Ҡоролтай тауышыVIВКБНовостиБашкирский языкКультура Башкиры РоссииБашкиры в миреТрезвое селоИсторияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаШаймуратовцыКалендарь Радий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод науки и просвещенияБирский районЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районКараидельский районПодкастыБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарАльшеевский районУрал-батырБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауТанцыАударышМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медКурайКумысБашкирская лошадьСМИДуванский районСпортАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовГод башкирского языкаКурганСамараДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

“Мин бәхетлемен, тимәк!”

5 августа 2020, 22:05

Абдулхаҡ Игебаевтың китаптарын йыш ҡына ҡулға алам, шиғырҙарын йотолоп уҡыйым да үҙен күргәндәй, тауышын ишеткәндәй булам. Һәм уның шиғриәте менән шәхесенең ғәжәйеп камил гармония хасил итеүенә тағы бер һоҡланам. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, мөхәббәтле, игелекле балаһы, бөйөк шағиры ул Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы. Уның менән замандаш булыуым, күреп белеүем, ижадым аша ла танышлығым менән бәхетлемен.

Сикһеҙ офоҡтар саҡыра

Абдулхаҡ ағай тәүге шиғырҙарын 1948 йылда яҙа башлаған, йәғни уның ижад ҡошоноң серле ҡанаты күңелемде мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ елпендереп үткән. Отряд вожатыйы булған сағымда пионерҙарыма шағирҙың Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловҡа арналған “Ирәндек бөркөтө” тигән поэмаһынан өҙөктәр ятлатҡанымды хәтерләйем. Иғтибар иң башта Тәфтизан тигән исемдең беҙҙең төбәк өсөн сәйерлегенә, батырҙың Урал аръяғында ятҡан, күҙ күрмәгән алыҫ Баймаҡ яҡтарынан булыуына тартылды.

Поэманы тотош уҡып сыҡҡас, халыҡ йырынан ишеткән Ирәндек үҙебеҙҙең Аҡбейектәй яҡын, унда үҫкән ҡаһарман егет бер туғандай ғәзиз тойолдо, Баймаҡ тарафтарын барып күреү теләге тыуҙы – үҙ илебеҙҙә, Башҡортостаныбыҙҙа лабаһа! Һәм, күп йылдар уҙғас, тыуып үҫкән яҡтарына аяҡ баҫҡас, Тәфтизандың образы ҡайтанан хәтерҙе айҡаны...

Салауат педагогия училищеһында уҡы­ғанда, яҙыусыларҙың Стәрлетамаҡ төбәк ойошмаһының гөрләтеп эшләгән йылдарында беҙгә күренекле шағирҙар йыш ҡына килә ине. Абдулхаҡ ағайҙы көтә инек, тик ул бер тапҡыр ҙа килмәне. Әсхәл Әхмәт­ҡужиндан шикелле, сәбәбен һорағайныҡ, ағай бушамай, өлкә гәзитендә эшләй бит ул, тип өҙөп кенә яуап бирҙе. Ысынлап та, ваҡыт яғы ныҡ тар булғандыр, шул арауыҡта уның китаптары ла сыҡмай торҙо.

Хаҡ, ижад шишмәһен, бер баш алғас, туҡтатып буламы ни! Бер көн килеп, йырылған быуалай, Абдулхаҡ ағайҙың шиғырҙары айҡалып аҡты: “Урал тауышы”, “Оран һала Ер-Әсә” поэмалары йөрәктәрҙе яуланы, милли үҙаңды һиҫкәндереп уятты. Филармония сәхнәһенән авторҙың янып-ярһып, “Мин – Ер-Әсә!”, – тип тамашасы күңеленә оран һалғанын, алҡыштарға күмелгәнен үҙ ҡолағым менән ишетергә, үҙ күҙҙәрем менән күрергә яҙҙы шул осор. Шулай ҙа ролгә инеп, әҫәреңдең туҡымаһына һеңеп, уға йәнең-тәнең береккәндәй итеп уҡып була икән дәбаһа, тип шаҡ ҡатып ултырҙым.

Юлайҡан әйтеп китәйем, шиғырҙарын һөйләү сәнғәте һәр шағирға ла бирелмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Мин шундай һәләткә эйә булған ҡәләмдәштәремә һәр саҡ һоҡ­ландым. Тимер Йосопов, Рафаэль Сафин ағайҙарға... Тиҫтерем Гөлфиә Юнысова үҙенең бәләкәстәр өсөн ҡойоп ҡуйған шиғырҙарын уҡығанда, донъя нурға күмелә, эргә-тирәлә йор тамсылар кеүек бала-саға туптырлап һикерешә, көмөш ҡыңғырауҙар сыңлай һымаҡ тойола. Их!

Халыҡ һөйөүенә бәрәбәр лайыҡлы бүләк тә көттөрмәне – 1968 йылда үҙебеҙҙә хайран популяр булған, СССР халыҡтарының рус, украин, татар, яҡут, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк һәм башҡа телдәренә тәржемә ителеп танылған “Оран һала Ер-Әсә” поэмаһы өсөн Абдулхаҡ Игебаевҡа Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелде.

Шағирҙы яңы ижади үрҙәр, сикһеҙ офоҡтар саҡыра, тормошонда, һөнәри белем өлкәһендә өҫтәмә мөмкинлектәр асыла. Темәс педагогия техникумы, Башҡорт дәүләт педагогия институты дипломдарына эйә булһа ла, ул артабан уҡыуҙан баш тартмай, СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курсҡа инә, уны тамамлап ҡайтҡас, “Ағиҙел” журналында шиғриәт бүлеге мөдире булып эшләй башлай. Әҙәби баҫмала бар булмышы менән шағир Абдулхаҡ ағай үҙен һыуҙа йөҙгән балыҡтай тойғандыр, тип уйлайым. Һәм шиғриәт бүлеге лә тап үҙ эйәһен тапҡандыр: мөдирҙең шағирлыҡ талантына ҡушып махсус белеме лә бар. Ошоларға уның тағы кеселеклелек, ҡәләмдәштәренә ихтирам, ижад һуҡмағына башлап аяҡ баҫҡандарға атайҙарса ҡараш һәм бер үк ваҡытта талапсанлыҡ кеүек гүзәл сифаттарын да өҫтәмәй булмай.

Эйе, үҙе лә дәртләнеп, янып-ярһып ижад итә, журналға яңы авторҙар, йәш көстәр йәлеп итеүгә лә күп көс һала Абдулхаҡ Игебаев. Бер-бер артлы уның шиғыр йыйын­тыҡтары баҫылып сыға. “Һағына белә икән таштар ҙа” (1972) тип исемләнгән китабын шул тиклем яратып ҡабул иттем, декрет ялында инем, бәпесемде көйләп шиғыр уҡый-уҡый бәүетер булдым. Тәбиғи аһәң, күңелгә һыҙылып ҡына инер яҡты һағыш бар Абдухаҡ ағайҙың ижадында – әсир итә лә ҡуя. Уйландыра, моңландыра. Уның шиғырҙарының шифаһы тейә, тип тә әйтер инем хатта, йәнде имләй бит улар, ысындыр бына. Ә инде 1982 йылда, бер төркөм танылған шағирҙар Красноусолға осрашыуға килгәндә, үрҙә әйтелгән китап авторҙың ҡулы менән “Гөлнур! Йырҙан-шиғырҙан айырылма! Бөтә хыялдарың да тормошҡа ашһын!” тигән автограф менән ҡулыма килеп ингәс, түбәм күккә тейҙе. Өҫтәүенә унда Рауил Бикбаев, Әнисә Таһирова, Гөлфиә Юнысоваларҙың да ҡултамғалары бар ине. Ижади мөхиткә зарығып йәшәгән миңә ҙур шатлыҡ ине был.

Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылған. “Йәнгүзәлем”, “Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләргә”, “Йәшермәсе, иркәм” һәм башҡа йырҙар радионан, сәхнәләрҙән яңғыраны (бөгөн дә яңғырай), моң һөйгән халҡыбыҙҙың теленән төшмәне. “Һиңә” тигән йырҙың һүҙҙәре лә, көйө лә һәр кемдең күңеленә үрелде, уны кемгәлер бер-берәүгә бағышлап йырламаған кеше ҡалдымы икән? Күптәр халыҡ йыры икән тип тә уйлай ине. “Яҙ булайыммы һиңә, наҙ булайыммы һиңә, былбыл моңонан да моңло саз булайыммы һиңә?..” – ғүмергә иҫемдә!

Мин уны Ғафури район гәзитендә эшләгән осорҙа ишеттем. Бер шулай, һуңға ҡалып, дежурҙа ултырам. Шул арала көндөҙ командировкаға барып ураған колхоз хаҡында мәҡәлә лә яҙып өлгөрҙөм. Корректура килгәнсе тип, радионы тоҡандырһам, концерт бара, “Һиңә”нең башланып ҡына тороуы. Тап шул минутта, өйҙән ирем шылтырата, ҡаршы барып алайыммы, ти. Яуап та бирмәй, трубканы ҡапыл һалдым да ҡуйҙым, ҡамасаулай ҙабаһа. Тағы шыл­тыратҡайны, радионы тыңла әле, тип кенә әйттем дә тағы йырға мөкиббән киттем. Һүҙҙәрен шунда уҡ ятлап алдым, көйөн дә оттом һымаҡ. Инде иремә ниңә шулай ҡыланыуымды аңлатырға иттем: трубканы алмай бит! Үпкәләгәндер...

Шул саҡ минең бүлмәгә хәбәрсебеҙ Николай Пискун (ул көн дә тиерлек төн уртаһынаса эштә яҙышып ултыра торғайны) килеп инеп, ошо уйымды нығытып ҡуйҙы: Раил уға шылтыратҡан, минең ҡатынды оҙатып ҡуйсы беҙҙең тирәгә тиклем, тигән. Редакция иҫке бер бинала, үҙәк урамдарҙан алыҫ ҡына ине...

Пискун тәҙрә төбөнәсә оҙатып ҡуйҙы, ул үҙе лә беҙҙең тирәлә йәшәй ине. Ә мин, үҙем үсегәйем әле иремә, тип уйлап, ишектән инеп киләм. Бәй, ҙур бүлмәлә яҡтылыҡ бар, Раилым баянда уйнай (баяғы көйҙө!) эргәһендә гитараһы ла ята. Радионы асҡан, тыңлаған икән. Сәй эстек, төн йөҙөндә, ике хыялый, йыр өйрәндек, онотмаҫ элек тип.

Милләтенә аманаты

Тап ошо урында яратҡан шағирым, ижадына ғына түгел, ябайлыҡ, сабырлыҡ, кешелеклелек, баҫалҡылыҡ кеүек һыҙаттар менән күркәм холҡона ла һоҡландырған ҙур шәхес Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы менән яҡындан танышыуым хаҡында саҡ ҡына һөйләп үткем килә.

...Йәшләй генә ҡәләм тирбәтә башлаһам да, ижад шишмәм быуылып торған бер осор ине. 80-се йылдар башы. Бәйләнеш сараһы – почта ла редакциялағы телефон. Гәзиттәргә шиғырҙарымды ебәреп ҡарайым, яуап килмәй түгел, килә, хатта ыңғай баһа ла биреп ҡуялар яҙғандарыма, әммә баҫмайҙар. Күҙе юҡтың үҙе юҡ... Ҡәләмемде ташларҙай ҙа булып китәм, әммә Рәшит Шәкүр ағайҙан, Салауатта педагогия училищеһында уҡығанымда уҡ әле, Рәми ағайҙан, матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләһен ҡайғыртып, беҙҙең Ғафури районына килгәнендә, “һин – шағирә” тип ҡанатландырыуҙары иҫтән сыҡмай бит! Үҙемә мәркәзгә бик юл төшә һалмай, “Ағиҙел” журналы редакцияһына һеңлем Гөлдәр аша (ул шунда эшләй ине) бер шәлкем шиғыр ебәрҙем. Ул, Абдулхаҡ Игебаев ағайҙың ҡулына тотторормон, тип вәғәҙә итте.

Аҙналап ваҡыт үтте, мин, хат көтөп, көн дә редакция почтаһын аҡтарам. Бер көндө сәғәт ун берҙәрҙә редакторыбыҙ, һиңә журналдан шылтыраталар, тип бүлмәһенә саҡырҙы. Абдулхаҡ ағай! Һаулашҡас та тауышын таныным, радионан йыш ишетәм уны.

– Ни эшләп эшкә улай иртә йөрөйһөң, туғыҙҙа шылтыратҡайным, – ти. Ә мин дежурҙан төнгө өстә генә ҡайтҡайным, шуға һуңлай төшкәйнем. Аҡланып өлгөрмәнем, ағай тиҙ генә ҡулыма ҡағыҙ менән ҡәләм алырға, шунан бер шиғырымды алдыма һалырға ҡушты.

– Әҙерһеңме?

– Эйе.

– Битле Гөлнур булып сыҡтың бит әле һин... – Был һүҙгә аптырап ҡалһам да, эскә йылы йүгерҙе: ағай миңә матур тимәксе әллә? Юҡ икән шул, улай түгел...

– Шул шиғырҙа, һана әле, нисә тапҡыр “бит” тигән һүҙ ҡабатланған?

– Биш тапҡыр...

– Дүрт куплетлыҡ шиғырҙа! Ышанам бит, һағынам бит... – Ҡойолоп төштөм.

– Ә бит шиғырың хисле, образлы, ана шул “бит”тәреңдән ҡотолһаң. – Ағайҙың тауышы көлөмһөрәп сыҡты. – Йәйге һандарҙың береһенә әҙерләйем, оҙаҡҡа һуҙма, йәме.

Ысынлап та, 1984 йылдың июнь һанында Илеш егете Ринат Хәйри менән минең шиғырҙар “Йәштәр тауышы” рубрикаһында донъя күрҙе. Шиғриәткә, шағирҙар ҡорона ишек асыуымды мин шул көндән иҫәпләйем – “Ағиҙел”дә баҫылдым бит!

Әле килеп, Абдулхаҡ ағайға рәхмәт уҡыйым: эскерһеҙ ҡул һуҙғаны, биргән һабаҡтары өсөн. Хәйер, әле килеп кенә түгел, ә – ғүмер буйы. Шул тәүге шәлкем тәңгәлендә генә ул миңә, башлап яҙыусы исемлегендәге кешегә, ике тапҡыр шылтыратты, кәңәштәр бирҙе, йәүкәләне. Киләсәгемдә мотлаҡ кәрәгәсәк ижад сәме, һөнәри фиҙакәрлек тигән үрнәк күрһәтте.

Ифрат яуаплы ҡарай ине ул мөхәррирлек бурысына, ҡат-ҡат уҡый, тәнҡит иләге аша үткәрә, шәп кенә тип уйлаған йөмләңдең “сейен” таба ҡайһы саҡ... Һәм тап өҫтөнә баҫа, ни эшләп үҙем күрмәгәнмен, был Абдулхаҡ ағай әллә ниндәй күҙлектән ҡарай ул, тиһең. Ә ул күҙлек, билдәле, һөнәри тәжрибә. Һәм – авторға теләктәшлек.

Ниһайәт, хыял иткән ҡорға, яҙыусылар араһына, килеп инеүем дә Абдулхаҡ ағайҙың күңелемдә өмөт бәпләүе арҡаһында. “Ағиҙел”дә тәүге шәлкемемде күргәс, тормош юлдашым да ышанып китте, күрәһең, минең әҙәби ижадта даланым барлыҡҡа. Шул уҡ йылда, үҙен баш ҡалаға күсереүҙәрен һорап, етәкселегенә ғариза яҙҙы. Ай ҙа үтмәне, ул – Башпрокуратураның бүлек прокуроры, мин “Башҡортостан ҡыҙы” журналының бүлек мөхәррире булып эшләй башланыҡ. Артабан егерме йылға яғын “Ағиҙел”дә эшләргә лә насип булды. Мин килгәндә, остазым хаҡлы ялға сыҡҡайны. Ун туғыҙ йыл хеҙмәт иткән коллективында уны, изге күңелле, саф уйлы кешене (был шағирҙарға төп дәғүәлер ҙә әле), тик ихтирам менән телгә алалар ине.

Абдулхаҡ Игебаев халҡына утыҙҙан ашыу шиғыр йыйынтығы мираҫ итте – был, тейерен генә әйткәндә, шағирлыҡ һәм гражданлыҡ ҡаһарманлығы ул. Был китаптарҙа – уның йөрәк тибеше, милләтенә аманаты, үҙ асылының асылышы ла. Һәм ошо йәһәттән мәшһүр шағирыбыҙ, аҡыл эйәһе Мостай Кәримдән дә теүәлерәк, хаҡлыраҡ әйтеп булмайҙыр. Үҙенең “Күкрәк көсө менән” (1990) тип аталған мәҡәләһендә бына нисек яҙа ул: “Иҫ киткес тәрән мәғәнәле әхлаҡи төшөнсә йәшәй халыҡта: күкрәк көсө менән... Был һүҙгә күп төрлө йөкмәтке һалынған – ир ҡеүәте, тырышлыҡ, егәрле хеҙмәт, ғәҙел маҡсат, рух сафлығы, нәфсеһеҙлек... Абдулхаҡ Игебаевтың үҙе һәм уның ҡырҡ йыллыҡ ижады тураһында уйланғанда, миңә бына ошондайыраҡ фекерҙәр ҡағылып үтте. Ысынлап та, ул әҙәбиәттә үҙен күкрәк көсө менән раҫланы”. Артабан Мостай ағай замандашы Абдулхаҡтың тыуған төйәге Баймаҡ яҡтарына һоҡланыуын һүрәтләй ҙә, “...ижадсының шишмә башы, сәңгелдәге, тамырҙары хаҡында һөйләү уның үҙе хаҡында һөйләү түгелме ни?” тип ҡуя. “Оран һала Ер-Әсә” поэмаһында Мостай Кәрим шағир ижадының айышы үҙгәреүен, уның фажиғәле оранын ишетеүен билдәләй. “Мөхәббәт йыры” поэмаһын иһә ул мөхәббәт лирикаһының йөҙөк ҡашы тип атай. Мәҡәлә Абдулхаҡ Игебаевтың миҫалға килтерелгән “...Һин ни хәлдә? Минең әле бөркөттәй ажар сағым – иң бейек тауҙарға менеп, маяҡтар ҡаҙар сағым!” тигән шиғыр юлдарын ҡеүәтләп, “Шулай булһын, Абдулхаҡ! Күкрәк көсөң ҡайтмаһын!” тип тамамлана.

Мостай ағайҙың теләктәре бойомға ашҡанын, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, Халыҡ шағиры тигән юғары исемгә лайыҡ булған Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевтың бейек ижад тауҙарына менеп, маяҡтар ҡаҙағанына беҙ шаһитбыҙ, иншалла.

Ижады күп яҡлы

Өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә ижад итте Абдулхаҡ ағай. Уның шиғырҙарында асылмаған тема, балҡымаған хистәр ҡалмағандыр: мөхәббәт тә, табыш-юғал­тыуҙар ҙа, бәхет тә, ҡайғы-һағыштар ҙа. Әммә ул күпселек шиғриәт иленең ҡояшлы яғында булды, образдар галереяһын яҡты, сағыу буяуҙар менән һүрәтләне. Бөртөкләп йыйылған ижад ынйылары, ғүмер артылыштары... Әлеге минутта минең ҡулымда шағирҙың “Беҙ – баймаҡтар бит әле” (2013) тигән китабы. Исеме үк әйтеп тора, был – атайсалға бағыш, шағирҙың рәхмәтле күңеленән тәпәй баҫҡан тыуған еренә, тәүләп һыулаған һыуҙарына, тәүләп һулаған һауаһына инселәнгән. Әммә уны, ҙурҙан алып, “Беҙ – башҡорттар бит әле” тип тә атап булыр ине: беҙҙең аҫаба рух, беҙҙең тарихи һөрән, беҙҙең тамғалы асыл, һайыҡмаҫ моң – уртаҡ!

Яҡташтарының да Абдулхаҡ ағайҙы нисек яратыуын беләм – тиң һөйөү, тиң хөрмәт, бәрәбәрлек өлгөһө. Тыуған районының Батыр Вәлид исемендәге премияһының тәүге лауреаты, почетлы гражданы булыуы шуға дәлил түгелме ни?!

“Атайсалым, берҙән-берем, тамыры алтын ергенәм”, – тип өндәшә ул Баймағына, ерҙәштәрен “Ҡояш йөрәкле халыҡтар” тип нарыҡлай. Был юлдарҙа, юғары хисапта, – шағирҙың тотош башҡорт халҡына, Башҡортостаныбыҙға булған ҡайнар һөйөүе кәүҙәләнә. Дөрөҫлөк шунда: илһөйәрлек тыуған йортоңдан, тыуған төйәгеңдән башлана. Юҡҡа ғына “Төйәгемә һөйөүемде ҡая таштарына түгел, яҙҙым халҡым йөрәгенә” тимәй шағир.

Бәхетле булдың, ағай!

Эйе, Абдулхаҡ Игебаев – Баймағына ҡарата игелеккә бай шағир. Ер аҫты алтын менән тулған был төбәк алтындан да һиммәтлерәк кешеләре менән дә данлыҡлы. Шағир ана шундай яҡташтары хаҡында ғорурланып йырланы, халыҡсан образдар тыуҙырҙы, үҙенең геройҙарына – “Бөгөн игенсенең эшсән ҡулы Ер ҡояшы итеп күтәрә бит сыуаҡ Башҡортостан икмәген!” тигән ҡанатлы юлдарға лайыҡ игенселәргә, төбәк, ил иҡтисадын, мәҙәниәтен күтәреүселәргә “рәхмәт ямғырҙарын” яуҙырҙы.

Ә бит рәхмәтле була белеү – кешемен тигән кешегә үҙе ҙур талант! Абдулхаҡ Игебаевтың, Темәс балалар йортоноң элекке директоры Ғәйниә Йомағоловаға оло ихтирамымдың йәдкәре булһын тип арналған “Рәхмәт һүҙе” шиғырын нисек урап үтәйем ошо уңайҙа? “...Йолоп алып аслыҡ-йоттарҙан, рухыбыҙҙы, хисебеҙҙе ҡурсып ҡара яҙмыш һалған туттарҙан, күбә­ләктәй генә йәнебеҙҙе әжәл тырнағынан ҡотҡарған” Ғәйниә апаһына шағир “һәр детдомдаш һиңә баш эйә!” тип изге хистәрен юллай. И, матур күңелле ағайым, тинем ошо юлдарҙы уҡығас, һинең ихлас әйтеүеңә иманым камил да, тик һәр берәү ҙә ундай түгел шул. Ашаған табағына төкөрөүселәр ҙә етерлек был донъяла. Ғәфү итсе был хәбәремә,”Ни уйлайҙыр детдомдаштар” тигән шиғырыңды уҡып, күңелем тулғайны...

Бәләкәй генә көйө тома етем ҡалһа ла, “Донъяла ни әсе? Тоҙ ҙа әсе, күк әрем дә әсе, күҙ йәше лә әсе бигерәк...Әммә-ләкин үкһеҙ етемлектең әсеһе бит тағы әсерәк!” икәнен татып белһә лә, күңелендә ҡояш бәпләгән шағир, тыуып үҫкән еренә мөхәб­бәтен йөрәк түрендә йөрөткән улан ул, шуға ла поэма һәм ҡобайырҙарында “О, ғәзиз ер, мине ул гел игелеккә өйрәтте... Бабаларым ҡабыҙған тәү төйәгем усағын күкрәгемдә дөрләтте” тип яҙған, “Болоттарға терәп ҡаҡ соңҡаңды, һәр саҡ мәғрур тор һин, Ирәндек!” тип өндәгән, “Күкшел тулҡын сөйгән” Талҡаҫын, “Гәлсәр тауышын сыңғыратҡан” Һаҡмарын, “Тәҡдиремә бәйле серҙәшем” тип ҡабул иткән тыуған ауылы Күсейҙе өҙөлөп һағынған. Һәм түгелеп йырлаған!

Абдулхаҡ ағайҙың “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар” (1990) тип аталған китабы минең күпме уйҙарыма уйҙаш, һағыштарыма һағышташ булғанын үҙем генә беләм. Ул минең ҡулыма ныҡ ҡайғылы сағымда килеп керҙе – шул йылда Раилымды юғалттым. Эсе тулы яҡтылыҡ, моң булғанын белгәс, шиғырҙа­рымды башта уға уҡый инем, “музыкаһын тоям” тиһә, осоноп китә торғайным... Иҫемә төшә лә, өлкән ҡәләмдәшемдең китабына һығынам, үҙ алдыма тормош юлдашымдың рухына өндәшәм, әйтелмәгән һүҙҙәрем күп ҡалды шул, тип. Иламайым, сөнки эргәмдә күҙҙәремә һағайып ҡарап ике балам йөрөй. Шулай, ауыр мәлдәремдә таяныс булды китабың, Абдулхаҡ ағай, рәхмәтем яуһын һиңә!

Яңыраҡ “Ағиҙел”дең 7-се һанында Баймаҡ ҡыҙы, исеме яҙыусыларҙың барыһына ла яҡшы таныш китапханасы Луиза Дәүләт­шинаның ”Ямғырҙы туҡтатты ағайым...” тигән иҫтәлектәрен уҡып ҡыуандым. Кемдер әйтер, туҙға яҙмағанды, тиер, ә мин ышанам! Аб­дулхаҡ ағайҙың саф, игелекле энергетика­һының ямғырҙы яуҙыра ла, туҡтата ла алыуы ихтимал. “Тылсымлы көс тоям үҙемдә” тигән бер шиғырында ул: “Тыным менән иретеп боҙҙарҙы мин, бөрөләрҙе япраҡ ярҙырҙым...” ти ҙә баһа. Ихлас теләктәр бойомо бар итеп тота был донъяны!

Әйтелмәй ҡалмаһын, һоҡланыулы хис­тәремде шағирҙың ҡатыны, рухташы, муза­һы, Йәнгүзәле Маһиҙә апайға ла еткергем килә, яйы сыҡҡанда. 65 йыл бергә ғүмер иткән улар, һөйөп-бәпләп аҡыллы, уҡымыш­лы матур ҡыҙ үҫтергәндәр: философия фәндәре кандидаты Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы Игебаева Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡыта, социаль-иҡтисади һәм гуманитар фәндәр кафедраһы доценты, тиҫтәләрсә ғилми хеҙмәт авторы.

Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы Игебаева 40 йылдан ашыу Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһының өлкән мөхәррире булып эшләне. Минең бәғзе китаптарыма ла уның күҙ нурҙары, нәшерсе тәжрибәһе һирпелгән. Тәүге осрашыу тәьҫораты күңелдә юйылмаған: өҫтәл артында зауыҡ менән, тотанаҡлы кейенгән, итәғәтле лә, һынсыл да ҡарашлы, сырайына, мин үҙ баһамды яҡшы беләм, тип яҙылған ҡатын ултыра. Бер ҡарауҙа аңлап та етмәнем, тәкәббер әллә был апай, тип уйлап ҡуйҙым. Ҡиәфәте рәссамдар төшөргән дворяндарға оҡшаған – аҡ йөҙлө, төҙ танаулы. Өҫтәл артынан сыҡҡас, уның ыҡсым кәүҙәһен тура тотоп, башын сөйөп кенә атлауын күреп, үҙем дә арҡа һөйәгемде турайтҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым, эйәгемде эйеп, бәлшәйеп тора инем, юғиһә. Ә ысынында, яҡындан белгәс, Маһиҙә апай авторҙарға ихтирамлы, иғтибарлы, үҙ бәҫен генә түгел, үҙ һөнәрен дә яҡшы белгән тәрбиәле кеше булып сыҡты. Төҫкә-башҡа, әлеге өлкән йәшендә лә, барыбер аҡһөйәктәргә тартым ул.

Абдулхаҡ ағай менән Маһиҙә апай ғаилә ҡотон һаҡлап, рухташ, фекерҙәш, кәңәштәш булып, оҙон ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп үткән. Шағир ҡатыны булыуҙың еңел түгел икәнлеген һиҙәм мин. Берсә сабыйҙай бер ҡатлы, берсә ошо сал донъялай мең ҡатлы, Аллаһ Тәғәләнең бүләге (һәм йөкмәткән бурысы ла) насип булған һирәк әҙәмдәр бит ул шағирҙар. Шул һирәктәрҙең береһен тиң күргән, тормош һуҡмаҡтарында ҡатар атлаған, аңлаған өсөн рәхмәт, Маһиҙә апай.
Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа, уның ҡоласлы ижадына ҡарата әйтер һүҙҙәр, иҫтәлектәр күп инде ул, теҙә китһәң. Йом­ғаҡлап, уның яҡты рухына баш эйеп өндәшәм: ғаиләңдән, яҡташтарыңдан, ижадыңдан уңдың, ил-халҡыңдың хөрмәтенә сумдың, ағай – бәхетле булдың, тимәк!

Гөлнур ЯҠУПОВА
"Башҡортостан" гәзите
Поделиться