НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

БӘХЕТЛЕ ӘСӘЙ, БӘХЕТЛЕ ҠАТЫН

28 ноября 2023, 14:58

Хәйбулла районы Степной ауылында йәшәүсе Альбина Мәрхәметдин ҡыҙы Ҡоҙашева—ете балаға ғүмер биреүсе бәхетле әсә, өйөнөң йылыһын һаҡлаусы шәп хужабикә, иренә кәрәк тә, терәк тә булған тоғро ҡатын.

Альбина Степной ауылында 9 балалы ғаиләлә донъяға килгән. Күмәк бала дуҫ-татыу бәхетле баласаҡ кисергән. Тик ҡәҙерлеләре баҡыйлыҡҡа иртә китеп бара. Бер туғандар бер-береһен ташламай, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә була, ярҙамлаша. Альбина кейәүгә сыҡҡас та апай-ағайҙары булышлыҡ күрһәтә. Улар, туғандарының кәңәшен тотоп, ире Йәмил Абдулла улы менән Степнойҙа төпләнергә ҡарар итеп, өй һалып сыға. Бөгөн Ҡоҙашевтар мал аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп гөрләтеп ғүмер кисерә. Ғаилә ҡороуҙарына ла 20 йыл булып киткән.
—Мин—9, Йәмил 8 балалы ғаиләлә үҫтек. Шуға күрә лә күмәк балалар үҫтереү икебеҙҙең дә хыял ине. Шөкөр, 7 балабыҙ бер-бер артлы донъяға килде. Иң оло улыбыҙ Арсланға—15 йәш. Ул шахмат, лапта, хоккей менән мауыға, ярыштарға йөрөй. Ул атаһы өйҙә юҡ саҡта минең төп терәгем, ишек алдындағы, кәртә-ҡуралағы эштәрҙе эшләшә. Алина ҡыҙыбыҙ 7-се класта уҡый, волейбол түңәрәгендә теләп шөғөлләнә. Өйҙә аш бүлмәһендә минең ярҙамсым, бешерергә ярата. Камил улыбыҙ 4-се класта белем ала, хоккей—уның яратҡан спорт төрө, ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Футболға мөкиббән булған Рәмил улыбыҙ 1-се класта уҡый. Зарина ҡыҙыбыҙ менән Данил улыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөһә, бәләкәсебеҙ Регинаға—8 ай ғына. Балаларыбыҙҙы хеҙмәт менән тәрбиәләргә тырышабыҙ, бер-береһенә ярҙам итергә, дуҫ-татыу булырға өндәйбеҙ,—ти Альбина.

Альбина Мәрхәметдин ҡыҙы әлегә декрет ялында. Бығаса Степной ауылының «Айгөл» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән. Ҡасандыр Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған ул. Таянысы булған ире Йылайыр районы Һабыр ауылынан. Әлеге көндә Хәйбулла районының мәғариф бүлегендә хужалыҡ эштәре буйынса начальник урынбаҫары.
—Иремдән уңдым. Шулай булмаһа, күп бала табырға йөрьәт тә итмәгән булыр инем. Мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша, өйҙә шарттар булдыра. Йортобоҙға һыу ҙа, газ да үткән. Эш, аш һәм шундай көслө терәгең булған да балаларҙы үҫтереү ауыр түгел. Ҡыҙ-улдарыбыҙҙың шат тауышы ҡотло өйөбөҙҙө тағы ла нурландырып ебәрә, бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәй. Имен-һау ҙурайып, һөнәр алып, берҙәмлектә йәшәһәләр—беҙгә шул етә,—тип Альбина балаларына яҡты киләсәк теләй.
Әйткәндәй, уҙған йыл Альбина Ҡоҙашева «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Бына шундай дан әсә йәшәй Степной ауылында!

Резеда Валиева
Поделиться