НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

«Бәләкәстәрегеҙ менән башҡортса һөйләшегеҙ, уларға бишек йырҙарын йырлағыҙ!»

7 марта 2022, 13:00

Бер танышым: «Башҡортостанда йәшәп, башҡорт булыу менән сит-ят ерҙә башҡорт булыу бер түгел ул», — тигәйне. Килешмәйенсә сара юҡ: бында, тыуған еребеҙҙә, тамырҙарыбыҙ ереккән изге төбәктә, ысынлап та, рухи йәһәттән күпкә еңелерәк, сөнки беҙ туған телебеҙ, моңобоҙ солғанышында йәшәйбеҙ, был беҙгә көс-дәрт, илһам бирә. Мәгәр ситтә йәшәп тә, рухи ҡанаттары талмаған, ҡанбабалар мираҫына хыянат итмәгән, туған телен һәм ерен өҙөлөп яратҡан илһөйәрҙәр була. Ханты-Манси округы — Юграның Приобье ҡасабаһында ҡырҡ йылға яҡын ғүмер иткән Рәйсә Аҡназарова — тап шундайҙарҙан. Уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Тыуған яғығыҙ, яҡында­рығыҙ хаҡында кәлимә һүҙ әйтегеҙ әле.

— Мин Күгәрсен районының Һатлыҡ ауылында тыуып үҫтем. Яҡындарым ябай ауыл эшсәндәре ине. Атайым Сәйет Килсенбаев тирә-яҡта билдәле умартасы булды, әсәйем Фәриҙә Ғөбәй ҡыҙы һауынсы булып эшләне. Улар биш балаға ғүмер биргән, һәммәбеҙҙе лә тормошсан, булдыҡлы, эшһө­йәр итеп тәрбиәләргә тырышты, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итте. Ғөмүмән, тормош нигеҙен тап хеҙмәттә күргән тырыш кешеләр ине улар. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе һәр саҡ белем алырға, камил­лашырға өндәнеләр. Мин — ғаиләлә өсөнсө бала. Олоғайған һайын атайым менән әсәйемә хөрмәтем, рәхмәтем арта бара — тап улар төп йәшәйеш ҡиммәт­тәрен күңелгә һалған кешеләр.

Тыуған ауылым Һатлыҡта — башланғыс, күрше Юлдыбайҙа урта мәктәптә уҡыным. Унан Күмертау педагогия училищеһына, физкультура уҡытыусыһына уҡырға барҙым. Артабан белемемде Урал дәүләт педагогия университетында камиллаштырҙым, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм социаль-гуманитар коммуникациялар факультетын тамамланым, социаль эш буйынса белгес дипломын алдым.


— Хеҙмәт юлын ҡайҙа баш­ланығыҙ?

— Ул заманда эш урынын һайлау мөмкинлеге юҡ ине: 1981 йылда мине йүнәлтмә буйынса Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы урта мәктәбенә ебәр­ҙеләр. Унда ике йыл самаһы физкультуранан уҡыттым, тәүге педагогик тәжрибә тупланым. Хеҙмәттәштәр, балалар менән аралашырға, уртаҡ тел табырға өйрәткән, һайлаған һөнәремдең дөрөҫ икәнлеген төшөндөргән осор булды ул.

— Шулай ҙа яҙмыш һеҙҙең тормош юлдарын бөтөнләй икенсе яҡҡа бороп ебәргән...

— Эйе, беҙ бер төрлө уйлайбыҙ, ә яҙмыштың үҙ ҡанундары. 1983 йылда ауылдашым, бала саҡтан бергә үҫкән, үҫмер саҡтан уҡ яратышып йөрөгән Риф Аҡназаров исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Тиҙҙән тәүге улыбыҙ Ғәфүр донъяға килде. Йәш саҡ — дәртле саҡ: Риф менән йыш ҡына киләсәк тураһында әңгәмәләшергә, хыял­ланырға ярата инек. Донъя күрге, яңы мөмкинлектәрҙе һынап ҡарағы килде. Һөҙөмтәлә беҙ 1984 йылда, Ғәфүргә ни бары ун ай ғына саҡта, Себер тарафтарына — Ханты-Манси автономиялы округына күсеп китергә ниәтләнек. Бына ошолай Приобье ҡаса­баһына килеп төпләндек... Пландар буйынса, беҙ бында биш йыл самаһы йәшәп, бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, тыуған яҡҡа кире әйләнеп ҡайтырға тейеш инек. Әммә йылдар үтеп, йәшәйешебеҙ рәтләнгән һайын, был уйыбыҙ артҡараҡ күсә килде һәм бына инде 38 йыл беҙ ошо ҡасабала ғүмер итәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Алһыу Югра ерендә донъяға килде.

1986 йылда урындағы мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы һәм социаль педагог булып эшкә урынлаштым һәм шунан бирле ошонда хеҙмәт итәм, балаларға белем бирәм.

— Ғаиләгеҙ менән яҡында­ныраҡ таныштырһағыҙ ине.

— Балаларыбыҙ ошонда үҫте, ошонда нығынды, әммә бер ва­ҡытта ла тыуған яҡ менән бәй­ләнеште өҙмәнек, балаларға ла ошо ҡиммәтте һеңдереп үҫтерҙек. Шуға ла, һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, икеһе лә Башҡортостандың юғары уҡыу йортон һайланы.

Ғәфүр улым минең юлды яҡын күрҙе: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетын тамамланы һәм әлеге ваҡытта мәктәптә эшләй, Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса эшмәкәрлеккә етәкселек итә. Киленебеҙҙе Башҡорт­остандан алып ҡайтты: Лилиә Нәҙершина — Стәрлебаш районы ҡыҙы, ул да БДПУ тамамлаған, инглиз теле уҡытыусыһы. Ғаилә­ләре татыу, матур, Аллаға шөкөр. Өс бала үҫтерәләр: Аэлитаға — 14, Әлиәгә — 10, Радмир ейәнемә 5 йәш.

Алһыу ҡыҙым М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи фәндәр-география факультетын тамамланы, ул хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә белгес булып эшләй.

2007 йылда ғаиләбеҙгә оло һынау килде — ирем Риф ҡапыл вафат булды. Был ауыр ми­нуттарҙа яҡындарымдың, дуҫ­тарымдың терәк-таянысын тойҙом, бирешмәнем. Күңел әрнеүҙәрен эш менән баҫтым, бар тормошомдо балаларыма ба­ғышланым.

— «Милли булмыш» тигән төшөнсәне нисек аңлатыр инегеҙ?

— Миңә ҡалһа, ул ҡандан, тыуған ерҙән килгән, тыумыштан бирелгән илаһи төшөнсә. Үҙебеҙҙе генә алайыҡ: тыуған ерҙән ни тиклем алыҫҡа китһәк тә, беҙ бер ваҡытта ла туған телдән, моңдан, бейеү-йырҙарыбыҙҙан, йолала­рыбыҙҙан ситләшмәнек, онот­маныҡ, киреһенсә, был — йәшә­йешебеҙҙең нигеҙе ул. Балала­рыбыҙҙы ошо рух нигеҙендә тәрбиәләнек, туған телдә һөйлә­шергә өйрәттек, йөрәктәренә Башҡортостанға һәм туған хал­ҡыбыҙға ҡарата һөйөү орлоҡ­тарын сәстек. Тамырҙа­рыбыҙҙы бел­һендәр тип, шәжәрәбеҙҙе өй­рәндек, балаларға ла төшөн­дөрҙөк. Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәрен, милли батырҙарын белһендәр, ғорур­ланһындар тип тырыштыҡ. Балалар бәләкәйерәк саҡта туған телдә китаптар, гәзит-журналдар һатып ала, яҙҙыра торғайныҡ, даими әкиәттәр, хикәйәләр уҡыныҡ, һөйләнек. Мәктәп йәшенә еткәстәр, «Әлифба» һатып алдым. Шулай итеп, улым менән ҡыҙым мәктәптә «Букварь» уҡыһа, өйҙә «Әлифба» буйынса шөғөлләндек. Балаларыма туған тел нигеҙҙәрен өйрәтеү күңелемә әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәт­лек тойғоһо өҫтәй ине. Был ғәмәл һөҙөмтәләрен бирҙе: балаларым "Әлифба«ны үҙләштерҙе, башҡорт телендә яҙырға һәм уҡырға өйрәнде. Ғаиләлә лә фәҡәт башҡорт телендә аралашырға тырыштыҡ, шуға ла балалар башҡорт һәм рус телен яҡшы белеп үҫте. Әле лә ике телдә иркен аралашалар.

Йортобоҙҙа һәр саҡ башҡорт йыр-моңо — төрлө композиторҙар ижады, халыҡ, эстрада йырҙары яңғырап тора. Ейәндәребеҙҙе лә милли рухта тәрбиәләйбеҙ. Туған телде өйрәтә­беҙ, аралашабыҙ. Уңыштар ҙа бихисап. Аэлита менән Әлиә ейән­сәрҙәрем йыл һайын «Югра халҡы ижады» район фестивалендә әүҙем ҡатнаша. Уларға башҡорт милли кейем­дәрен үҙем әҙерләйем, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ. Радмир, бәләкәй булһа ла, ситтә ҡалмаҫҡа тырыша, йырҙарҙы һамаҡлай, бейеп тә ебәрә. Бына ошондай ғәмәл­дәр аша балаларҙың күңелендә туған телгә, тарихи тамырҙарға ҡарата һөйөү осҡондары һалырға тырышабыҙ.

Дөйөм алғанда, балаларымдан ҡәнәғәтмен, сөнки ирем менән икәүләп уларҙы рухлы, маҡсатлы башҡорт халҡы вәкилдәре итеп тәрбиәләй алдыҡ. Улар башҡорт булыуы менән ғорурланып йәшәй, телен, тарихын, мәҙәниәтен белә һәм үҙ балаларында ошо тойғоларҙы үҫтерә.

– Шулай ҙа, йөрәктә тыуған яҡты һағыныу һағыштары булмай тормайҙыр...

– Эйе, сит-ят ерҙә тормош нисек кенә яйлы һәм матур бармаһын, тыуған яҡты өҙөлөп һағынған минуттар була, хәйер, ул һағыш тойғоһо йөрәктең бер мөйөшөндә һәр саҡ йәшәйҙер ул. Был тойғо тамырҙарынан айырылып ситкә киткән һәр кемгә хас, минеңсә.

Шуға ла йыл һайын тыуған Башҡортостаныбыҙға ялға ҡайта­быҙ. Ирем менән тыуған еребеҙҙә йорт булдырырбыҙ тигән хыялыбыҙ бар ине – уны тор­мошҡа ашырҙыҡ. Хәҙер унда балалар, ейәндәр менән ҡайтабыҙ, тыуған ер көсөн йыйып, һағыныу­ҙарҙы баҫып, йән рәхәтлеге кисерәбеҙ. Башҡортостанға табан юлға сыҡҡас, мотлаҡ Өфөлә туҡтап китәбеҙ, Салауат Юлаев һәйкәленә барабыҙ, милли батырыбыҙға баш эйәбеҙ. Балаларым халҡыбыҙҙың шанлы тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен белеп үҫһен һәм ғорурланһын, тип тырышам.

— Уҡыусыларға һеҙ йәшәгән Приобье ҡасабаһы тураһында белеү ҙә ҡыҙыҡ булыр, моғайын.

— Бында төрлө милләт вәкил­дәре төпләнгән. Үрҙә телгә алған «Югра халҡы ижады» фестива­лендә уларҙың төрлөлөгө, сағыу­лығы бар яҡлап сағылыш таба, кешеләр ижади юл менән тыуып үҫкән еренә генә түгел, ғүмер кисергән ергә лә һөйөүен белдерә.

Мин төрлө милләт вәкилдәре менән аралашып йәшәйем, араларында рус, азербайжан, татар, ҡалмыҡ, ҡырғыҙ, ханты, ненец, удмурт, үзбәк, мари, чечен, молдаван, белорус, коми-пермяк, латыш, украин, дағ һәм башҡа милләт вәкилдәре бар. Мөнәсә­бәттәр үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған, бер-беребеҙҙе аңлап, дуҫ йәшәйбеҙ, шөкөр. Ғөмүмән, ниндәй милләт вәкиле булмаһын, барлыҡ кешенең уртаҡ ҡиммәт­тәре бер төрлө: донъя имен-һау булһын, тыныс шарттарҙа лайыҡлы балалар үҫтерергә.

— Ә милләттәштәребеҙ ха­ҡында ни әйтерһегеҙ?

— Ҡасабала «Туғандар» тип аталған төркөм бар. Беҙ йыш ҡына аралашыр, яңылыҡтар менән уртаҡлашыр өсөн йыйылабыҙ. Шатлыҡтарыбыҙ уртаҡ, проблемалар килеп тыуһа, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға, кәңәштәр менән булышлыҡ итергә тырыша­быҙ. Бала тыуыу, туй, һуңғы юлға оҙатыу кеүек тормошсан ваҡиға­ларҙы ла бергә, башҡорт халыҡ йолаларына ярашлы үткәрәбеҙ, һөйөнөслө һәм көйөнөслө минут­тарҙа бер-беребеҙҙе терәк-таяныстан ташламайбыҙ. Ғөмүмән, яҡташтарымды бик хөрмәт итәм. Беҙ бергә һәм берҙәм.

— Хеҙмәти уңыштарығыҙ хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине.

— 2019 йылда минең өсөн иҫтәлекле ваҡиға булды: мәғариф өлкәһендәге 35 йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәтем өсөн ҙур тантанала, халыҡ алдында «Приобье ғорур­лығы» тигән награда менән бүләк­ләнеләр, фотоһүрәтемде урын­дағы Почет таҡтаһына ҡуйҙылар. Һис шикһеҙ, был минең өсөн ҙур баһа, сөнки ҡасандыр, ошо ваҡиғанан 35 йыл алда, 24 кенә йәшемдә, сит-ят ергә килеп, өр-яңы тормош башлағайным һәм ҡасандыр мине шулай ҙурларҙар, тип башыма ла килтермәгәйнем. Ошо йылдар эсендә был төбәккә еректем, иң матур, һөҙөмтәле, эшлекле йылдарым тап ошонда үтте, мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлегем өсөн алған бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары бар. Хәҙер мин Югра хаҡында «икенсе тыуған яғым» тип шикләнмәйенсә әйтә алам.

– Башҡортостандағы гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?

– Төп теләгем һәм инаныуым: балаларҙы тыуғандан алып туған телдә тәрбиәләргә кәрәк. Бәләкәс­тәрегеҙ менән башҡортса һөйлә­шегеҙ, уларға бишек йырҙарын йырлағыҙ, халыҡ әкиәттәрен һөйләгеҙ, төрлө темаларға аралашығыҙ, шул саҡта һәр бала әсә һөтө менән бергә рухи ҡиммәттәрҙе булмышына һеңде­рәсәк һәм уға артабан теләһә ҡайһы мөхиттә үҙбилдәләнешен һаҡлау еңел буласаҡ.

Рухи һәм милли тәрбиә йәһәтенән, бер генә белем биреү учреждениеһы ла, бер генә китап та ата менән әсә бирә алған тиклемде бирә алмаясаҡ. Әгәр өлкәндәр һәм бәләкәстәр араһында быуындар бәйләнеше булһа, милли тәрбиә юҫығында күсәгилешлек күҙәтелһә, туған телде, тарихты, мәҙәниәтте белгән һәм хөрмәт иткән, рухи йәһәттән тамыры ныҡлы шәхес үҫәсәк.

Башҡортостанды бар йөрәгем менән яратам һәм башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорур­ланам! Барлыҡ милләттәштәремә ҡарата һәр саҡ иң изге теләктәрҙә ҡалам.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.
Поделиться