Башкиры РФНовостиТрезвое селоИсторияБайгеГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьИжади майданКазаньЕкатеринбургВладивостокБирский районЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районПодкастыСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеНурия ИксановаНаукаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарАльшеевский районБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыАкбузатТанцыФедоровский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтайОнлайнБелокатайский районНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОСалаватДюртюлинский районСанкт-ПетербургМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районБижбулякский районТеатрСибайУчалинский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакАбзелиловский районИнтернетБСТДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанБаймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Лариса Абдуллина: «Еңеү таңы тиҙерәк атһын!»

5 июня, 10:41

— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бер нисә комиссия эшләй. Иң әүҙемдәренең береһе, халыҡ, киң йәмәғәтселек тарафынан эштәре көтөп алынғаны — ул башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссия. Был төркөмдөң эшмәкәрлегендә заманыбыҙҙың күренекле тарихсылары ҡатнаша — Салауат Хәмиҙуллин, Азат Ярмуллин, Марат Зөлҡәрнәев, Нурислам Ҡалмантаев, Салауат Ҡолбахтин, Азат Бирҙин.
Башҡорт халҡының тарихы, ғөмүмән, илебеҙҙең тарихы хаҡында балаларға, үҫмерҙәргә һөйләгәндә, шәхсән һәр саҡ ошо профессионалдарҙың эшенә, китаптарына, фекерҙәренә мөрәжәғәт итәм. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында башҡарма комитет ағзалары булып һайлағандан алып, тарихсылар менән эш, бәйләнеш бермә-бер артты. Мәҡәләләрҙә, журналға материал әҙерләгәндә улар — беҙҙең төп әңгәмәсе, фекерҙәш, автор.

Махсус хәрби операция башланып китеү менән тарихсыларыбыҙҙың береһе, атап әйткәндә, Марат Зөлҡәрнәев 2022 йылдың көҙөндәге мобилизация ваҡытында илебеҙ сигенә юлланды. Күптәр ғәжәпләнеп тә ҡалды. «Уға нимәгә кәрәк икән?» тиеүселәр ҙә булды.

«Музей» позывнойы алған дуҫыбыҙҙың был аҙымына, дөрөҫөн әйткәндә, беҙ һис аптыраманыҡ. Ғүмер юлында күп һынауҙар үткән, иң ғәзиз кешеһен юғалтҡан ир-егеткә дошмандың күҙенә тура ҡарау бер ни тормай ине, күрәһең. Ул бер кем менән дә кәңәшләшеп торманы тиерлек, үҙ алдына ирҙәрсә аҙым яһаны ла, Һарытауҙа хәрби күнекмәләр үткәндән һуң, Запорожье өлкәһенә юлланды. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың генераль директоры булып эшләгәнгә тиклем Милли музей етәксеһе булып та милли мәҙәниәтте, тарихты үҫтереүгә күп көс һалды. М. Шайморатовҡа арналған мөйөш асып, ғөмүмән, туҙан һәм үрмәкселәр донъяһы ғына тип ҡабул ителгән йортҡа нур, ҡот ҡундырып китте ул. Тарих, музей эше уға бик яҡын, шуға ла яу ҡырына юлланғанда позывнойын да «Музей» тип алды.
Дуҫыбыҙ унда ла тарих менән ҡыҙыҡһыныу эшен дауам итте. Тәүге төпләнгән урындарында музей мөйөшө булдырып, китаптар, тарихи экспонаттар тупланы. Хәҙер инде ул икенсе урынға, йылға буйындағы блиндажлы төбәккә күсте. Унда ла ҡомартҡыларын үҙе менән алды. Тыуған яҡ тураһында яугирҙәргә мәғлүмәт биреп торған мөйөштөң булыуы бик мөһим — был бит һине көткән атайсалдың бер өлөшө.
Бында Республика тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһына етәкселек иткән дуҫыбыҙ ялға ҡайтҡан арала ла ошо эшен дауам итә. Мәҫәлән, былтыр Архангел районының Оҙондар ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә иҫтәлекле таҡтаташ астылар. Был эште улар «Ун өсөнсө» — Азат Шамил улы Бадранов менән бергә атҡарҙы.

Быйыл республикала бик күп ҙур саралар була. С. Юлаевтың юбилейы, Өфө ҡәлғәһенә бәйле тарихи ваҡиғалар, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы... Быларҙың һәр береһе хаҡында тарихсыларҙың да, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең дә үҙ фекере, ҡарашы, эҙләнеүҙәре бар. Ул, мәғлүмәттәрҙе тәртипкә килтереү өсөн ошо төбәктәргә сығып, урындағы әүҙемселәрҙең сығанаҡтарын да барлай, өйрәнә. Бына әле ялға ҡайтып киткәндә лә Марат Миңлеғәле улы З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән осрашты.
«Салауат Юлаев хаҡында яугирҙәр араһында ла төрлө фекерҙәр, ҡараштар йәшәй. Беҙ күпселек осраҡта уны ҡылыс болғап, замандаштарын яуға әйҙәгән яугир тип беләбеҙ. Был — Салауат батыр асылының бер яғы. Унан тыш, Салауат Юлай улы уҡымышлы, оҫта ойоштороусы ла булған. Ғөмүмән, батырҙың шәхесен өйрәнеп, беҙ йәштәребеҙгә, йәш быуынға уның тулы ҡанлы образын тыуҙырырға тейешбеҙ. Салауат Юлаев — ул башҡорт халҡының зыялы улы. Илебеҙҙе һаҡлау һәм тергеҙеү эше ил сигендә генә түгел, илебеҙ эсендә лә барырға тейеш!» — тигән дуҫыбыҙ менән нисек килешмәйһең инде.

Әйткәндәй, гражданлыҡ позицияһы, әүҙем эшмәкәрлеге өсөн мотоуҡсылар батальонының командир урынбаҫары, өлкән лейтенант Марат Зөлҡәрнәев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Яу ҡырында ла егеттәр менән тәрбиәүи һәм аңлатыу эше алып барған, шул уҡ ваҡытта бында ла йәш быуынды тәрбиәләү хаҡында хәстәрлек күргән дуҫыбыҙға был бүләк бик килешә. Улы ла, уның юлын дауам итеп, Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих факультетына уҡырға инде.

Эш дауам итә. Еңеү таңы ғына тиҙерәк атһын!

PS: Яңыраҡ тағы бер мәғлүмәт килеп етте: Марат Зөлҡәрнәев Рәсәй Президенты В. Путиндың указы менән «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Поделиться