|
![]() Голос курултая
Бөтә донъя яулыҡ көнөнә арнап. Башҡорттарҙа яулыҡ әһәммиәтеБашҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Селтәр башҡорт халыҡ кейеме студияһы етәксеһе,фольклорсы Гөлгөнә Баймурзина: Яулыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙ тормошонда оло урын биләй. Ул - мосолман ҡатын-ҡыҙының тажы. Иманлылыҡ, тәртип һәм тәүәкәллек билдәһе, һаҡлаусы ҡалҡан булып тора. Гөлгөнә Баймурзина Башҡорттарҙа яулыҡтың киң йәйелгәне уның төрҙәренән, атамаларынан һәм аксессуарҙарынан да күреп була: алҡа яулыҡ, ҡушъяулыҡ, балҙы яулыҡ, бот, таҫтарҙы ла яулыҡ тигәндә булалыр, яулыҡҡа килештерелгән төрлө аксессуарҙар, биҙәүҙәрҙең дә “һаҡалдырыҡ”, “ҡолаҡсыҡ” һымаҡ үҙенсәлекле исемдәре бар. Күбеһенең боронғо исемдәре халҡыбыҙҙың көнсығыш диалекттарында һаҡланған һәм һаман да тотонола - әлеге Ҡонашаҡ, Арғаяш, Силәбе, Курган башҡорттарында. Борон яулыҡһыҙ йөрөү бик һирәк күренеш булған. Ял иткәндә лә, эш эшләгәндә лә яулыҡты бәйләп йөрөгәндәр. Әлбиттә, был динебеҙҙән дә килә - сәс күрһәтергә ярамаған. Өләсәйҙәребеҙ әйтеүенсә яулыҡ шайтандан һаҡлаған, сәс ялбыратып йөрөгәнгә зәхмәт эләгә тигәндәр. Һәм киреһенсә - яулыҡ ябынғандар зәһмәттән һәм шайтандан һаҡланыр тигәндәр. Хәтижә бин Хувайлид менән Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙҙең фәрештә осрашыуы хәҙисәһен дә миҫал килтерәләр. Дөйөм алғанда, әлбиттә, яулыҡ һәр бер диндә, культурала ошондай “ҡатын-ҡыҙ ҡалҡаны”, әҙәпте һаҡлаусы ролен биләй. Беҙҙең һалҡын климатта иң популяр яулыҡ төрө булып шәлде әйтеп була. Башҡорт шәле – затлы бүләк. Ул тик Башҡортостанда ғына барлыҡҡа килгән, әммә даны алыҫтарға таралған хазина. Кәзә дебетенән бәйләнгән күпереп торған йомшаҡ, йылы шәл республиканың бренды тип аталыуға хоҡуҡлы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының яратып ябынған яулыҡ төрө - “француз яулыҡ”. Халҡыбыҙҙа 19-сы быуатта киң таралған был кейем элементы Наполеон яуҙарынан һуң популяр булып киткән. Башҡорт яугирҙәре үҙҙәренең әсәһе-һеңлеһе, һөйгән йәрҙәренә ҡәҙерләп бүләк иткәндәр. Шул осорҙан алып был яулыҡ милли кейемебеҙҙең бер өлөшө булып китте. Яулыҡ менән халҡыбыҙҙың күп йолалары, уйындары бәйле. Йәштәр араһында “Йәшерәм яулыҡ”, “Яулыҡ осоро”, “Яулыҡ йүгертеү”, “Лыбыр-лыбыр” уйындары билдәле. Туй йолаларында ла яулыҡ төп урын биләй. Туйға барған сананың дуғаһында бер яғында таҫтамал, икенсе яғында иһә яулыҡ бәйләнгән булған. “Килен һөйөү” йолаһында киленде ҡаршылап тәү бүләк ҡәйнәһенән бер шәл була торған, кейәүҙең еңгәйҙәре һәм апайҙары ла яңы туғандың яурынына шәл, ебәк һәки француз яулыҡ ябындыралар. Ябындырған саҡта ла киленгә “хуш килдең” тип матур теләк теләйҙәр. “Йыуаса” йолаһында ла һыйлаған саҡта булған ҡоҙағой-ҡоҙасаларға яулыҡ бүләк иткәндәр. Урал Аръяғында йортҡа беренсе тапҡыр ҡунаҡ булып килгән ҡатын-ҡыҙ затына ла яулыҡ бүләк иткәндәр. Ниндәй генә бәләкәй ҡыҙ килә икән - уны буш сығармағандар. Һәм бында ла яулыҡ - оло бүләк булып торған. Егет менән ҡыҙ араһындағы тоғролоҡ билдәһе лә булған яулыҡ. Тоғролоҡто һәм ғәилә ҡороу ниәтен күрһәтеү маҡсаты менән егет ҡыҙға яулыҡ бүләк иткән. Мөхәмәтша Бурангулов быны “ҡыҙ күҙләү” йолаһында әйтеп сыҡҡан: егет күңеленә ятҡан ҡыҙға яулыҡ бүләк иткән, әгәр ҙә ҡыҙ ҙа егетте оҡшатып кейәүгә сығырға риза булһа - ул бүләк яулыҡты ҡабул иткән. Шулай итеп яулыҡ ныҡлы ғәиләнең башланыуына ла сәбәп булған. Яулыҡ - ул башҡорт ҡатын-ҡыҙының статусын, дәрәжәһен белдергән элемент. Силәбе, Арғаяш һәм Курган башҡорттарында ҡушъяулыҡ кейәүгә сыҡҡан ҡатындың статусын билдәләгән. Ул ике яулыҡты бергә тегеп ситтәрен позумент, ваҡ тәңкәләр, мәрйен менән биҙәгәндәр. Урал Аръяғында кейәүҙә булыуҙың билдәһе - ҡашмау. Ҡашмау аҫтына ла яулыҡ кейгәндәр. «Тамға» халыҡ ара башҡорт кейеме оҫталары бәйгеһе ҡатнашыусылары Яулыҡты ябыныу тәртиптәреЙәш килендәр яулыҡты маңлайҙан артҡа, елкә яғына тартып ябынған булһалар, өлкән йәшкә еткәндәр, балалары ҙурайған ҡатындар яулыҡты алдан яҙып кейгәндәр, бөкләмәй эйәк аҫтына бәйләп ҡуйғандар. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар таҫтар кейгән. Таҫтар - башҡорттарҙа олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың башына урай торған, бер осо сигеүле оҙон аҡ митҡал йәки башҡа кизе-мамыҡ туҡыма. Ғәҙәттә, аҡ төҫтәге туҡыманан эшләгән таҫтар ябынғандар. Таҫтар яулыҡтан ҙурыраҡ, оҙонса булған. Таҫтарҙы маңлайҙы ҡаплап торған биҙәкле таҫма – һарауыс менән бергә ябыныр булғандар. Көнсығыш башҡорттарындағы таҫтарҙарҙың оҙонлоғо борон өс метрға тиклем булған. Урта һәм көньяҡ Башҡортостанда таҫтарҙы асыҡ төҫтәге ике метр оҙонлоҡтағы ситса туҡыманан эшләгәндәр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында был баш кейеме ҡыйыҡса тип аталған. Ул өсмөйөш рәүешендә булған. Башҡорттарҙа француз яулығы Халҡыбыҙҙағы бындай яулыҡтың әһәммиәте әлбиттә, динебеҙҙән килә. “Нур” сүрәһенең 31-се аятында шулай тигән: Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар; намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡла-һындар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ менән ҡулдарҙан) баш¬ҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр. «Зиннәт» тигән һүҙҙең эсендә күп мәғәнәләр ята. Биҙәнеү әйберҙәре лә, сөрмә тартыу, тырнаҡтарға ҡына һөртөү ҙә, муйын да, күкрәктәр ҙә, бармаҡтарҙан юғары беләктәр ҙә, итәктәрҙән юғары балтырҙар ҙа һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи гүзәллеге лә — зиннәт. Быларҙың барыһы ла ирҙәрҙең дәртен, енси телә¬ген ҡоторта. Шуға күрә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең матурлығын, зиннәтен асмаҫҡа, ирҙәрҙе вәсүәсәгә һалмаҫҡа тейеш») Баш яулыҡтары муйындарын, яҡаларын, күкрәктәрен ҡап¬лап торһон. Зиннәт урындарын үҙ ирҙәренән, үҙ аталарынан, үҙ ирҙәренең аталарынан, үҙ улдарынан, үҙ ирҙәренең (башҡа ҡатынынан тыуған) улдарынан, үҙ ир туғаңдарынан, үҙ туғандарының улдарынан, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдарынан, үҙенең (хеҙмәтсе) уң ҡулдары биләгәндәрҙән, үҙҙәренең ҡолдарынан, енси ихтыяжы булмаған ир хеҙмәтселәрҙән, ҡатындарҙың йәшерен ерҙәренә иғтибар итмәгән балаларҙан башҡа кешеләргә ҡатын-ҡыҙ зиннәтле урындарын күрһәтмәҫкә, асмаҫҡа тейеш. Йәшерелгән зиннәттәре беленһен, күренһен тип, (ирҙәрҙең иғтибарын тартыр¬ҙай итеп) ҡаты баҫмаһындар. Әй, мөьминәләр, барығыҙ ҙа Аллаһ алдында тәүбә итегеҙ. Ҡурҡыныстарҙан ҡотолоп, мораҙығыҙға (йәннәткә) ирешерһегеҙ. Башҡорт шәле тураһында айырым әйтергә кәрәкБыл өлөштө яҙғанда «Китап» нәшриәтенең лонгридтары тотонолдо. Яҙма сығанаҡтарҙа башҡорт шәле тураһында тәүге тапҡыр XVIII быуатта телгә алына. Ул замандарҙа шәл тик ҡатын-ҡыҙ кейеме өлгөһө булып ҡына һаналмаған. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа эстән бер ҡат уранып йөрөр өсөн ҡулланылған. Һуғылған йәки бәйләнгән шәл уртаһына биҙәктәр һалынған ситтәр ҡушылған. Тарихсылар билдәләүенсә, шәлдең меңәр йыллап тарихы бар. Сармат ҡурғандарында беҙҙең эраға тиклем V–IV быуаттарҙа археологтар Евразия боландары менән бергә йөн туҡыма ҡалдыҡтары тапҡандар. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ерләнгән урындарҙа балсыҡтан яһалған йөн иләгестәр табылған. Бронза дәүеренең ҡурғандарында иһә уртаһына ағас орсоҡ ҡуйылған таштан һәм һөйәктән эшләнгән йөн иләгестәр килеп сыға. Әбйәлил, Баймаҡ районы ауылдарында хәҙерге ваҡытта ла орсоҡ шәберәк әйләнһен өсөн таштан яһалған иләүес ҡулланыусылар бар. XVIII быуатта уҡ Пётр Рычков башҡорт шәленең үҙенсәлеген һиҙеп ҡалып, уның данын таратырға тырыша. 1766 йылда «Кәзә йөнө тураһында тәжрибә» тип исемләнгән тикшеренеү эше баҫтырып сығара. Ырымбур губернаторы вазифаһында ул урындағы башҡорт халҡының кәзә дебетен ҡулланыуына һәм ул шәлдәрҙең сифатына иғтибар итә. Башҡорттарҙың дебет менән мөғәмәлә итеүенең киң таралыуы тураһында XIX быуат аҙағы – XX быуат башында Көньяҡ Урал буйлап экспедиция барышында рус археологы, антрополог Сергей Руденко ла яҙып ҡалдырған. Был килемле кәсеп менән шөғөлләнеү башҡорттар араһында киң таралыуын билдәләй ул. 250 йыл самаһы элек был яҡтарға күсеп килгән казак ҡатындары дебет менән эш итеү тәжрибәһен үҙләштерә. Башҡорттарҙың ҡалын бәйләмдәренең нигеҙендә биҙәк һалырға өйрәнәләр. Бөгөнгө Ырымбур шәленең орнамент мотивтары шулай килеп сыға ла инде. 1867 йылда башҡорт шәле Ырымбур шәльяулыҡтары иҫәбендә тәүге тапҡыр Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһенә ҡуйыла. Ошо бренд аҫтында дебет шәлдәребеҙ XIX быуаттың башҡа халыҡ-ара күргәҙмәләрендә лә ҡатнаша. «Күп кенә рус ғалим-этнографтары башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан уҡ шәл бәйләү оҫталығына эйә булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған. Көньяҡ Урал тәбиғәте үҙе үк ошондай әйбер әҙерләүгә булышлыҡ итә. Беҙҙең шәл Ырымбур шәленә нигеҙ һалған һәм һис шикһеҙ — бренд! Мин башҡорт кәзәһенә һәм шәл бәйләгән башҡорт ҡатындарына һәйкәл ҡуйыр инем!»— билдәле журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялары лауреаты Сәрүәр Сурина шулай тине. Бөгөн шәл бәйләү биҙәү-ғәмәли сәнғәтендә үҙенең лайыҡлы урынын биләй. Бындай ҙа гүзәллекте сәнғәт өлгөһө тип атарға ла мөмкин. Башҡорт шәле Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, «Урал» галереяһының тематик күргәҙмәләрендә бар, төрлө фольклор байрамдарын биҙәй. Мәскәүҙә һәм Парижда «Тамға» күргәҙмәһе тамашасыларын таң ҡалдырған, ә Стамбул һәм Мексикала фольклор фестивалендә ҡатнашыусыларҙы шәл менән бейеүселәр әсир иткән. |