НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Азат Абдуллиндың һуңғы уҙаманы

24 июня 2021, 12:17

Уның әҫәрҙәре донъяның тиҫтәләгән иле театрҙарында ҡуйылған. Әммә ул ҡасандыр Башҡортостандан ситкә китергә мәжбүр булған... БР халыҡ яҙыусыһы, драматург, прозаик һәм публицист Азат Хаммат улы Абдуллинға 26 июндә 90 йәш тула.

Әҙиптең балалыҡ йылдары тураһында яҡын кешеләренең иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ.

"Ҡустым 8-се класты Үргендә бөтөрҙө, шунан һуң ул ваҡытта ике райондағы берҙән-бер Абзан башҡорт урта мәктәбен тамамланы. Бәләкәйҙән тиҫтерҙәре менән аралашыусан булды, улар менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Яҡшы уҡыны, тәртипле булды. Әҙәби китаптарҙы күп уҡыны, апай, мин яҙыусы булам, ти торған ине. Баласаҡ хыялы тормошҡа ашты, атаҡлы яҙыусы һәм драматург булып китте",- Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы, бер туған апаһы.
"Азатты мин 1945 йылдың 1 сентябренән, беҙҙең мәктәптә 9-сы класта уҡый башлаған сағынан, беләм. Ул йәшенә ҡарата ғәжәп етди, уйсан булды. Беҙ уйнап-көлөп, шаярышып йөрөгән малайҙарҙан, тиҫтеребеҙ булһа ла, ошо яғы менән ныҡ айырылып тора ине. 10-сы класты бөткәндә: «Донъяла билдәле яҙыусы булырға ине», — тигән һүҙҙәре бөгөнгәсә хәтерҙә уйылып ҡалған. Шул ваҡытта уҡ алға ҡарап, киләсәген уйлап йөрөгәндер, тигән фекерҙәмен хәҙер",- Миҙхәт Байназаров, һабаҡташ дуҫы

Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында белем алғас, Азат Абдуллин 1953-1956 йылдарҙа Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының аспирантураһында уҡый. Уны тамамлағас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, тиҙҙән профессиональ яҙыусы булып китә.

Азат Абдуллин тәүге әҫәрҙәрендә үк, реаль ысынбарлыҡтағы материалдарға нигеҙләнеп, заман геройҙарын һүрәтләүгә ынтыла, тормошта әүҙем позицияла торған көрәш кешеләрен күрһәтеү барған һайын асығыраҡ төҫ ала. Яҙыусы күберәк кеше, уның тормошо һәм мәғәнәһе, көрәше һәм бәхете, әхләҡи йөҙө кеүек темаларҙы күтәрә. Ижад юлының башында ул үткән быуаттың 30-сы йылдарында Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында зоотехник булып эшләп, 23 йәшендә генә фажиғәле һәләк булған шағир Сергей Чекмарев хаҡында материалдар йыя, уның тормошон һәм поэзияһын тикшереү менән шөғөлләнә. Чекмаревтың көрәш менән үткән ғүмерен һәм героик образын яҙыусы «Онотма мине, ҡояш!» исеме аҫтында сыҡҡан драмаһында һәм повесында һынландырҙы. Тап бына ошо әҫәрҙәре Азат Абдуллинға үҙ темаһын, геройҙарын билдәләргә ярҙам итте, уның яҙыусы, драматург булараҡ үҫеү юлдарын күрһәтте. Бер аҙ һуңыраҡ баҫылып сыҡҡан «Аҡтан-аҡ һөт» һәм «Ҡыҙыл ысыҡ» исемле повестарында ла автор геройҙарын тормоштоң үҙенән эҙләп тапты.

Әҙәбиәттә уңышлы эшләүе, шуның менән бергә Мәскәүҙә сыҡҡан үҙәк гәзиттәрҙә һәм журналдарҙа заман ҡуйған көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреүе, уларға принципиаль рәүештә баһа биреүе Азат Мөхәммәт улына илебеҙҙә генә түгел, донъя күләмендә танылыу алған әҫәрҙәр тыуҙырырға булышлыҡ итте. СССР-ҙың 150-нән артыҡ һәм донъяның 35 иле театрҙарында сәхнәгә ҡуйылған «Ун өсөнсө председатель» (1979 йыл) шундай үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙең береһе булды. Драманың үҙәгендә — заманынан алда барыусы кеше трагедияһы. 1985-се йылда автор уның дауамын — «Һуңғы уҙаман» пьесаһын ижад итә.

Пьесаларҙа төп көрәш донъяға, эшкә төрлөсә ҡараш, яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, хаҡлыҡ менән нахаҡлыҡ араһында бара. Сәғәҙиевты төрмәгә ултыртҡас, район етәкселәре, ҙур бәләнән ҡотолғандай, иркен һулап ҡуя. Төп герой дүрт йылдан әйләнеп ҡайта. Колхоз танырлыҡ түгел, ирешелгәндәр юҡҡа сығып бөтә яҙған, 1000 умартаның 170-е генә ҡалған, бәйгеләрҙә ал бирмәгән юртаҡтар һатылған, башҡа ярҙамсы хужалыҡтар ҙа бөлгөнлөк хәлендә. Йүнле кеше ҡалмаған, китеп бөткәндәр, ихтыяр тапалған, эшләргә теләк, һәйбәт йәшәү ынтылышы ҡалмаған, хеҙмәт кешеһенең рухы һынған... Әҫәр 70-се йылдар аҙағындағы ысынбарлыҡты дөрөҫ сағылдырыуы менән ҡиммәтле. Ләкин был проблемалар күп йәһәттән бөгөн дә ошолай уҡ бик ҡырҡыу тора түгелме ни?

«Нездешний сад. Рудольф Нуреев», Роман Виктюк театры.

Әҙиптең ижадында Рудольф Нуриевҡа арналған «Раббым баҡсаһы» (2001) драмаһы айырым урын алып тора. Унда мәңгелек идеал эҙләүгә дусар булған ижадсы яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Әҫәрҙе 2004 йылда беренсе булып Мәскәүҙә Роман Виктюктың театры сәхнәгә ҡуя. «Раббым баҡсаһы» — милли авторҙың СССР тарҡалғандан һуң 30 йыл дауамында Рәсәйҙең баш ҡалаһы театрҙары ҡуйған берҙән-бер пьесаһы. Спектакль юғары баһалана, театр уның менән тотош Рәсәйҙе урап сыға, донъяның күп кенә илдәрендә, шул иҫәптән Германияла, Англияла, АҠШ-та, Израилдә, Австралияла була.

«Пьеса әле лә сәхнәнән төшмәй, театр ҡабатлап АҠШ-та гастролдәрҙә булып, «Раббым баҡсаһы» менән Нью-Йорк, Вашингтон, Бостон, Чикаго һәм башҡа ҡалаларҙың тамашасыларын шатландырҙы. Ҙур тамаша залдары авторҙы һәм актерҙарҙы алҡыштарға күмде, күптәрҙең күҙҙәрендә йәш ине», — тип һөйләй театрҙың директор урынбаҫары Григорий Пумашев.

Драматургтың «Боҙло тәхет» пьесаһы 2013 йылда донъя күрҙе. Әҫәрҙә илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ун йыл тормошо һүрәтләнә. 1930 йылда ил етәксеһе И.В.Сталин:

«Алдынғы илдәрҙән бер быуатҡа артта ҡалғанбыҙ икән, ун йыл эсендә уларҙы йүгереп ҡыуып етергә тейешбеҙ, юғиһә беҙҙе иҙеп китәсәктәр», — тип белдерә.

Бар донъяны таң ҡалдырып ҡатмарлы, рәхимһеҙ шарттарҙа дошмандар ҡамауында, тарихи осор сикләүҙәрендә Сталин етәкселегендә хәл ителгән проблемалар һәм ул өлгөрмәгән, йә уға хәл итергә мөмкинлек бирелмәгән мәсьәләләр бөгөн беҙҙең йәмғиәт өсөн көнүҙәк һабаҡ булып тора, бигерәк тә Украина ваҡиғаларына бәйле халыҡ-ара хәл-торош шарттарында.

Йәмғиәттәге сетерекле мәсьәләләргә үҙ ҡарашы булған, уй-фекерҙәрен ваҡытында әйтә барған Азат Абдуллиндың ижадында ла, тормошонда ла сикләүҙәр һәм тыйыуҙар бихисап булды. Тәүге пьесаһы «Онотма мине, ҡояш!» (1963 й.) буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған спектаклде тамашасы бик йылы ҡабул итә, Арыҫлан Мөбәрәков, Бәҙәр Йосопова, Вәли Ғәлимов кеүек атаҡлы театр әһелдәре хуплап ҡаршы ала.

Әммә спектаклдең ғүмере ҡыҫҡа була, биш тапҡыр ғына ҡуйылғандан һуң ул КПСС-тың Өлкә Комитеты тарафынан сәхнәнән алып ташлана, йәнәһе, ул партияға ҡаршы, идея яғынан зарарлы. Бындай һығымта өсөн пьесала ни бары кешеләрҙең хөрмәтенә лайыҡ булмаған район етәксеһе образын дөрөҫ кәүҙәләндереү генә етә. Әллә замана түрәләре унда үҙҙәрен танынылармы икән? Пьеса йәш драматург өсөн бер ҡазаға әйләнә. Спектакль тыйылғандан һуң Өлкә Комитетында башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәрҙәре менән ҙур кәңәшмә үткәрелә. Республика етәкселәренең береһе трибунанан:

«Бындай «писакаларҙан» әҙәбиәттә эшләү хоҡуғы тартып алынырға тейеш», — тип белдерә.

Шуның артынса ижади коллективтарҙа йыйылыштар үткәрелеп, «зарарлы» пьесаны һәм спектаклде фашлауҙар башлана. Был осраҡта байтаҡ яҙыусылар ҙа үҙҙәрен бик үк дәрәжәле тотмай. Республиканың төп гәзиттәренең береһе «Советская Башкирия» үҙ уҡыусыларына А. Абдуллин — тунеядец (әрәмтамаҡ) тип хәбәр итә, ә унан «тунеядецтың яҡшы пьеса яҙыуы мөмкинме?» — тип һығымта ла яһап ҡуя. Етәкселек Абдуллин яҙғандарҙың береһе лә республика матбуғатында баҫылырға тейеш түгел тип, күрһәтмә лә бирә. Яҙыусы Мәскәүгә китергә мәжбүр була, ғаиләһе тарҡала.

Әммә заман Азат Абдуллиндың был көрәштә еңеүсе икәнен раҫлай. Пьеса 1967 йылда Мәскәүҙә «Театр» журналында баҫылып сыға һәм яңынан сәхнәгә юл яра. Ул башлап Мөхтәр Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ академия театрында донъя күрә, артабан илдең байтаҡ сәхнәләрендә ҡуйылып, киң билдәлелек яулай.

"Ун өсөнсө председатель"дең премьераһы 1979 йылда Евгений Вахтангов исемендәге академия театрында була. Спектакль КПСС Үҙәк Комитетының идеология мәсьәләләре буйынса секретары М.А. Сусловтың, СССР Прокуратураһының, партияның күп кенә Өлкә Комитеттарының ҙур ҡаршылығына осрай. Ләкин мәсьәләгә СССР Министрҙар Советы председателе А.Н.Косыгиндың ҡыҫылыуы, киң йәмәғәтселектең һәм үҙәк матбуғат сараларының яҡлауы, вахтанговсыларҙың ныҡлы позицияһы арҡаһында ғына спектакль ҡотҡарып ҡалына.

"Ун өсөнсө председатель", Е.Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры. Сәғҙиев - Василий Лановой

Үрҙә билдәләнеүенсә, драманың сәхнә яҙмышы артабан үтә лә уңышлы була, тик Башҡортостанда ул Мәскәүҙәге премьеранан һуң алты йыл үткәс кенә ҡуйылды.

«Илебеҙ сәхнәләрендә генә түгел, башҡа бик күп сит ил театрҙарында ҡуйылған «Ун өсөнсө председатель» драмаһы менән Азат Абдуллин башҡорт драматургияһын бөтә донъя күләменә алып сыҡты»,- Ғайса Хөсәйенов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
«Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» пьесаһы әҙиптең хаҡлыҡ хаҡында үҙ һүҙен замандаштарына ваҡытында еткереү өсөн күпме һынауҙарҙы ҡаһармандарса үтеүенең һирәк өлгөләренең береһе булды. 70-се йылдарҙағы кире күренештәр һәм уларҙың сәбәптәре тураһында башҡорт драматургы илдәге иң ҡыйыу, иң уяу ижадсылар менән бергә саң һуҡты»,- Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
«Башҡорт драматургияһында яңы бейеклеккә, үҫешкә, балҡышҡа кем рухи көс, ҡөҙрәт тапҡан? Әлбиттә, Азат Абдуллин! Ун өсөнсө рәйес Сәғәҙиевтағы ҡаһарманлыҡ әҙиптең ҡаһарманлығы түгелме ни? Сәғәҙиев образын донъя шаулатырлыҡ итеп асып һал әле! Бының өсөн бит йөрәк ярһыуы, ажары, бәғер ҡанһырауы менән ижадыңда яныу кәрәк»,- Рафаэль Аҙнағолов, БДУ профессоры.

Нахаҡ ғәйепләүҙәр, нигеҙһеҙ ҡыйырһытыуҙар әҙипте сыныҡтырыу менән бергә, уның үҙенең башҡаларға ҡарата иғтибарлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәтен көсәйтә. Күп осраҡта лайыҡһыҙ булып та, юғары исемдәр, наградалар өсөн хатта йәндәрен һатырға әҙер тороусылар була.

Ә бына 1988 йылда «Ун өсөнсө председатель» драмаһы республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһына тәҡдим ителгәс, Башҡортостандың бер ниндәй наградаһына эйә булмаған Азат Абдуллин, үҙе кеүек күп эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән дуҫы, хәҙер инде мәрхүм Рәми Ғарипов файҙаһына премиянан баш тарта. Ошо үҙе генә лә уның юғары кешелек сифаттары тураһында һөйләмәйме ни?

Эйе, әҙип тормош ығы-зығыларынан, ваҡлыҡтарынан өҫтөн торҙо, юғары була белде. Яҙыусы исеменә, яҙыусы әхлағына, намыҫына тап төшөрмәне. Бөгөн Азат Мөхәммәт улы автобиографик роман өҫтөндә эшләй. Уның һәр әҫәре көтөп алына.

Азат Абдуллинға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Юлай Солтанбаев
РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы
Поделиться