Башкирские родаНовостиТрезвое селоИсторияБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь Радий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклорБелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьКазаньБирский районЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаБураевский районВойлоковаляниеНаукаТатышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарАльшеевский районБашкирская литератураНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатАударышБелорецкБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыБелокатайский районСалават ЮлаевЗилаирский районБурзянский районШаранский районКигинский районКугарчинский районМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районИлишевский районМоскваУфаТуризмЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районБижбулякский районУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургТатарстанБаймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Үҫәргән ырыуы

13 апреля 2022, 09:07

Үҫәргән — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышын төйәк иткән боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе. Уның икенсе исеме Мөйтән тип тә атала. Үҫәргәндар үҙ сиратында айыу, бишәй, бүре, сураш, шешәй исемле тармаҡтарға бүленә. Үҫәргән башҡорттарының тарихи тамырҙары Арал буйына һәм Һырдаръя йылғаһының түбәнге ағымына күсеп ултырған Урта Азияның төрки ҡәбиләләре менән бәйле тип иҫәпләйҙәр тарихсылар.

Һәр башҡорт ырыуының тиерлек атрибуттары бар. Үҫәргәндәрҙең ҡошо — торна, ағасы — миләш, ораны — туҡһаба, төп тамғалары — ҡойошҡан һәм әүернә.

Үҫәргәндәр үҙҙәренең легендар ата-бабаһы тип Туҡһаба улы Мөйтән бейҙе атайҙар. Әйткәндәй «Мөйтән» этнонимы ҡарағалпаҡтарҙа, үзбәктәрҙә лабилдәле. Шәжәрә буйынса үҫәргән ырыуын Мөйтән бей һәм уның улы Үҫәргән башлап ебәргән. Үҫәргәндәр Ете башҡорт ырыуы берләшмәһе (Түңгәүер, Үҫәргән, Бөрйән һәм Ҡыпсаҡтарҙың ҡара-ҡыпсаҡ, сәңкем-ҡыпсаҡ һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары союзы) составына ингән.

Үҫәргән ырыуы тамғалары: әүернә, ҡойошҡан (һәм уның варианттары)

13–14 быуаттарҙа үҫәргәндәр Яйыҡ һәм Һайылмыш (Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары буйынса, Оло һәм Кесе Эйек, Оло Юшатыр, Йылайыр, Ҡаҫмарт, Һаҡмар, Таналыҡ йылғалары үҙәндәренә, һуңыраҡ бишәй ырыуы — Әй, Йүрүҙән йылғалараның үрге ағымына күсеп ултыра.

17–18-се быуаттарҙа үҫәргән башҡорттарының бер өлөшө көнбайышҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа, Туҡ, Оло һәм Кесе Уран (Һаҡмар йылғалары ҡушылдыҡтары), Кәрәлек, Кәмәлек, Оло һәм Кесе Үҙән, Сәҙе, Оло Ырғыҙ йылғалары буйына күсеп ултыра (хәҙерге Һамар өлкәһе). Бында борондан башҡорт ырыуҙарының аҫаба ерҙәре була.

18-се быуатта үҫәргәндәр бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, юрматы ырыуҙары менән күрше була. Бөгөнгө көндә үҫәргән ырыуы башҡорттары йәшәгән территория Башҡортостандың Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондарына, Ырымбур өлкәһенең Гай, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ райондарына, Һамар өлкәһенең Оло Глушица, Оло Чернигов райондарына инә.

Үҫәргәндәр борон-борондан башҡорт халҡының ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим урын биләгәндәр. Риүәйәттәр буйынса, монгол-татар яуы осоронда Мөйтән бей башҡорттар исеменән Сыңғыҙханға барып үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы биргән ярлыҡ алған.

16-сы быуатта үҫәргән ырыуының бейе Бикбау Бөрйән, Тамьян, Түңгәүер ырыуы башлыҡтары менән Мәскәүгә барып Иван батша ҡулынан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған жалованный грамота алып ҡайтҡандар.

19-сы быуатта үҫәргәндәрҙән данлы Ҡыуатовтар нәҫеле башҡорт халҡының ижимағи тормошонда ҙур роль уйнайҙар. Башҡорт дворяндары Ҡыуатовтар кантон башлыҡтары династияһын тәшкил итә. Нәҫелде башлап ебәреүсе Үҫәргән улысы старшинаһы Ҡыуат Кинйәғолов 1775-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнашҡан. Уның нәҫелдәре кантон башлыҡтары булып таныла.

Ҡаһарман Ҡыуатов 1806–1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғыштарында ҡатнаша. 1817–1828 йылдарҙа 9 сы Башҡорт кантонын етәкләй. 200 башҡорт балаһын Санкт Петербург, Мәскәү, Ҡазан һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына уҡырға ебәреү инициаторы. Уға «Ҡаһарман кантон» исемле башҡорт халыҡ йыры бағышланған.

Әлмөхәмәт Ҡыуатов 1849 йылда Ҡаҙан ун тының философия факультетын тамамлап, шул уҡ йылды тел һәм әҙәбиәт ғилеме кандидаты дәрәжәһен ала. Донъяуи белем биреүсе башҡорт милли мәктәптәр асыуға булышлыҡ итә, улар өсөн методик әсбаптар яҙа. Уның хөрмәтенә «Ҡыуатов» исемле башҡорт халыҡ йыры бағышланған.

Ҡыуатовтар 1917–1919 йылдарҙа Башҡортостан мөхтәриәте өсөн көрәштең алғы сафында йөрөйҙәр. Ҡаҙан университетының медицина факультеты белем алған Ғүмәр һәм Усман Ҡыуатовтар Башҡортостан хөкүмәте ағзалары булып торалар. Ғүмәр Ҡыуатов Башҡортостандың тәүге һаулыҡ һаҡлау министры була. Бөгөн Республика клиник дауаханаһы уның исемен йөрөтә.

1917 йылда Башҡортостандың хөкүмәтенең тәүге рәйесе итеп үҫәргән башҡорто абруйлы мировой судья Юныс Бикбов (Ейәнсура районы Әбүләйес ауылынан) һайлана. Бикбау бей нәҫеләнән. Үҫәргән ырыуынан тағы бер күренекле шәхес Мөхәмәтхан Ҡулаев (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Ейәнсура ауылынан) 1919 йылда Башҡортостан хөкүмәтен етәкләй һәм 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә совет власы менән Килешеүгә ҡул ҡуя.

Шулай уҡ Башҡортостан мөхтәриәте өсөн милли хәрәкәтте башлап ебәреүселәрҙең береһе Аллабирҙе Йәғәфәров (Беләүтамаҡ ауылынан, хәҙер Медногорск ҡалаһы составында), дәүләт эшмәкәре Әхмәҙулла Бейешев (Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Иҙелбай ауылынан) үҫәргән башҡорттарынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр булып тора.

Хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәббәс Дәүләтшин, башҡорт яҙыусыһы, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы комиссары Ғөбәй Дәүләтшин Һамар өлкәһендәге үҫәргән башҡорттары араһынан күренекле шәхестәр булып тора (Һамар өлкәһе Ташбулат-Күстән ауылынан).

Үҫәргән башҡорттары араһынан арҙаҡлы дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яугирҙар, сәнғәт әһелдәре, журналистар һәм башҡа өлкәлә дан ҡаҙандар шәхестәр бихисап. Улар тураһында бер мәҡәләлә яҙып бөтөүе лә мөмкин түгел. Үҫәргән башҡорттары элек-электән башҡорт халҡы тормошоноң һәр өлкәһендә мөһим урын алып торалар.

Автор: Азат ЮЛАН
Поделиться