VIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияЗащитникиОтечестваАтайсалБайгеГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьЦифровой башкирГод науки и просвещенияГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Ауылым, нур балҡытып йәшә, сәскә ат, мәңге йәш бул!

7 апреля 2021, 17:30

Бер йыл элек Үрген «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә еңеүсе булғайны

Эскелектең ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны, фажиғәләре тураһында барыбыҙ ҙа хәбәрҙар. Эскелек — сир. Ошо сиргә дусар булып, күпме кеше сәләмәтлеген юғалта, ғаиләһендә янъял ҡуптара, төрлө күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларға, хатта юл-транспорт фажиғәләренә тарый, үҙ-үҙенә ҡул һала һәм башҡаларға зыян килтерә, ғөмүмән, эскелек менән бәйле булған күңелһеҙ күренештәрҙе һанап бөтөрөрлөк түгел...

Ошо хаҡта әсенеп-уйланып йөрөй торғас, 2019 йылдың авгусында Башҡорт Үргене халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. «Үргендәр эсә» тигән яманатты ҡеүәтләүен дауам итеүсе күптәр өсөн был аяҙ көндө йәшен атыуға тиң булды. Әммә бәғзе берәүҙәр «мыйыҡ аҫтынан көлөп» йөрөүен дауам иткән мәлдә, ойоштороусылар ең һыҙғанып эшкә тотондо. Береһенән-береһе сағыу саралар үткәреү менән бер рәттән, суррогат алкоголь һатыусыларҡа ҡаршы көрәш асты. Был йәһәттән етди һөҙөмтәләргә өлгәшелде, легаль булмаған араҡы һатыусылар үҙҙәре үк эскелеккә ҡаршы үткәрелгән сараларҙың уртаһында ҡайнап, айыҡлыҡ өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашты.

Райондың 2019 йылғы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарын барлауға, 2020 йылға бурыстар билдәләүгә арналған киңәйтелгән кәңәшмәлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсының район этабында Яңы Петровка ауыл биләмәһенең Башҡорт Үргене ауылы еңеүсе тип иғлан ителде һәм 1-се дәрәжә Диплом, 300 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды һәм үргендәр республика этабына үтеп, район намыҫын яҡланы. Йәнә еңеү! Был юлы 500 мең һумлыҡ сертификатҡа һәм күсмә вымпелға лайыҡ булды.

Үрген ауылында элек-электән татыу, егәрле халыҡ йәшәй. Шуға ла «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға бөтә ауыл халҡы дәррәү күтәрелде, әүҙем ҡатнашып, ауылда үткән бөтә сараларҙа ла һынатманы. Улар «Бөркөттәр оя ташламай!» тип ауылда төпләнеп, балалар үҫтерә, күпләп мал тота, картуф сәсә, баҡса үҫтерә, бал ҡорттары, ҡош-ҡорт аҫрай һәм башҡа бик күп шөғөлдәр менән мәшғүл.

Ауылыбыҙ бай тарихы, иҫ киткес хозур тәбиғәте, күңеле бай халҡы менән дан тота. Шулай уҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙ ҙә бихисап. Үрген — мәшһүр сәсәнебеҙ, даны Урта Азияға һәм ҡаҙаҡ далаларына тиклем барып еткән Ерәнсә сәсән ауылы ла ул. Ерәнсәнең хәләл ефете — әүлиә һәм ил инәһе Бәндәбикә килен булып төшкән ер ҙә. Шулай уҡ исеме мосолман донъяһында киң билдәле дин әһеле Әхмәтбаҡый хәҙрәт Аҡъюлов тыуған ер. Үргендән бик күп һоҡланғыс кешеләр сыҡҡан. Октябрь революцияһына тиклем бында ике мәсет һәм мәҙрәсә эшләп, уларҙа күренекле дин әһелдәре һәм мөғәллимдәр Абдуллин Сәләхетдин ахун хәҙрәт менән Аҡъюлов Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт хеҙмәт итә. 1921 йылда башланғыс мәктәп асылып, 1932 йылда ете йыллыҡ, 1947 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Унда 1960 йылға тиклем унда Ейәнсура һәм күрше Күгәрсен районының 38 ауылынан балалар белем ала. Мәктәпте тамамлаусылар араһында бик күп фән докторҙары, профессорҙар, яҙыусылар һәм башҡа дәрәжәле һөнәр эйәләре бар.

Март, 2020 йыл

Һәр ауыл үҙенең арҙаҡлы шәхестәре менән данлы. «Осрашып, күрешеү — үҙе бер ғүмер» тип ойоштороу комитеты арҙаҡлы шәхестәрҙе осрашыуға саҡырҙы.

Үргендәр бөгөн дә тулы ҡанлы тормошта йәшәй, туғыҙ урамда 300-ҙән артыҡ йорт иҫәпләнеп, унда меңдән ашыу кеше ғүмер кисерә. Быйыл мәктәбебеҙҙең 100 йыллыҡ юбилейын ҙур итеп билдәләргә йыйынабыҙ. 1984 йылда төҙөлгән өс ҡатлы мәктәптә 11 класҡа тиклем балалар белем ала. «Айгөл» балалар баҡсаһы ла заман талаптарына яраҡлаштырып, өр яңынан реконстукция үтте. Унда 70-тән артыҡ бала йөрөй. Уларҙың һаны киләсәктә тағы ла артыр, сөнки бәпәйҙәр ауаз һала. 5 апрелдә Миләүшә һәм Илшат Искәнйәровтарҙың ғаиләһендә 4-се һәм 5-се бала булып игеҙ ҡыҙҙары тыуҙы. Тау битендә балҡып ауыл клубы урынлашҡан. Унда ла эш ҡайнай. Апрель урталарында, ауыл активистары менән берлектә, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе булған, мәрхүм (1951-2004 й.й.) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, эске хеҙмәт подполковнигы, композитор, дирижер Байрас Абдуллин хөрмәтенә «Баштарыңды эймә...» тип аталған Хәтер кисәһе үткәрергә әҙерлек бара.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үргендәрҙе еңеү менән ҡотлағанда:

— 500 мең, йәғни ярты миллион һум аҡса призға төштө, ошо йәһәттән һорау тыуа — был аҡсаға ниндәй һоҡланғыс эштәр башҡарылыр икән? Был йәнә ҙур яуаплылыҡ! Шуға күрә лә, бәйге һөҙөмтәһе емештәре хаҡында киләсәктә хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ! — тигәйне.

Бер йыл «һә» тигәнсе үтеп тә китте. Пандемия, төрлө сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итте һәм ауылыбыҙҙы төҙөкләндереү йәһәтенән бихисап эштәр башҡарылды. Изге Рамаҙан айында Ейәнсура районының юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тарафынан Үрген ауылының Тибеҙ урамынан башлап, Йәштәр урамдарының икенсе осона тиклем асфальт түшәлде. Проектлағанда Үҙәк урам тип өс урамды индереүҙәре беҙҙең ауыл өсөн бик отошло килеп сыҡты! Үҙ урамдарына асфальт түшәлгәндән һуң, яңы асфальт юлда йөрөп ҡарағас, «ҡалған урамдарға ла асфальт юлдар насип булһын! Алла бирһә, булыр, сөнки ауылыбыҙ „Айыҡ ауыл“ конкурсында ҡатнашып, үҙенең йөҙөн, йәшәйешен республика кимәлендә күрһәтә алды һәм алдағы көндәрҙә лә шул планканан төшмәй йәшәүҙе дауам итергә кәрәк», тип теләгәйне ауылыбыҙ ағинәйе Гүзәл Аҡсурина.

Ихлас теләктәр ҡабул була, тигәндәй, йәнә һөйөнөслө яңылыҡ: үргендәргә «Айыҡ ауыл» республика конкурсының дәртләндереү маҡсатында 5 миллион һум аҡса бүленә һәм был аҡсаға Тимерсе, Сатра урамдарына асфальт һалыу күҙаллана.

Шулай уҡ, йәмәғәт территорияһын комплекслы төҙөкләндереү проекты буйынса эш алып барылды һәм ҡала, ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү, күпләп уңайлы ял урындары булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проект сиктәрендә, «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто янында ял итеү үҙәге төҙөлдө. Бында көҙ буйына балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо. Киләсәктә лә яулап алған еңеүҙе ҡулдан ысҡындырмай, тағы ла изге уй-хыялдар менән алға табан атлар! Ауылым нур балҡытып йәшәр, сәскә атыр!

Гөлшат Имелбаева (Автор фотолары)
Поделиться