|
Новости
«Айыҡ ауыл-2020» конкурсы тураһында радиотапшырыуҙаӘңгәмәләр тура эфирҙа бара, һөйләшеүгә һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ.
Кискеһен «Юлдаш» каналында «Асыҡ студия» тапшырыуында алып барыусы Рәсүл Сәғитов менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Тәнзилә Ҡотлогилдина һәм Республика клиник психотерапия үҙәге консультатив- диагностика бүлеге психиатр-табибы Гүзәл Байбулатова әңгәмәләшә. Һөйләшеүҙә Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Рәмзиә Әбйәлилова һәм Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Алина Сәлимгәрәева ла ҡатнаша.
|