НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Пермь крайындағы йәкшәмбе башҡорт мәктәбе тураһында 10 һорау

18 ноября 2020, 10:50

2020 йылдың октябрендә Пермь крайының Барҙа районында Ғ. Туҡай исемендәге гимназия нигеҙендә башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы. Унда 30 уҡыусы шөғөлләнә, ә дәрестәрҙе Башҡортостандың Үрге Тәтешле ауылының уҡытыусылары алып бара. Тәүәккәл һәм эстәлеге йәһәтенән яңы булған проекттың эше менән яҡындан танышыр өсөн, беҙ мәктәп хаҡында ун һорауға уҡытыусыларҙың береһе Альбина Әүхәҙиеванан һәм Барҙа гимназияһы директоры Гөлнара Ибраһимованан яуаптар алдыҡ.

1. БАРҘА ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘБЕНДӘ УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫҢ ЭШ ТӘРТИБЕ НИСЕК ҠОРОЛҒАН?

Беҙ Барҙа йәкшәмбе мәктәбенә аҙна һайын барабыҙ. Шәмбе көнөндә дәрестәр бөтөүенә сәғәт 12 -гә барырға тырышабыҙ. Ике төркөмгә бүлеп уҡытабыҙ (башланғыс 3-4 кластар һәм 6 класс). Юл ваҡыты 2 сәғәт тирәһе була. Онлайн күрешергә лә ваҡыт табабыҙ, зум йә ватсап аша. Ватсапта беҙҙең махсус төркөмөбөҙ бар.

2. БАШҠА ТӨБӘКТӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫРҒА НИСЕК ҠАРАР ИТТЕГЕҘ?

Үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ. Мәктәбебеҙ Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан уҙғарылған конкурста еңеү яуланы һәм был проект дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән республикабыҙ Башлығы Грантына тормошҡа ашырылды. Проектыбыҙ «Туған тел- халыҡтың күңеле» тип атала. Ошо төбәктә Ғәйнә башҡорттары элек йәшәгәндәрен һәм йәш быуын балалары башҡорт ырыуынан икәнен онотмаһындар, тигән маҡсатыбыҙ бар ине. Хеҙмәттәштәр — бергә йөрөгән коллегалар ошо тәҡдимде хуп күрҙе. Дәртләнеп, бергә программа төҙөнөк һәм ашҡынып балалар янына барабыҙ. Ошо эпидемия арҡаһында ғына төрлө ауырлыҡтар осрай, әммә беҙ уларҙы еңергә тырышабыҙ. Яҡындарыбыҙ ҙа шулай уҡ беҙгә ярҙам итәләр. Яҡындарыбыҙ аңлай — изге юлыбыҙҙа яҡшы теләктәр генә теләп, өйҙә көтөп ҡалалар. Тормош иптәшем йә хеҙмәттәшебеҙ машина менән алып йөрөтә. Юл сығымдарын мәктәп ҡаплай.

3. ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫНДА УҠЫУСЫЛАР ҺӘМ БАРҘА РАЙОНЫНДА УҠЫУСЫЛАР: ТӨП АЙЫРМАЛАР НИҘӘ?

Тәтешле, Барҙа районымы — айырмаһы артыҡ юҡ, сөнки шул уҡ балалар. Әммә ләкин беҙҙең мәктәптә балалар күберәк үҙ туған телендә һөйләшәләр.

4. НИНДӘЙ МЕТОДОЛОГИЯҒА ТАЯНЫП ЭШЛӘЙҺЕГЕҘ?

Уҡытыу эшендә башҡорт телен өйрәнеү буйынса яңы алымдарҙың барыһын да күпмелер дәрәжәлә ҡулланырға тырышабыҙ. Ф. Ф. Мортазина, З.Ғ.Нафиҡованың 1-4 кластар өсөн «Башҡорт теле» дәреслектәренә таянабыҙ. Сөнки был дәреслектәрҙә күнегеүҙәрҙән тыш Башҡортостандың мәҙәниәте, тарихы буйынса мәғлүмәттәр балаларға аңлашырлыҡ итеп ябайлаштырып бирелгән. Дәрестәргә грамматика өлөшө лә, телмәр үҫтереү ҙә, тарих, мәҙәниәт буйынса белешмә биреү ҙә, балалар өсөн төрлө йырҙар өйрәнеү, тасуири шиғыр һөйләү ҙә индерелгән.

5. БАРҘА МӘКТӘБЕНДӘ ТӨП ПЕДАГОГИК ҠАҘАНЫШЫҒЫҘ ТИП НИМӘНЕ ӘЙТӘ АЛАҺЫҒЫҘ?

Ғәйнә башҡорттары йәшәгән төбәк—Барҙа районында йәкшәмбе мәктәбе асып, балалар йыйып туған башҡорт телен өйрәнә башлау үҙе бер ҡаҙаныш. Сөнки ата-әсәләрҙең дә, балаларҙың да ата-бабаларының тарихын, мәҙәниәтен, йәшәйешен өйрәнергә теләге ҙур. Әле был проект буйынса эшкә тотонғанда, шуны күҙалланыҡ: Тәтешле районында уҡыусыларыбыз ата-әсәләр теләге буйынса туған башҡорт телен, ә ҡалған төрлө милләт балалары аҙнаға бер тапҡыр башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Барҙа уҡыусылары, улар башҡорт телен быға тиклем өйрәнмәгән. Һәм уларға был йәкшәмбе мәктәбе яңы телде асырға, тарихтарын өйрәнергә ярҙам итә. Аллаға шөкөр, яңы уҡыусыларыбыз ҙа ҡыҫҡа ғына арала башҡортса укырға, яҙырға өйрәнеп бара. Матур итеп шиғырҙар ятлап алдылар. Тәтешлелә, Барҙала ла ҡыҙҙар, малайҙар—йәш быуындың төп максаттарҙы яҡшы аңлауы беҙҙе шатландыра һәм иртәгәге көнгә барыбыҙға ла ышаныс менән атларға ярҙам итә.

АЛЬБИНА ӘҮХӘҘИЕВА
Үрге Тәтешле ауылының 1-се Урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Барҙа йәкшәмбе башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы.

6. ЙӘКШӘМБЕ БАШҠОРТ МӘКТӘБЕНДӘ КЕМДӘР УҠЫЙ?

Йәкшәмбе мәктәбенә балалар ирекле тәртиптә йөрөй, шуға утыҙҙан кәмерәк тә, күберәк тә уҡыусы килә. Иң кеселәре өсөнсө класта белем ала, өлкәндәре—алтынсыла. Улар барыһы ла дөйөм белемде Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияла ала.

7. УҠЫУСЫЛАР ҺАНЫН АРТТЫРЫУ ӨСӨН НИҘӘР ЭШЛӘРГӘ БУЛА?

30 кеше—ул ҡәҙимге бер класс. Шуға уҡыусылар һанын арттырыр өсөн, беҙгә йәнә бер класс булдырырға кәрәк булыр. Иң тәүге ысул—ул «тере миҫал». Әлеге ваҡытта беҙҙә уҡыған балалар башҡаларға өлгө, туған телде, мәҙәниәтте өйрәнеүҙең ыңғай миҫалы булыр. Икенсенән, ата-әсәләрҙе бөтә райондан йәлеп итеү өсөн, беҙ мәктәп тураһында мәғлүмәтте киң мәғлүмәт саралары аша таратабыҙ.

8. БАРҘА РАЙОНЫ ХАЛҠЫ БАШҠОРТ ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘБЕНЕҢ АСЫЛЫУЫН НИСЕК ҠАБУЛ ИТТЕ?

Ауыл ерендәге һәр бер яңылыҡ кеүек үк, мәктәп асылыуын оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителәр. Тәүге көндәрҙә мәктәптең эшләп китеүенә шикләнеүселәр ҙә, уның хилафлыҡтарын эҙләүселәр ҙә булды. Аҙаҡ проекттың ысынлап ыңғай маҡсатта эшләнеүен күргәс, уларҙың да ҡарашы үҙгәрҙе. Ни тиһәң дә, ғәйнә башҡорттары тарихи тамырҙарын иҫләй, йәкшәмбе мәктәбенең был тамырҙарҙы һаҡлауға булышлыҡ иткәнен яҡшы аңлай.

9. ПЕРМЬ КРАЙЫНДА АТА-ӘСӘЛӘР БАЛАЛАРҘЫ ТУҒАН ТЕЛДЕ ӨЙРӘНЕҮГӘ НИСЕК ӨГӨТЛӘЙ? «БАШҠОРТ ТЕЛЕ НИҢӘ КӘРӘК УЛ?» ТИГӘН ҺОРАУҒА НИСЕК ЯУАП БИРӘ?

Тәү сиратта үҙ миҫалдары менән. Ата-әсәләрҙең күптәре әҙәби башҡорт телен дә, башҡорт теленең ғәйнә һөйләшен дә, татар телен дә яҡшы белә. Әлбиттә, беҙ һәр ваҡыт балаларға «Телдәр белеү ул кешенең мәшәҡәте түгел, ә шәхси байлығы», тип аңлатып торабыҙ. Күп телдәрҙе белеүҙең ғәмәлдәге ыңғай миҫалдарын күрһәтәбеҙ.

10. ЙӘКШӘМБЕ БАШҠОРТ МӘКТӘБЕНЕҢ КИЛӘСӘГЕН НИСЕК КҮРӘҺЕГЕҘ?

Әле беҙҙең башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә алты ғына дәрес үтһә лә, һөҙөмтәләр яҡшы ғына: балаларҙа башҡорт телендә һөйләшкәндә ышаныс һиҙелә, улар байтаҡ йырҙар һәм шиғырҙар өйрәнгән, башҡорт теленә һөйөү сатҡылары йөҙҙәренә сыҡҡан. Киләсәктә йәкшәмбе мәктәбе проектының географияһы йәйелер, тип ышанам. Проектҡа башҡорт халҡы күпләп йәшәгән башҡа райондар һәм төбәктәр ҙә ҡушылыр, тигән өмөттәмен.

ГӨЛНАРА ИБРАҺИМОВА
Ғабдулла Туҡай исемендәге Барҙа гимназияһы директоры

Этот материал публикуется только на башкирском языке.

Был материал башҡорт телендә генә баҫтырыла.

Поделиться