|
![]() Голос курултая
Башҡорт ир-егеттәренең баш кейемеБашҡорт халҡының борон-борондан кейеме бай һәм төрлө булған, шул иҫәптән баш кейемдәре лә. Улар йылдың миҙгеленә, төрлө яҡ башҡорттарының йәшәү шарттарына ҡарап айырылған. Ҡайһы бер ир-аттың баш кейемдәре бөтә Башҡортостанда таралған булһа, икенселәре тик айырым төбәктәрҙә генә (райондарҙа) ҡулланылған. Башҡорт халҡының этнографияһын өйрәнгән ғалим С. Руденко «Башҡорттар» исемле китабында башҡорт ир-аттарының баш кейеме тураһында бына нимәләр яҙа. «Башҡорттар араһында киң таралған баш кейеме ул бүрек», -ти ғалим (1-се һүрәтте ҡарағыҙ). Бүректе бөтә Башҡортостанда ла кейгәндәр. Уны, ғәҙәттә, түбәтәй өҫтөнән кейер булғандар. Бүректе һарыҡ тиреһенән теккәндәр. Тышын ҡара сепрәк туҡыма менән тышлағандар. Аҫҡы өлөшөнә ҡондоҙ йәки төлкө тиреһенән буй һыҙат һалғандар. Был бүректе ҡышын да, йәйен дә кейгәндәр. 1. Һарыҡ тиреһенән бүрек кейгән ир-уҙаманы (Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан). С.Руденко фотоһы. 20-се быуат башы Төлкө тирһенән тегелгән баш кейеме — төлкө бүрек тип аталған (2-се һүрәт). Уны тик ҡыш көнө генә кейгәндәр. Был баш кейеме тегелеше буйынса әҙерәк айырылған. Ул, шулай уҡ, түңәрәк конус формаһында булған. Әммә өҫкә ҡарай киңәйгән. Ошондай уҡ формала ҡама (урыҫса выдра) тиреһенән тегелгән баш кейеме ҡама бүрек йәки ҡамсат бүрек тип аталған. Ҡама — һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған оҙон ҡойроҡло, ҡара көрән йөнлө йыртҡыс һыу йәнлеге, уның тиреһе ҡиммәтле. Шуға бындай баш кейемен һәр кем тегеп кейә алмаған. Уны, ғәҙәттә, бай ир-ат кейгән. 2. Төлкө бүрек кейгән ир-ат. С.Руденко фотоһы. 20-се быуат башы. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттары (Түңгәүер, Бөрйән, Үҫәргән башҡорттары) бәрәс тиреһенән тегелгән баш кейемен кәпәс тип атағандар. Уның тышы ҡара туҡыма менән ҡапланған булған. Һарыҡ тиреһенән эшләнгән бүректән айырмалы рәүештә, кәпәс тәпәшерәк булған. Бөгөн дә был яҡтарҙа ҡышҡы баш кейемен кәпәс тип атайҙар. Борон башҡорт ир-аты ҡышын ҡолаҡсын исемле баш кейемен кейгәндәр (3-сө һүрәт). 3. Ҡолаҡсын кейгән ир-ат. С.Руденко фотоһы. 20-се быуат башы. Ул һарыҡ йәки төлкө тиреһенән эшләнгән. Тышын туҡыма менән һырлағандар. Ҡолаҡсын ҡыш көнө өсөн бик тә уңайлы баш кейеме булған. Ул кешене ҡышҡы әсе елдәрҙән һаҡлаған. Ҡолаҡ, муйынды ҡаплап торған ҡолаҡсындары булған. Шуға ла был баш кейеме ҡолаҡсын исемен алған. Шулай уҡ ҡолаҡсындың козырегы булған. Ул маңлайҙы елдән һаҡлаған. Ҡолаҡсын 19-сы быуат һүрәттәрендә йыш осрай. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары ҡыш көндәрендә тап ошо баш кейемендә йөрөгән. Уны урыҫтар малахай тип атағандар. Рәссам Александр Орловскийҙың 1807 йылда төшөрөлгән «Башҡорт» исемле картинаһында ҡолаҡсын кейгән һыбайлы башҡорт яугиры һүрәтләнгән ( 4-се һүрәт). 4. Ҡоласын кейгән башҡорт яугиры. Рәссам А.Орловский. 1807 йыл. Башҡорт ир-егеттәренең йәйге баш кейемдәренә килгәндә, улар ҙа төрлөлөгө менән айырылып тора. Борон башҡорт халҡының тормошо хәрби хеҙмәт менән бәйле булған. Башҡорт яугирҙары хәрби походтарҙа ҡатнашҡан, ил сиген һаҡлаған. Башҡорт яугирҙарының йәйге баш кейеме ҡалпаҡ тип аталған. Ул осло башлы булған. Ҡалпаҡты кейеҙҙән тегелгән. Тышы ҡыҙыл йәки йәшел туҡыма менән ҡапланған. Ситтәре һәм осло башы көмөш уҡалар менән биҙәлгән. Уҡалы ҡалпаҡты, ғәҙәттә, башҡорт сардарҙары, старшина, кантон башлыҡтары кейгән. 19-сы быуаттың фотографияһында 27-се Башҡорт кантонының башлығы Фәхретдин Өмөтбаев ҡалпаҡ кейеп төшкән (5-се һүрәт). 5. Ҡалпаҡ кейгән 27-се Башҡорт кантоны башлығы Ф.Өмөтбаев. 19-сы быуат фотоһы. Ул — арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы, ғалимы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бер туған ағаһы. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорт старшинаһы кейгән ҡалпаҡ һаҡлана 6-сы һүрәт). Ул ҡыҙыл туҡыма менән тегелгән, уҡалар менән биҙәлгән. Был ҡалпаҡ 19-сы быуаттан һаҡланып килеп еткән уникаль ҡомартҡы. 6. Милли музей фондында һаҡланған башҡорт сардары ҡалпағы. 19-сы быуат. Башҡорт ир-аттарының киң таралған йәйге баш кейеме, әлбиттә ул түбәтәй булған. Түбәтәйҙе малайҙар, үҫмерҙәр ҙә ихлас кейгән (7-се һүрәт). Күребеүеҙсә, башҡорт түбәтәйе татар түбәтәйенән айырмалы рәүештә, бейек түгел, тирмә формаһында булған. Борон, шулай уҡ, башҡорт ир-аты йәй көнө йоҡа кейеҙҙән эшләнгән тәпәш башлы ҡалпаҡтар кейгән. Был баш кейеме эҫе үткәрмәгән, еңел булған. Бындай баш кейемдәрен бигерәк урта, төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары яратып кейгән. Тау башҡорттары, атап әйткәндә, Урман-Түңгәүер башҡорттары ла кейгән. Мәҫәлән, ғалим С.Руденконың китабында Исмаҡай ауылынан (хәҙерге Белорет районы) Ситдиҡ Мөхәмәтшин исемле ир-уҙаманын аҡ ҡалпаҡта күрәбеҙ (8-се һүрәтте ҡарағыҙ). Ошондай уҡ ҡалпаҡ кейгән Яхъя ауылы (хәҙерге Салауат районы) егетен фотограф Прокудин-Горский фотоһында күрергә була (9-сы һүрәт). Ә бына фотограф Круковский 1908 йылда төшөргән фотола Ҡара Яҡуп ауылы (хәҙерге Шишмә районы) ир-аты башҡорттарҙың төрлө баш кейемдәрендә һүрәтләнгән (10-сы һүрәтте ҡарағыҙ). Мәҫәлән, алғы рәттә, аҡ ҡалпаҡ һәм ҡара бүрек кейгән кешеләр һүрәтләнгән. Артҡы рәттә һулдан 3-сө торған ир-уҙаманы ҡиммәтле ҡама йәки ҡамсат бүрек кейгән. Уның янындағы ике ир-егет- түбәтәйле. Түңгәүер, Бөрйән, Үҫәргән башҡорттарында үҙенсәлекле йәйге баш кейеме булған. Ул көләпәрә тип атала (11-се һүрәт). Ул формаһы буйынса ҡышҡы баш кейеме ҡолаҡсынға оҡшаған. Шулай уҡ осло башлы, ике яҡтан һалынып торған «ҡолаҡтары», маңлайҙы ҡаплаған козырегы булған. Көләпәрә йоҡа кейеҙҙән (тула) эшләнгән. Уның ситтәре ҡыҙыл туҡыма, йәки башҡа материал менән һырланған булған. Бындай баш кейемен борон кейгәндәр. Башҡорт яугирҙарына йәйге эҫеләрҙә оҙайлы походтарҙа йөрөгән саҡта көләрәпә бик уңайлы баш кейеме булған. Ул елдән, эҫенән һаҡлаған. Ошондай уҡ баш кейеме Кавказ халыҡтарында ла булған. Уларҙа башлыҡ тип аталған. Һуңынан башлыҡты армияла ла ҡулланғандар. 11. Көләпәрә. Түңгәүер башҡорттарыныҡы. Шулай итеп, башҡорт ир-атының баш кейеме борондан төрлө һәм бай булыуы менән айырылған. Ҡайһы бер баш кейемдәрен, мәҫәлән, ҡамсат бүректе байҙар ғына тектереп кейә алған. Осло башлы ҡалпаҡ башҡорт хәрби кейеменең элементы булған. Уны, ғәҙәттә, сардарҙар, старшина, кантон башлыҡтары кейгән. Ә инде тәпәш башлы ҡалпаҡты ябай башҡорттар кейгән. Һарыҡ тиреһенән тегелгән бүрек иң киң таралған баш кейеме булған. Ҡышҡы йылы баш кейеме- ҡолаҡсын. Был баш кейемдәренең күптәре 19-сы, артабан 20-се быуатта ҡулланыуҙан сыҡҡан. Бөгөнгө көндә түбәтәй генә ир-аттың милли кейеме булараҡ ҡулланыла. Бәлки, киләсәктә ҡалпаҡтар ҙа үҙ урынын алыр тип өмөт итке килә. |