|
Голос курултая
БӘХЕТЛЕ ӘСӘЙ, БӘХЕТЛЕ ҠАТЫНХәйбулла районы Степной ауылында йәшәүсе Альбина Мәрхәметдин ҡыҙы Ҡоҙашева—ете балаға ғүмер биреүсе бәхетле әсә, өйөнөң йылыһын һаҡлаусы шәп хужабикә, иренә кәрәк тә, терәк тә булған тоғро ҡатын.Альбина Степной ауылында 9 балалы ғаиләлә донъяға килгән. Күмәк бала дуҫ-татыу бәхетле баласаҡ кисергән. Тик ҡәҙерлеләре баҡыйлыҡҡа иртә китеп бара. Бер туғандар бер-береһен ташламай, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә була, ярҙамлаша. Альбина кейәүгә сыҡҡас та апай-ағайҙары булышлыҡ күрһәтә. Улар, туғандарының кәңәшен тотоп, ире Йәмил Абдулла улы менән Степнойҙа төпләнергә ҡарар итеп, өй һалып сыға. Бөгөн Ҡоҙашевтар мал аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп гөрләтеп ғүмер кисерә. Ғаилә ҡороуҙарына ла 20 йыл булып киткән.
Альбина Мәрхәметдин ҡыҙы әлегә декрет ялында. Бығаса Степной ауылының «Айгөл» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән. Ҡасандыр Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған ул. Таянысы булған ире Йылайыр районы Һабыр ауылынан. Әлеге көндә Хәйбулла районының мәғариф бүлегендә хужалыҡ эштәре буйынса начальник урынбаҫары.
|