Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа Республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалалары, Рәсәйҙең 18 төбәге һәм бөтә донъя буйлап 13 ил ҡатнашты. Сит ерҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙән 7 504 эш ҡабул ителде.
Диктантты барлығы 321 782 кеше яҙҙы! Уларҙың 159 510 башланғыс кимәлдә, 106 794 иркен аралашыу кимәлендә һәм 55 478 кеше төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған.
Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар: Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалалары, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Пермь, Алтай, Приморский крайҙары, Яҡут, Татарстан Республикалары;
Башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар: Үзбәкстан, Тажиҡстан Республикаларынан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, АҠШ.
Сараның иң бәләкәй ҡатнашыусыһы Арыҫланбәкова Айнагөлгә бары 5 йәш, ул Күгәрсен районынан. Ә иң оло ҡатнашыусы - Өфө ҡалаһынан 90 йәшлек Ләлә Биишева.
Диктант-2021 ҡатнашыусыларының һәр береһенә электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк. Улар ай дауамында сайттағы шәхси кабинетҡа йә электрон почтаға ебәрелә.
#башҡорттар #башдиктант2021 #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашкирскийЯзык #БашҡортТеле