Ҡоролтай тауышыVIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаШаймуратовцыКалендарь Радий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод науки и просвещенияБирский районЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районКараидельский районПодкастыБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарАльшеевский районУрал-батырБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауТанцыАударышМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медКурайКумысБашкирская лошадьСМИДуванский районСпортАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Йөрәгендә — арыҫлан ғәййәрлеге!

4 июня 2021, 12:45

Кәүҙәгә йәтеш кенә, зәңгәр күҙле, аҡ сәсле ханымды Башҡортостанда белмәгән кеше юҡ. Башта ул республика халҡына зәңгәр экрандар аша танылһа, хәҙер юғары вазифаларҙа, мөһим дәүләт эшендә булыуы менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында 1973 йылдың 19 авгусында тыуған. Йондоҙнамә буйынса йылы — үгеҙ, айы — арыҫлан. Моғайын да, был йондоҙлоҡ уға етәксе булыу, лидерлыҡ сифаттарын, арыҫлан йөрәген дә һалғандыр. Үтә лә яуаплы һәм ауыр йөктө тейәп, маҡсатына табан тәүәккәл алға барыусы халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙҙарының береһе — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы ла. Ул — Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе.

Инештә бар хикмәте

Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана Эльвира. Ваҡытында әсәһе тамамлаған Белорет педагогия училищеһына уҡырға барыуы ла шунан. Тап шул осорҙа матбуғатҡа мәҡәләләр яҙа башлай. Училищены ҡыҙыл дипломға бөтә. Шуға ла уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлегенә имтиханһыҙ алалар. Өфөгә килергә әхирәте, хәҙер инде танылған журналист Гөлназ Яҡупова дәртләндерә. Икенсе курста уҡығанда тормошҡа сыға. Бишенселә ҡыҙҙары Диана тыуа.

Беренсе курстан һуң практика үтергә "Молодежная газета«ға бара. Савельев баш мөхәррир булып эшләгән баҫмала, уның ҡәләменең ҡеүәтен тойоп, эшкә лә алырға булалар. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса, уның тәүге рәсми эш урыны — телевидение була. Ҙур кастингты үткәс кенә асылып китә уға зәңгәр экрандарға ишектәр. Реформалар арҡаһында атамалар үҙгәртелмәһә, хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу булыр ине — телевидение һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай.

Ҡыҙыҡай атаһының әсәһе Сәкинә өләсәһенә Златоустҡа ҡунаҡҡа килгәндә ҙур уйынсыҡтар магазинына барырға, ундағы әкиәт геройҙары менән осрашырға ярата. Пушкин әҫәрҙәре геройҙары, Буратинолар һатылған кибет, карусель — өләсәйгә бәйле хәтирәләр мөғжизәүи донъяны хәтерләтә. Учалылар атайҙың әсәһен өләсәй тиһәләр, әсәйҙекен — әзәй тиҙәр икән. Эльвираның әсәһе менән атаһы Байрамғолда йәшәгәнлектән, бала сағы күберәк бәләкәй генә буйлы Әшрәф әзәһе янында үтә. Ул да ҡыҙын үтә лә яҡын итә. Ғаиләһе Ҡаҙағстанға күсергә ҡарар иткәс, әсәһе, әзәң менән хушлаш, тип, Әшрәф өләсәһенә ебәрә. Йәтеш кенә кәүҙәле ҡатын, өшөгәнлектән, йыш ҡына мейесте яға ла, һүрелә төшкәс, уның өҫтөнә менеп ултырып йылыныр була. Һуңғы күрешеүҙә лә Эльвира уны шул мейес өҫтөндә килеш тап итә. Осрашыуҙың һуңғы икәнен тойғандай, өләсәһе «ҡабат күрешмәҫбеҙ инде» тип әйтеп һала. Ҡәҙерлеһенең алдына ятып һулҡылдап илай ҡыҙ. Ҡарағанда ҡалаһында йәшәй башлағас, март айында, уның үлеме хаҡында телеграмма килә. Атаһы менән әсәһе Эльвираһыҙ ғына өләсәһен ерләргә Башҡортостанға ҡайта. Улар әйләнеп килгәнсе, бәлки, ул хәбәр дөрөҫ түгелдер, тигән өмөт күңелен йылыта. Әммә ҡыҙыҡайҙың рухи донъяһы маяғы булған, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәткән, бергә еләккә йөрөгән, тәмле сәйҙәр менән һыйлаған, тормош иптәше фажиғәле үлеп, йәшләй тол ҡалған 62 генә йәшлек аҡыллы, сабыр өләсәһе мәңгелек йортҡа күскән була.

Яу ҡырында бер бармағын өҙҙөргән атаһы яғынан Шаймарҙан олатаһы, Шайморатов дивизияһында хеҙмәт итеп, данлы һуғыш юлын үтә. Ҡыҙыҡай уның Орлик тигән аты менән танктарға ҡаршы барыуы хаҡындағы яу хәтирәләрен тыңларға ярата, миҙалдарын ҡараштыра. Олатаһы оҙаҡ йылдар Златоуста йәшәһә лә, ҡартайған көнөндә Учалыға ҡайта. Олоғайып донъя ҡуя, Учалыла ерләнә. Эльвира төҫө менән ошо ҡартатаһы яғына тартҡан. Туйға саҡырыу ҡағыҙы тотоп, тормош иптәше Илгиз менән тупһаһын ашатлап ингәс, олатаһының: «Әхмәҙулла ҡарт көслө бит! Һеҙҙең дә балалар аҡ сәсле, күк күҙле булып тыуыр», — тип тантана итеүендә тамырының көсө менән ғорурланыу, бер аҙ маһайыу ятыуын хәҙер аңлай Эльвира. Ҡыҙ фамилияһы Әхмәҙуллина бына кемдән, зәңгәр күҙле, аҡ сәсле Әхмәҙулла ҡарттан икән. Тәрбиә йәһәтенән, хәҙер инде әсәһе — үҙенең ике ҡыҙына, үҙе лә Сафия исемле ҡыҙсыҡҡа «әзәй» булғас, Әшрәф өләсәһенең рухи донъяһында тотҡан урыны ҙур булыуын билдәләй.

«Атайым Учалы районы Туңғатар ауылынан. Барын-табындар. Силәбе өлкәһенә яҡын ғына булғанлыҡтан, бала сағында Златоуст ҡалаһына күсеп киткәндәр. Рус мөхитендә үҫкән, белем алған. Шуға тик русса һөйләшә ине. Инәйем минең менән тик башҡортса аралашты. Билингвизм концепцияһын минең миҫалда аныҡ күрергә була: атай-әсәйҙең һәр береһенән — берешәр тел. Баланы телгә нисек өйрәтергә тиһәләр, үҙемдең миҫалды килтерәм. Атайым русса өндәшһә, аңламаһам, әсәйемдән һорап белә инем»,— ти Эльвира Ринат ҡыҙы, бала сағын хәтерләп.

Әсәһе, Гөлсирә Йосоп ҡыҙы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған. Математиканан көслө булғас, күптәр уның шул юлдан китәсәгенә шикләнмәй. Әммә ул үҙенә ауырыраҡ булған юлды һайлай.

«Өйгә күпме шаршау кәрәклеген, төҙөлөшкә нисә кирбес китәсәген дә ул һә тигәнсе һанап сығара. Һуңғы йылдарҙа башланғыс кластарҙа уҡытты. Инәйем — педагог. Балалар менән эшләргә ярата. Бүләсәре Сафия тыуғас ҡына мәктәпте ҡалдырҙы»,— ти Эльвира Ринат ҡыҙы.
«Айыҡ ауыл» бәйгеһе ваҡытында

Мөхәббәтле, тимәк, бәхетле!

Тормош иптәше Илгиз менән улар 27 йыл бергә. Эльвира иҫәпләүенсә, иренең иң аҫыл сифаттары — уның әҙәпле һәм тоғро таяныс булыуы, бер ҡасан да шиккә һалмауы, ышаныслы, һәр ваҡыт һүҙендә тороуы. «Тәбиғәтебеҙ менән икебеҙ ике төрлө. Ул публика кешеһе түгел, йомоғораҡ һымаҡ. Ҡыҙҙарыбыҙҙың да холҡо айырыла: олоһо кеше араһында булырға яратһа, кесеһе тынысыраҡ. Бәләкәйе атаһына тартһа, Диананы үҙемә оҡшатам», — ти ул.

«Диана — беҙ студент саҡта тыуған бала. Тәүҙә Йәштәр урамындағы дөйөм ятаҡта йәшәнек. Аҙаҡ фатирға күстек. Аграр университетта уҡыған ағайым да беҙгә туҡтала ине. Ҡунаҡтар килһә, бер бүлмәле фатир тип тормай, ҡунырға ҡалдылар. Әсәйемдәр Себерҙән ҡайтһа, беҙгә төбәп килде. Кешенән өҙөлмәнек. Бер мәл хәтерҙә уйылып ҡалған: Башҡортостан тарихынан имтихан тапшырырға тейешмен. Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында ишек төбөндә уҡып ултырғаным иҫтә ҡалған. Диананы, ҡәйнәм бушамағанда, иремдең ҡустылары ла, ике туғандар ҙа күмәкләп ҡараны. Күршеләр ҙә ҡушылып китте. Инәйемдәр Учалы яғына ла алалар ине. Диананың үҫеш офоҡтарын сикләмәнек. Бәләкәй сағынан «Тамыр» балалар студияһына йөрөй башланы. Ҡайнап торған тормошҡа эләкте. Ҙур концерттарҙы алып бара ине. "Байыҡ"та ҡатнашып, икенсе урын яуланы. Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә йөрөнө. Әммә профессиональ сәнғәт буйынса китмәне, медицина юлын һайланы. Бөгөнгө көндә ул — балалар хирургы, уролог. Ҡайнымдың юбилей концертында «Күҙ нуры» йырын башҡарғас, уның йырсы һөнәрен һайларға тейеш булғанын әйттеләр. Бәләкәй ҡыҙыбыҙ Әмилә рәссамлыҡ һәләтен асты. 13 йәше туласаҡ ҡыҙыбыҙ художество мәктәбендә уҡый. Замана балалары икенсе төрлө фекерләй, тормошҡа ҡараштары башҡа, бөтә нәмәне һәр яҡлап анализлайҙар, беҙгә бөтөнләй оҡшамаған быуын үҫеп килә. Әмилә дизайнер булырға хыяллана», — тип һөйләй Эльвира, әсәлек хистәре менән бүлешеп.

...Ҡаҙағстанда ҡаҙаҡса белеү мотлаҡ булыу сәбәпле, ул туғандаш халҡыбыҙ телен дә яҡшы үҙләштерә. «Мин уҡыған рус мәктәбендә ҡаҙаҡ теле дәресе инә ине. 90-сы йылдарҙа ныҡ ҡына сыуалыштар булып алғанын беләһегеҙ. Ҡаҙаҡса һөйләшмәгән рустарҙы илдән сығып китеүҙәрен талап иттеләр. Беҙ йәшәгән эшселәр ҡасабаһында шулай ҡаҙаҡ телен белмәгәндәр өйҙәрен ташлап ҡайтып китергә мәжбүр булды. 5 — 9 ҡатлы бейек йорттар бушап ҡалды, ҡасаба эшсе ҡулдарҙан яҙҙы. Ошондай өйҙәрҙең беренсе ҡатына ҡаҙаҡтар мал индереп аҫырай башланы. Был — бик аяныслы, әрнеүле тарих. Шуға ла милли мәсьәләлә үтә һаҡ ҡыланырға кәрәк.

Ҡаҙаҡтарҙың милли кейемдәргә, йолаларға, телгә иғтибарлы булыуы һоҡландыра ине. Туй барғанда тирмә ҡуялар, милли кейемдәр кейәләр. Малайҙарҙы бабаға ултыртыу йолаһы тотош бер байрамға әйләнә. Уның сәбәпсеһенә ҙур-ҙур бүләктәр бирәләр. Дин, этник йолалар йәһәтенән яңырыш осорона шаһит булдым», — тип иҫкә ала ул ошо ваҡыттарҙы.

Ғаилә бергә йыйылғанда

Ғаилә — төп терәге

Ҡайныһы — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Азат Айытҡолов, матбуғат өлкәһендә эшләгән ҡәйнәһе Фәниә йәш ғаиләгә башта — матди йәһәттән, аҙаҡ, балалары тыуғас, уларҙы ҡараша, үҫкәндәрендә рухи терәк була. «Ҡайным-ҡәйнәм, һәр ваҡыт ҡурсалап, кәңәштәре менән ярҙам итте. Хәҙер беҙ — уларға терәк. Ҡәҙерлеләребеҙ — рухиәт, халыҡ ижады, аҡылы, тарихы, йолалары, тәрбиә сығанағы. Ҡайным, мин инде артист түгел, педагог тип әйтергә ярата. Ул — Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурайсылар факультеты деканы. Күберәк шуға һөйләгәне, борсолғаны тәрбиә, студенттары хаҡында. Ҡурайсы сығыуы мөмкин тиһәләр, ул, сит ҡалаға барып, дәрестәр биреүе, уҡыусыһы хаҡында хәстәрлек күреүе бар. Бер нисә ҡалала дәрестәр алып барҙы. Башҡорт халыҡ йырын партитураларға һалыуы — үҙе бер ваҡиға! Академик ансамбль төҙөү — әле уның хыялы. Ҡайным — алсаҡ һәм асыҡ кеше. Ул төрлө идеялар менән яна, халыҡ яҙмышы, киләсәге, тарихы хаҡында киң фекер йөрөтә. Үҙе етем үҫкәс, ғаилә ҡәҙерен белә. Кешегә кәрәкте үҙ мәнфәғәтенән өҫтөн ҡуя», — Эльвира Ринат ҡыҙының һөйләгәндәренән уның бәхетле ғаиләгә килен булып төшөүен аңларға була.

Ире — Илгиз Азат улы — һөнәре буйынса юрист, «Вся Уфа» телеканалында директор урынбаҫары булып эшләй. Илдәге сәйәси хәлдәрҙе, Эльвираның эшенең ҡатмарлыҡтарын яҡшы аңлай. Ҡатынын алға ынтылырға, ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа дәртләндерә. Кандидатлыҡ диссертацияһын да яҡлап ҡуйырға ул этәрә. Ҡайҙалыр юлға сығырға кәрәккәндә лә Эльвира, балалар ҡарауһыҙ, тип борсолмай. Сөнки ире уларҙы яҡшы хәстәрләүен белә.

Ҡоролтай — милләт мәнфәғәтен ҡайғыртыусы

Йәмәғәтселек эштәрендә электән ҡайнап йәшәгән, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтында тәжрибә туплаған Эльвира Айытҡоловаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын етәкләүҙе ышанып тапшырыуҙары тәбиғи килеп сыға. Эшкә кешеләрҙе нисек йәлеп итергә, проекттарҙы тормошҡа ашырырға — етәксенең маҡсаттары аныҡ, аҙымдары ышаныслы.

«Үҫешем өсөн ҙур мөмкинлек тип ҡабул иттем был ышанысты. Ҡоролтайға мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла ярҙам итеп бөтөп булмай. Милли, коммерциялы булмаған ойошмалар, федераль закондарға ярашлы, ябай һәм аңлайышлы ҡағиҙәләр буйынса йәшәй. Улар Грант ярҙамында проекттарҙы тормошҡа ашыра. Уның үтәлергә тейешле аныҡ билдәләнгән ваҡыты бар. Шуға ярашлы, беҙ ҙә үҙгәрергә тейешбеҙ. Башҡарма комитетҡа килгәндә, кешеләр бушҡа, идея өсөн эшләй. Азат Бирҙин, Юлдаш Йосопов, Лариса Абдуллина, Салауат Хәмиҙуллин, Сәлиә Мырҙабаева, Ринат Рамаҙанов, Искәндәр Сәйетбатталов, Хөрмәтулла Үтәшев, Тәнзилә Үлмәҫбаева, Гүзәл Хәсәнова, Рәсих Хәмитов, Сынтимер Баязитов, Азат Ярмуллин — һеҙ уларҙы беләһегеҙ. Янып йөрөгән алдынғы ҡарашлы шәхестәр. «Айыҡ ауыл» проекты, Шайморатов тураһында китап — конкрет эшләнгән эштәр. Һәр бер ырыуҙың гербы, гимны барлыҡҡа килде. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы документ булып сыҡты. Тотоп ҡарарлыҡ эштәр бик күп. Ҡоролтай ни өсөн бында ҡыҫылмай, тегендә өндәшмәй, тип мөрәжәғәт итәләр. Беҙҙе һәр ваҡыт ҡайҙалыр, ниндәйҙер эшкә йәлеп итергә тырышыуҙарын көсһөҙ позиция, тип билдәләйем. Ығы-зығыға инеп китеп, ваҡыт әрәм ителә, аҙаҡ уның һөҙөмтәһе, халыҡ өсөн файҙалы булырлыҡ сиселеше лә юҡ. Һәр кем, кеше булараҡ, башҡорт булараҡ, үҙ фекерен аныҡ итеп еткерһен, хоҡуҡтарын яҡларға өйрәнһен ине. Беҙ бит конкурентлы мөхиттә йәшәйбеҙ. Беҙҙе кәмһетәләр, ҡыҫырыҡлайҙар икән, үҙебеҙгә көслө булырға кәрәк. Конфликтҡа инергә этәргән кеше үҙе ҡурҡаҡ, утҡа ташланырға әҙер түгел кеше булып сыға. Сәйәси иҫәп тә, аҡсаға шул фетнәне тыуҙырырға тырышыусылар ҙа бар. Эшләгән һәм эшләмәй башҡалар эшләгәнде тәнҡитләгәндәр осрай. Улар хатта популярыраҡ. Үҙен иң-иң тигән халыҡ үҙен үҫештә иҫбат итергә тейеш. Донъяуи үҫеш беҙҙең халыҡ менән бәйле булһын. Бына Тамара Танһыҡҡужина иң-иңлеген донъя буйынса чемпионлығы менән иҫбатланы. Беҙгә берләшергә кәрәк, сөнки һаман да тарҡаубыҙ», — рәйестең был фекерҙәрендә әрнеү ҙә, ҡурсалау ҙа, яҡты киләсәккә илтеүсе юлды күҙаллау ҙа бар.

Закондар кеше хоҡуғын яҡлаһын!

«Мәғариф тураһында закон ҡабул ителгәндә, беҙгә башҡорт телен өйрәнергә кәрәкме-юҡмы, ғариза яҙыу мотлаҡмы-юҡмы, тигән кеүек бик күп һорауҙар ҙа килеп тыуғайны. Бөгөн был Закондың икенсе яғын күрәбеҙ: ата-әсәнән ғариза бар икән, бала ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, туған телен өйрәнеүҙе тәьмин ителергә хоҡуҡлы. Төркөм йыйылһа, урындағы хакимиәт уларға башҡорт телен өйрәнергә шарттар тыуҙырырға тейеш. Ошоно беҙҙең ата-әсәләр белһен һәм, талап итеп, үҙ балаларын туған телдә уҡытһын ине. Милли мәғарифҡа килгәндә, яңы көйләү ғаризаға бәйле. Уны яҙырға кәрәк. Ата-әсәләрҙән әсбаптарға, белем биреү кимәленә бәйле тәнҡит ишетергә тура килә. Прокуратура менән ошо мәсьәлә буйынса осрашыу үткәрҙек. Уларға ла тәғәйен һорауҙы бирҙек. Закондың беренсе өлөшөнә иғтибар бар, икенсе өлөшөн дә тикшерергә кәрәк, сөнки ата-әсәләр ғариза яҙа, әммә төркөм асылмай. Прокуратурала беҙгә, был хаҡта ата-әсәләрҙән хоҡуҡтары сикләнеүе тураһында ялыу юҡ, тип яуап бирҙеләр. Икенсе ҙур мәсьәлә милли мәктәптең айырым статусына ҡағыла. Өфө ҡалаһында башҡорт телендә уҡытҡан яңы мәктәп асыуҙы һорайҙар. Әммә 2-се лицейҙа балалар етерлек кимәлдә түгел. Шуға башҡорт мәктәптәре полилингваль да булырға тейеш. Замана башҡорто сит телдәрҙе лә белһен. Милли мәктәпкә эләгергә ашҡынып торһондар, конкурс булһын унда. Уҡытыусылар съезынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ошо инициатива менән сыҡҡанда, күрше төбәктәрҙең был мәсьәләне күтәреүгә бөгөн әҙер түгеллеген күрҙек. Әлеге мәлдә милли мәктәптәр бар, әммә улар тураһындағы законда бер һүҙ ҙә юҡ. Артабан да ошо йүнәлеш буйынса эшләйәсәкбеҙ», — ти Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова.

Кәйеф үҫешкә илтһен

«Айыҡ ауыл» конкурсы йыл да үтә, йылдан-йыл дәрәжәһен күтәрәбеҙ. Айыҡлыҡты түгел, ә кешеләрҙең шуға йүнәлеш алыуын финанслайбыҙ. Ысын конкуренция, ярыш ҡомары ҡабынһын. Һеҙ килегеҙ ҙә матурлағыҙ, беҙ ҡарап ҡарарбыҙ, тигән ҡараш урынһыҙ. Ә бында улар ауылдарын төҙөкләндереү буйынса үҙ ынтылышын күрһәтә. Енәйәтселек, законһыҙ иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш, уңышлы ғаиләләр, демографик хәл торошон ҡарап барабыҙ, төрлө яҡлап тикшерәбеҙ. Һәйбәт проект үҙен аҡланы һәм ул йәшәргә тейеш. Август айында киләһе ярышҡа ғаризалар ҡабул итә башлайбыҙ. Ә ҡатнашҡан ауылдар отолоп ҡалмай. Еңеү-еңелеү мөһим түгел, ошо кәйеф, маҡсат һаҡланып ҡалһын. Йыл эсендә берәү ҙә иҫерткес эсемлектәрҙән ағыуланып үлмәһә, ғаиләләр имен, тыныс булһа — шул мөһим», — ти Ҡоролтай етәксеһе.

Пермь өлкәһендә Исмәғил Тасимов һәйкәлен асыу күҙ уңында тотола. Шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында, мәктәптәргә биш яҙыусының исеме бирелде, шуларҙың икәүһе тере — Ноғман Мусин менән Мәрйәм Бураҡаева. Был мөмкин булһын өсөн Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Исемдәрҙе мәңгеләштереү Комиссияһы Положениеһына төҙәтмәләр индереү Ҡоролтай тәҡдиме менән башҡарылды.

«Шәхестәргә һәйкәл асҡанда ла беҙ йүнәлеш бирәбеҙ, өҫтәлмә мәғлүмәттәр табабыҙ. Тарихсылар үҙҙәре барып, урындағы халыҡ менән аралашып ҡайта. Бындай эштәрҙә урындан инициатива булырға тейеш», — ти Эльвира Ринат ҡыҙы.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 210 йыл тулыуға арналған сараларҙа «Төньяҡ амурҙары» проекты тотош халҡыбыҙҙы ҡуҙғатырға тейеш, тип күҙаллана. Һыбай Бородиноға тиклем ата-баларыбыҙҙың юлын үтеү өсөн етди әҙерлек тә кәрәк. Белеүебеҙсә, һуғышта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡатнашҡан. Был саранан гүзәл заттарыбыҙ ҙа ситтә тороп ҡалмаҫ, моғайын. Башҡорт аты көнө лә тотороҡло йола рәүешенә инер, тигән өмөт бар.

Ҡоролтайҙы, халыҡ менән дәүләт араһын көйләүсе, диалог урынлаштырыусы, милләтебеҙҙең мәнфәғәтен ҡанун, документ ярҙамында тормошҡа ашырыусы, тип тә ҡабул итергә кәрәктер. Ҡоролтайыбыҙ, халҡыбыҙҙың йөрәк һүҙен ишетеп, уға яуап биреп өлгөрһөн өсөн бар күңелен, зирәклеген һала Эльвира Ринат ҡыҙы етәкләгән команда.

Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров булдырған «Атайсал» проекты, Эльвира Айытҡолова фекеренсә, тыуған илгә һөйөүҙең сағылышы, аныҡ эш менән нығытылыуы. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Ә ул үҙе тыуған ауылы эргәһендәге Ишанғол тауында ерләнгән дин әһеленең исеме ҡушылған Фәйез ҡойоһоноң тирә-яғын төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп алды.

Күп эштәргә киләсәк баһа бирер, тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙе, республиканы үҫтерер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн янып-көйөп, йәнен-тәнен аямай эшләгән шәхестәребеҙҙең баһаһын һәм ҡәҙерен белеп, уларға таяныс булһаҡ ине.

Гөлназ Ҡотоева
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы
Поделиться