҡа милләттәр вәкилдәре тарафынан республикабыҙҙың, башҡорт халҡының милли, ғилми, мәҙәни мираҫын һаҡлауға, нығытыуға, үҫтереүгә индерелгән әһәмиәтле өлөшө өсөн мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы булдырҙы. Был йәһәттән урынлы һәм уңышлы тәҡдим менән сығыш яһаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһына, йәғни уның ағзалары — кинорежиссёр, Рәсәй Кинематографистар союзы, РФ Кинорежиссёрҙар гильдияһы ағзаһы Булат Йосоповҡа, шағирә, тәржемәсе, журналист, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға рәхмәт.

Йәмәғәт наградаһының төп бурыстары — милләт-ара теләктәшлекте нығытыу, Рәсәйҙә, донъяла башҡорт халҡының абруйын үҫтереү, иң яҡшы социаль тәжрибәләргә булышлыҡ итеү, уларҙы таратыу, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Сосланбәк Тавасиев барельефы төшөрөлгән иҫтәлекле миҙал дүрт номинация буйынса бирелә, былтыр ул тәүге ун башҡа милләт вәкиленә тапшырылды. Тәүге сиратта был билдәле фән, мәғариф эшмәкәрҙәренең һәм ижадсыларҙың хеҙмәтен йәмәғәтселеккә тағы берҙе танытыу булып тора. Беҙ уларҙың һәр ҡайһыһына башҡорт халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да илһамлы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

Һис шикһеҙ, рухы һынмаҫ Салауатыбыҙҙы, батырҙың халыҡ күңелендә йәшәгән мөһабәт образын фәҡәт рухи көс-ҡеүәткә, ныҡышмалылыҡҡа эйә булған оло йөрәкле, илһөйәр кеше генә һынландыра алыр ине. Сосланбәк Тавасиев — тап шундай шәхестәрҙән. Йәмәғәт наградаһы республикабыҙҙың рухи-мәҙәни һәм ижтимағи тормошонда сағыу күренешкә әүерелер һәм артабан да башҡорт халҡы мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт иткән, ҡабатланмаҫ ижад өлгөләре тыуҙырған, фәнни асыштар яһаған шәхестәрҙе билдәләү йәһәтенән әһәмиәтле сара булыр, тип ышанабыҙ.

— «Без — башҡортлар» проекты тураһында ни әйтерһегеҙ?

— Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихын тергеҙеү, уларҙы халыҡҡа еткереү буйынса билдәле тарихсылар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары Юлдаш Йосопов, Салауат Хәмиҙуллин, Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡа белгестәр күп көс һалды.

Бөгөн «Без — башҡортлар» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы 20 районында йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерә. Һуңғы йылдарҙа ошо төбәктең тарихын сағылдырған «Без — башҡортлар» брошюралары донъя күрҙе һәм таратылды; тарихты, мәҙәниәтте пропагандалау һәм шәжәрә төҙөү буйынса медиа-материалдар (аранжировкалы йырҙар, клиптар һәм роликтар, этно-стилдә фотоматериалдар) булдырылды.

Бөгөн был төбәктә БР Мәғариф министрлығы ярҙамында Башҡортостан Башлығының уҡыусыларға башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш һөйләшен диалект сифатында өйрәнеү өсөн уҡыу әсбаптары булдырыу һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының мәҙәниәтен, телен популярлаштырыу йәһәтенән класс сәғәттәре үткәреү буйынса бойороғо үтәлә.

Ошонда уҡ «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһен дә телгә алайыҡ. 2021 йылдың октябрендә Туймазы районында башҡорт ырыуҙары командалары араһында күпбәйге буйынса «Бәйге» беренсе чемпионаты уҙҙы, унда «Без — башҡортлар» хәрәкәте лә әүҙем ҡатнашты. Ярыштар исемлегенә бүрәнә тартыу, мас-рестлинг, арҡан тартышыу, «башҡорт эстафетаһы» (уҡ атыу менән), суҡмар ташлау кеүек көс һынашыуҙар инде.

2022 — 2023 йылдарҙа Удмуртияның Милли сәйәсәт министрлығы булышлығында «Выль кужым-Бәйге» төбәк-ара ярыштары уҙғарылды, сарала «Йәнәй» һәм «Гәрәй» төньяҡ-көнбайыш башҡорт ырыуҙары командалары, «Докья», «Можга» удмурт ырыуҙары командалары ҡатнашты. Бөгөн «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһенең байтаҡ элементтары Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Һамар, Свердловск, Силәбе өлкәләре һабантуйҙарында ҡулланыла.

– Алда үтәсәк ҙур сараға ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?

— Бөгөнгө милли йәмәғәт ойошмалары алдында илдең милли төрлөлөгөн һаҡлау буйынса системалы эш алып барыу менән бергә дөйөм гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу буйынса мөһим бурыстар тора. Махсус хәрби операция барғанда илебеҙҙең һәм илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтарҙың ныҡлығы һынала. Бөгөн беҙгә иң мөһиме — берҙәмлек кәрәк. Милләт-ара низағ таратыуҙан тыш, башҡорт йәмғиәтен тарҡатырға маташыуҙар ҙа бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының миссияһы — илебеҙҙең ҡеүәте, мәнфәғәте хаҡына хеҙмәт итеү; республикала ғына түгел, тотош дәүләттә халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау, барлыҡ башҡорттарҙы берләштереү, улар араһында аңлатыу эштәре алып барыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы Баймаҡ ваҡиғалары ла ҡайһы берәүҙәрҙең манипуляция ҡорбанына әүерелеүен раҫлай. Халыҡты дөрөҫ булмаған фекергә инандырып, митингта ҡатнашырға саҡырғандарҙың ҡайһы берҙәре бөгөн сит илдә ҡасып йөрөй; кемдер бер нимә лә эшләмәгән, бер ҡайҙа ла саҡырмаған булып ҡыланырға маташа. Әммә ошондай хәлдәрҙе лә анализларға кәрәк, сөнки беҙ — тәрән тарихлы халыҡ һәм быуаттар дауамында барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үткән милләт. Яңы шарттарҙа Ҡоролтай төрлө саҡырыуҙарға тиҙ яуап бирә алһын өсөн, бер яҡтан — беҙҙең күп быуатлыҡ тәжрибәгә, икенсе яҡтан — хәҙерге заман технологияларын, шул иҫәптән мәғлүмәт һуғыштары үҙенсәлектәрен белеүгә таянып, илебеҙ мәнфәғәттәрендә, быйыл үтәсәк VI съезда ошондай көнүҙәк темалар тикшереләсәк. Әлбиттә, съезға әҙерлеккә ярашлы, бөгөн дә республика райондарында һәм ҡалаларында, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ошондай осрашыуҙар үткәрәбеҙ.

VI съезда шулай уҡ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу тураһында ла һүҙ йөрөтәсәкбеҙ. Исламға, йолаларыбыҙға ҡағылышлы мәсьәләләргә айырыуса баҫым яһаясаҡбыҙ, сөнки бөгөн күптәрҙең хаҡ юлға аяҡ баҫыуын күрәбеҙ. Шулай уҡ съезд барышында алдынғы ғалимдар ҡатнашлығында тарихи, этносәйәси һәм социаль-демографик мәсьәләләр буйынса ғилми форум; Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән әүҙем йәштәр ҡатнашлығында Башҡорт йәштәре форумы һәм башҡа саралар үткәреү ҡаралған.

Оло йыйында ошо йылдарҙа алып барылған эштәр өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерәсәкбеҙ. Был юлдарҙы тәүге сиратта бөгөнгө Президиум һәм Башҡарма комитет ағзаларына ла юллайым, сөнки йәмәғәт эшендә ҡатнашҡан һәр кеше, төп һөнәри эшен башҡарыуҙан тыш, үҙенең башҡа һәләттәрен дә күрһәтә, икенсенән, халыҡҡа, туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү уята, уның мәнфәғәттәрен яҡлай. Һуңғы биш йылда тупланған команда иһә һәр яҡтан әүҙем, рухлы, берҙәм булыуы менән айырылып тора һәм шуға аныҡ һөҙөмтәләр ҙә күп.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште
Беҙҙең белешмә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһы 1995 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (съезы) ҡарары буйынса ойошторолған. Биш йылға бер тапҡыр саҡырылған съезд (ҡоролтай) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары органы булып тора. 1995 йылдан 2019 йылға тиклем биш съезд уҙғарылған.

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1-2 июнендә Өфөлә үткән, унда Башҡортостандан, Рәсәйҙең 28 субъектынан һәм донъяның 19 иленән 806 делегат ҡатнашҡан.

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың 14-15 июнендә шулай уҡ Өфөлә үткәрелгән. Был юлы сара Башҡортостандан, Рәсәйҙең 33 субъектынан һәм донъяның 19 иленән 800 делегатты берләштергән.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөлә 2010 йылдың 10-11 июнендә үткән. Ул ойошманың 29 йыл эшләү осоронда иң күләмле сара тип иҫәпләнә. Съезда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандан, Рәсәйҙең 36 субъектынан һәм 15 илдән 852 делегат саҡырылған. III съезға ярашлы тәүге тапҡыр Йәштәр ҡоролтайы ойошторолған, унда меңгә яҡын делегат ҡатнашҡан.

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2015 йылдың 20-21 ноябрендә уҙған. Ул саҡта Башҡортостандың баш ҡалаһына республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан, Рәсәйҙең 31 субъектынан һәм донъяның 15 иленән 419 делегат килгән.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың 27 – 29 июнендә Өфөлә һәм Ишембай районында уҙған. Милли форумға Башҡортостандан, Рәсәйҙең 37 субъектынан һәм 26 илдән 600 делегат килгән.

Поделиться