НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Новости

Күсәкәй кистәре гөрләне

22 июня 2022, 13:00

Ошо көндәрҙә «Атайсал» республика проекты сиктәрендә Саҡмағош районының Күсәкәй ауылында «Күсәкәйҙең йәмле кистәре» хәйриә концерты уҙҙы. Сараны «АИФ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышының элекке депутаты Фәрит Ғиндуллин ойошторҙо.
Концерт алдынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең һәйкәленә сәскәләр һалыу ойошторолдо. Тантанала саҡырылған ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов Саҡмағош районын үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән «Атайсал — яҡташтар берлеге көсө» проектында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Мәғлүм булыуынса, «Атайсал» проекты ҙур булмаған ҡала һәм ауылдарҙа тыуып үҫкәндәр үҙҙәренең кесе ватанына ярҙам итеү маҡсаты менән барлыҡҡа килгән проект. Фәрит Ғиндуллин «Атайсал» проектында тәүге ҡатнашыусыларҙың береһе булды һәм йыл дауамында был проектты үҫтереүгә ҙур өлөшөн индерҙе.

«Беҙ ошондай концерттарҙы дүртенсе тапҡыр ойошторабыҙ. Матур эштәр эшләп, башҡаларға ла үрнәк биргебеҙ килә. «Атайсал» проекты Башҡортостандың Башлығы Радий Хабировтың башланғысы менән тормошҡа ашырылды. Кешеләрҙең тыуған ауылдарына, тыуған яҡтарына ярҙам итеүҙәре, ҙур эштәре менән ауылдарын күтәреп ебәреүе проектта сағыла бара һәм башҡаларҙа үрнәк алып, проектка теркәлеп үҙ өлөшөн индерә ала. Проектка кереп теркәлһәң унда район етәкселәре лә, ауыл советы ла ярҙам ҡулын һуҙалар. Үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙҙы яратып, ауылдарыбыҙҙы күтәреп, улар йәшәһен өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ», - тип белдерҙе Фәрит Ғиндуллин.

Концертта татар һәм башҡорт эстрадаһының билдәле артистары Әнүәр Нурғәлиев, Айҙар Ғәлимов, Азамат Ғафаров, Айгөл Ғабдуллина, башҡорт театры йондоҙо Фидан Ғафаров сығыштары менән барлыҡ ауыл халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы.

«Атайсал» проекты бик урынлы, ваҡытлы проект. Ул ата-бабаларҙан килгән башҡорт, татар халҡының ғөрөф-ғәҙәте. Шул уҡ ваҡытта уны рәсми, дәүләт дәрәжәһенә күтәреү бик дөрөҫ тип уйлайым. Күптәр ҡыҙыҡһыналар, үрнәк алып эшләйҙәр. Шул уҡ Фәрит Хөрмәтулла улы нисә йылдар буйы үҙенең ауылына хеҙмәт иткән, «Атайсал» проектын үҫтереүгә өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Тыуған ауылыңа ярҙам итеү күңелдә була бит ул. Тыуған ауылыңа булған мөнәсәбәт, изге эштәрҙе ҡулдан килгәнсә эшләп ҡалырға кәрәк. Яҡшы эш — ул киләсәктә ҡала», — тип уртаҡлашты Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов.
Поделиться