Ҡоролтай тауышыVIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаШаймуратовцыКалендарь Радий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод науки и просвещенияБирский районЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районКараидельский районПодкастыБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарАльшеевский районУрал-батырБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауТанцыАударышМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медКурайКумысБашкирская лошадьСМИДуванский районСпортАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Беҙ башҡорттар – беҙ күпме?

29 марта 2021, 11:27

Халыҡ иҫәбен алыу һәр этностың территориаль урынын, социаль, структура һәм үҫеш тенденцияларын асыҡ сағылдыра. «Теле юҡтың — иле юҡ» тигән әйтемдән сығып, мин был мәҡәләмдә телгә ҡағылған мәсьәләлә туҡталғым килә.

Тәүҙә Рәсәйҙәге халыҡ иҫәбен алыу тарихына күҙ һалайыҡ. Башҡорт халҡының һаны тураһында беренсе мәғлүмәт XVIII быуаттағы 1719, 1744, 1762, 1795, 1816,1834, 1850, 1859 йылдарҙа үткәрелгән ревизияларҙа бирелә. Тик был саралар башҡорттар һанын тулыһынса асыҡламаған, сөнки һөҙөмтәләр бер-береһенән ныҡ айырыла. Беренсенән, ир-егеттәрҙе йәки өйҙәр һанын ғына иҫәпкә алһалар, икенсенән XVI быуат уртаһынан XVIII быуат аҙағына тиклем башҡорттар ҡорал алып, 6 тапҡыр баш күтәрергә мәжбүр була. Ғалимдар күрһәтеүенсә, XVIII быуаттың тәүге яртыһындағы өс ихтилалда ғына башҡорттар 200-220 мең кеше юғалтҡан. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында баш күтәреүселәр араһында һәр өсөнсө башҡортҡа тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда данлыҡлы башҡорт кавалерия дивизияһын ғына иҫкә алып үтәйек. Ул тәүҙә 80 процент башҡорт милләтенән формалашһа, һуғыш аҙағында улар тере ҡалған һалдаттарҙың 10 процентын ғына тәшкил иткән.

Рәсәйҙә 1895-1897 йылда ғына халыҡ иҫәбен алыу тулы программала үткәрелә. Һөҙөмтәлә башҡорттар 1 млн 211 мең икәне асыҡлана. Бында Өфө губернаһы, уға Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Миңзәлә, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре инә. Бик фәһемле мәғлүмәттәр бар. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Өфө губернаһында иң ҙур этнос — 899 910 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән. Улар дөйөм халыҡтың (2 196 942 кеше) 40,98 процентын тәшкил иткән. Урыҫтар 834 135 кеше — 37,93 процент, туған телен татар теле тип белдергәндәр 184 817, йәғни 8,41 процент.

1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу башҡорттарҙың 1305-1400 меңгә етеүе тураһында һөйләй. Әммә 1920-1926 йылдарҙа башҡорттар һаны ҡырҡа кәмей: 1920 йылда 900 мең. Был 1918-1920 йылдарҙағы граждандар һуғышы, «аҡ» һәм «ҡыҙыл» террор, башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәтен баҫтырыу һөҙөмтәләре, 1920-1921 йылдарҙағы бығаса күрелмәгән аслыҡ менән аңлатыла. Артабан 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға ҡарағанда башҡорттар 843 мең, 1959 йылда 980 мең, 1970 йылда 1240, 1989 йылда 1449 мең тәшкил иткән.

Башҡортостан, Рәсәйгә ҡушылғас ҡына, күп милләтлегә әйләнә. Күсеп килгән халыҡтар араһында мишәрҙәр була. Улар элек Кама һәм Ока йылғалары араһында үҙ аллы төрки халыҡ булып йәшәгән. Мишәрҙәр күсеп килгәс, башҡорттар менән тығыҙ бәйләнешкә инә, бер ауылда йәшәй, ғаилә ҡора һәм башҡалар. 1798-1865 йылдарҙа батша указына ярашлы, мишәрҙәр башҡорттар менән хәрби сословиеға әйләнә һәм Рәсәй сиген һаҡлауҙа ҡатнаша. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында улар башҡорт полктары менән Парижға ингән. Шулай итеп, улар башҡорт халҡының айырым этнография төркөмөнә әйләнә.

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорттар составында типтәрҙәр ҙә күп булған. Шуныһы әһәмиәтле, XX быуатта үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙа күпселек типтәр үҙен башҡорт тип күрһәткән.

Тарих буйынса IX-X быуаттарҙан алып аҫаба халыҡ булып йәшәгән башҡорттар Силәбе өлкәһендә 166 мең, Ырымбурҙа 53 мең, Свердловск өлкәһендә 37 мең, Пермь крайында 40 мең, Ҡурған һәм Татарстанда 15-шәр мең, Һамарҙа 8 меңгә яҡын булған. Татарстандың Миңзәлә өйәҙе тарихи Башҡортостанға ингән. Унда 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса 200 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән. 1920 йылда Миңзәлә өйәҙен Татарстанға тапшыралар, һөҙөмтәлә улар ассимиляцияға дусар була.

Бында шуны ла әйтеп китергә кәрәк. Үткән быуаттың 20-се йылдарында башҡорт әҙәби теле нормаһын булдырғанда көньяҡ-көнсығыш башҡорт телен нигеҙ булараҡ ҡабул итәләр. Шул сәбәпле төньяҡ-көнбайышта тел айырмаһы көсәйә. Был бигерәк тә үткән быуаттың 60-90-сы йылдарында төньяҡ-көнбайыш райондарында партия органдары аша «Башҡортостанда башҡортлаштырыу сәйәсәте алып барыла» тигән уйҙырма өҫтөнлөк алғас, кире һөҙөмтәләргә килтерҙе. Республиканың 15 районында (Балтас, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Краснокама, Кушнаренко, Бүздәк, Миәкә, Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош, Шаран һәм Яңауыл) милли мәктәптәр ябыла, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте кеүек дәрестәр уҡыу программаларынан алына. Үҙ файҙаһын күрергә теләгән ҡайһы бер милләтселәрҙең эше ине был.

Был райондарҙа 1979-1989 йылдарҙа ун йыл арауыҡта башҡорттар һаны 12813 кешегә, йәғни 46,6 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта ошо райондарҙа татарҙар 99685 кешегә, йәғни 66,4 процентҡа артҡан.Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында егермеләгән башҡорт ырыуының аҫаба ерҙәре булған. Уларҙың теле XIX быуаттың 50-70-се йылдарына тиклем хәҙерге башҡорт теленән бик айырылмаған. Мәғрифәтселәребеҙ Ғәли Соҡорой менән Ғәрифулла Кейеков, Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусылар Шәйехзада Бабич менән Илдархан Мутин, генерал Хажиәхмәт Ишбулатов менән дин әһеле Ризаитдин Фәхретдин, шағир Назар Нәжми менән ҡаһарман осоусы Муса Гәрәев һәм башҡа күп билдәле шәхестәребеҙҙе халҡыбыҙға төньяҡ-көнбайыш башҡорттары биргән.

Борай башҡорт автономияһы кантоны ойоштороуға 100 йыл тулыуға арналған сараларҙа күренекле шағир, сатирик Марсель Сәлимов үҙенең яҡташтарына төбәп: «Өфөлә һөйләшәләр, Ҡазанда сөйләшәләр, Борайҙа башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында сүлиләр» — тине. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев: "Мин бик күп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарам. Хәтерләүемсә, ерән сәсле, мыйыҡлы, һаҡаллы мишәр ҡартатайым "Азамат"ты йырлап илай торғайны«, — тине.

2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү бурыстарына ҡағылып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова 2010 йылда үҙенең милләтен башҡорт тип иҫәпләгән кешеләрҙең 75 проценты ғына туған телен башҡорт теле, тип һанауы хаҡында белдерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һуңғы йылдарҙа башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа әүҙем, фәһемле эш башҡара. «Без башҡортлар» ойошмаһы рәйесе Радик Бәхтиев: «Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа тыуған еренең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. Беҙ шуларға ярҙам итәбеҙ», - ти.

2010 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу буйынса Мәләүез районы һәм ҡалаһында 88549 кеше иҫәпләнеп, башҡорттар һаны 28923, йәғни дөйөм халыҡ һанының 33,1 проценты, урыҫтар 39145 (44,8 процент), татарҙар 13015 (14,9 процент«, сыуаштар 2972 (3,4 процент) тәшкил итә.

2002 йыл менән сағыштырғанда башҡорттар һаны мең кешегә кәмегән, татарҙар 1,3 процентҡа артҡан. Милләтен башҡорт тип күрһәткән кешеләрҙең 25 проценты туған телен башҡорт теле тип түгел, ә башҡа телде күрһәткән. Быға шуны ла өҫтәргә кәрәк: 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа милләтен күрһәтмәүселәр тураһында ла һорау бар ине. Быға беҙҙең Мәләүездә 1250 кеше яуап биргән. Быларҙың күбеһе башҡорт булыуына шик юҡ.

Ошоларҙы иҫәпкә алып, ғаиләләрҙә һәм мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында әүҙем эш алып барырға кәрәк. Был тәңгәлдә урындағы ҡоролтайҙың бөтә ауыл советтары биләмәләрендә ныҡышмалы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге төп көс булырға тейеш. Бында башҡорт телен уҡытыу кимәле тураһында әйтеп китергә кәрәктер. Ниңә беҙҙә бер нисә мең кеше үҙен башҡорт тип һанай, шул уҡ ваҡытта туған теле башҡорт түгел йәки милләтен күрһәтмәй?

Беҙҙең район биләмәһендә борон-борондан Әнүәр Әсфәндиәровтың «История сел и деревень Башкирской АССР» китабы буйынса юрматы, тамъян, сәнкем-ҡыпсаҡ, бошман-ҡыпсаҡ ырыуҙары башҡорттары йәшәгән. XIX быуатта ғына күпләп урыҫтар күсеп килгән. Ҡатнаш халыҡ йәшәгән ике генә ауыл булған. Береһе — Мәләүез, бында 1795 йылда суҡындырылған татарҙар 190 һәм сыуаштар 244 кеше йәшәгән.

Икенсеһе — Ергән. Уға яһаҡ түләгән татарҙар нигеҙ һалған. Аҙаҡтан сыуаштар һәм мордвалар күсеп килгән. 1834 йылда Ергәндә 198 татар, 328 мордва һәм 103 сыуаш ир-егет иҫәпкә алынған.

Әнүәр Әсфәндиәров шулай уҡ башҡорттар менән бергә Ҡотош ауылында типтәрҙәр, Түбәнге Таш, Хәсән, Мотай ауылдарында мишәрҙәр йәшәүе тураһында яҙа. Улар хәҙер айырым башҡорт диалектында һөйләшә.Ғөмүмән, үҙ милләтеңде таныуға етди ҡарарға кәрәк. Бында кемде булһа ла мәжбүр итергә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Тик Рәсәй халҡының күпселеге, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостанда ла үҙ тарихын яҡшы белә, тип әйтә алмайбыҙ.

Хәҙер ҡатнаш никахтар, башҡорттар татарҙар, һуңғы ваҡытта урыҫтар менән дә ғаилә ҡоралар. Ҡатнаш ғаиләләрҙә балаларҙың милләтен билдәләү ата-әсәләрҙән ҙур яуаплылыҡ талап итә. Бындай осраҡта нәҫелеңде белеү өсөн шәжәрәңде төҙөү файҙалы. Бының өсөн архивтарҙа ултырырға кәрәк. Өфөлә «Деловая династия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Бөгөнгө глобализация осоронда кемдәр үҙенең кем икәнен белә, бурыстар ҡуйып берләшә, көрәшә, шул халыҡтар ғына үҙ киләсәге тураһында һүҙ йөрөтә ала. Шуға күрә һәр беребеҙ халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға һәм бар һорауҙарға тулы, дөрөҫ яуап бирергә тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙағы өлгәшелгән ҡаҙаныштарыбыҙ республикала алып барылған милләт-ара сәйәсәттең дөрөҫлөгөн, ғәҙеллеген сағыу дәлилләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әйткән һүҙҙәрен онотмайыҡ: «Башҡорт телендә һөйләшеүҙе модаға әйләндерәйек һәм әҙәби телгә инмәгән диалекттарҙа һөйләшкәндәрҙе ситләтеүҙе туҡтатайыҡ. Башҡортостанда йәшәгән, уны яратҡан һәм уның хаҡына хеҙмәт иткән һәр кем үҙен башҡорт тип иҫәпләй ала».

Юнир Аҙнағолов
Журналист, публицист
Поделиться