НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Һәҙиәгә тоғролоҡ билдәһе

29 ноября 2022, 11:14

Ағымдағы йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре» серияһында «Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар» китабы донъя күрҙе (төҙөүсеһе — Г. Н Ҡасҡынова).

Баҫма филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынованың «Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫының аҙ билдәле биттәре» исемле инеш мәҡәлә менән асылған. Автор билдәләүенсә, яҙыусының ижади мираҫы ҙур түгел, әммә тос һәм йөкмәткеле. Шәхси архивындағы материалдарға нигеҙләнеп, Һәҙиә Дәүләтшинаның тәүге әҫәрҙәре (шиғырҙары) 1921 йылда яҙылған, тигән һығымта яһай ул.

Яҙыусының «Ырғыҙ» романы, «Айбикә», «Башаҡтар тулҡыны» повестары һәм ҡайһы бер хикәйәләре киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Г.Н. Ҡасҡынова үҙенең мәҡәләһендә Һ. Дәүләтшинаның Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалындағы музейында ҡырҡ алты йыл буйы һаҡланған шиғырҙары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тел, тарих һәм әҙәбиәт институтының Ғилми архивында һаҡланып ҡалған ҡайһы бер әҫәрҙәре тураһында һүҙ алып бара, уларҙы анализлай. «Ударник» йыры, «8-се март ударницаларына» шиғырҙарының, «Аҡыҡ бөртөктәре» очеркының тулы варианттарын асыҡлай. «Бәхет ҡошо» нәҫеренең киң йәмәғәтселеккә таныш булмаған шиғри варианты менән таныштыра, «Һырға һабағы» (1935) хикәйәһен яңы күҙлектән анализлай.

«Күңелем дәфтәренә яҙғанмын...» мәҡәләһе Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың яңы табылған шиғырҙары хаҡында. Бында Дәүләтшиндарҙың Менәүәрә Йомағолова ҡулында етмеш йылдан ашыу һаҡланған шиғри мираҫының әһәмиәте тураһында фекер йөрөтөлә.

«Хәтирәләр. Документтар» тип аталған бүлектә яҙыусының икенсе ире Зәйнулла Сафиндың ҡыҙы Рәйсә Мөхәмәтова, ҡәрҙәштәре Менәүәрә Йомағолова, Миңнур Аткинаның һ.б. хәтирәләре, 2014 йылда ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы уҡытыусыларының һәм студенттарының Һамар өлкәһе Оло Чернигов районында үткән фольклор экспедиция мәлендә Сәмсеҡәмәр Хәтипованан, Фәрихә Хөббихужинанан яҙып алған иҫтәлектәре ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Хөснә Юлдыбаеваның «Аҫыл зат», Фатима Юлтыеваның «Китап булып сығыр әле», Миңлекамал Ханисламованың «Һәҙиә Дәүләтшинаны белә инем», Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе образының прототибы», Рәхимә Сюнскаяның «Арғаяштан уҡ таныш инек» исемле хәтирәләре әҙибәнең йәш саҡтарын, тормошоноң беҙгә билдәле булмаған ҡайһы бер факттарын күҙ алдына баҫтыра.

Мөкәрәмә Садиҡованың «Юлдаш булдыҡ», Ғабдулла Байбуриндың «Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә», Рамаҙан Ҡотошовтоң " Яугир хәтирәләре«, Сәлимйән Бәҙретдиновтың «Яҙмышҡа баш эймәйенсә», Мәрғүбә Дәүләтшинаның «Яҙмыштары булды аяныслы» мәҡәләләре әҙибәнең Темников лагеры ғазаптарын үтеп ҡайтҡандан һуңғы ғүмерен, «Ырғыҙ» романы өҫтөндә ныҡышмалы эшләгән мәлдәрен һынландыра.

Китапта шулай уҡ яҙыусыға, романдың прототиптарына арналған публицистик характерҙағы материалдар — Ғәзим Шафиҡовтың «Ҡаһарманлыҡ» очеркы, ғалимә, филология фәндәре кандидаты Мәҙинә Хәмиҙуллинаның «Яҙыусының ижади шәхсиәтен өйрәнеү сығанағы булараҡ иҫтәлектәр», Фәрзәнә Аҡбулатованың «Ырғыҙ һылыуы», Рәүеф Насировтың «Ҡартатайығыҙға бағышлап китап яҙҙым... » һ.б. мәҡәләләр — бирелгән.

Юрий Ергиндың «Һәҙиә Дәүләтшинаның «11753-сө һанлы тикшереү эше»ндәге документтарының төп нөсхәһе», Марсель Маннаповтың «Ғөбәй Кирәй улы Дәүләтшиндың Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозындағы эшмәкәрлеге» исемле мәҡәләләре бығаса бик һирәктәргә генә билдәле документтарға нигеҙләнгән.

«Арнауҙар» бүлегендә Һәҙиә Дәүләтшинаның яҡты иҫтәлегенә бағышланған шиғырҙар урынлаштырылған. Улар 2010 йылда донъя күргән "Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады" (төҙөүсеһе Г.Н. Ҡасҡынова) китап-альбомындағы шиғыр-бағышлауҙарҙы ҡабатламай.

Бүлеккә Ғәлим Дәүләди, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Рауил Бикбаев, Рәмзилә Хисаметдинова, Факиһа Туғыҙбаева, Рәсимә Ураҡсина, Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Ғәзим Шафиҡовтарҙың яҙыусыға арналған шиғырҙары, Гүзәл Ситдиҡованың “Һәҙиә” поэмаһынан өҙөк индерелгән.

«Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы. Аҙ билдәле әҫәрҙәре» бүлегендә иһә яҙыусының «Аҡыҡ бөртөктәре» очеркы, «Ҡыҙыҡ минут», «Яңы йыл башы», «Таң йыры», «Яңғыҙ ҡалып», «Тәбрик итәм», « Күпме генә болот ҡабармаһын» шиғырҙары тәҡдим ителә. Әйткәндәй, очерк "Башҡортостан" гәзитендә 1935 йылдың 21 май һанында баҫылған, авторҙың китаптарына индерелмәгән.

Китапта шулай уҡ яҙыусының Рәсәй Фәнәдәр Академияһы Өфө фәнни тикшеренеү институты Тел, тарих һәм әҙәбиәт институтының ғилми архивында һәм Һәҙиә Дәүләтшинаның Бөрө ҡалаһындағы музейында һаҡланған шәхси документтарының фотоһүрәттәре бирелгән. Дәүләтшиндар ғаиләһенең аҙ билдәле фотоһүрәттәре лә иғтибарҙы ныҡ йәлеп итә, уларҙың күбеһе беренсе тапҡыр баҫыла.

Күреүебеҙсә, халҡыбыҙ тарафынан билдәле яҙыусыбыҙға иғтибар, уның шәхесе һәм ижады менән ҡыҙыҡһыныу ваҡыт үтеү менән бер ҙә генә кәмемәй, киреһенсә арта ғына бара. «Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар» китабының «Китап» нәшриәтендә мәртәбәле серияла донъя күреүе әҙибәнең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә йәнә бер етди аҙым, ижади мираҫын барлауҙа, уны уҡыусыға еткереүҙә конкрет бер сара булды. Был күркәм китап – башҡорт халҡының һөйөклө ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаға тоғролоҡ билдәһе ул.

Миләүшә ХИЗАБЕТДИНОВА
Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенты.
Поделиться