НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Ҡалтасы районы. Ҡоролтайға 25 йыл

3 июля 2020, 16:19

2 июндә — Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ- ара берлеге. Уның төп маҡсаты — башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.


Ҡалтасы районында иң беренсе ҡоролтай эше 1995 йылдарҙа башланып китә. Районда беренсе ҡоролтай рәйесе булып Ғизетдинов Рәузәт Рәхимйән улы һайлана. 1995 йылдың 1-2 июнендә Өфө ҡалаһында үткән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай барамына Ҡалтасы районыннан делегаттары булып — район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Максимова Зоя Вәли ҡыҙы менән Хеҙмәт Социалистик Геройы, алдынғы нефтсе Фаизов Фануз Фаиз улы барҙы.


2001 йылдан башлап Ҡалтасы районының ҡоролтай район рәйесе булып «Тирә — яҡты өйрәнеү» музейы директоры Ғарипова Әнисә Ислам ҡыҙы һайлана һәм ул оҙаҡ йылдар етәкселек итә.


2002 йылдың июнендә Өфө ҡалаһында үткән II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары булып — Ғарипова Әнисә Ислам ҡыҙы менән Нуруллина Хәҙисә Мәғәрүф ҡыҙы һайлана.


III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфө ҡалаһында үтә һәм Ҡалтасы районыннан делегат булып — Ғарипова Әнисә Ислам ҡыҙы менән башҡорт теле уҡыытусыһы Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы һайлана.


Район ҡоролтай рәйесе Ғарипова Әнисә Ислам ҡыҙы һәм Шәймөхәмәтова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы тарафыннан район ҡоролтай, башҡорт ойошмаһы кәңәшмәләре ойошторола, кәңәшмәлә төрлө борсоған һорауҙар, социаль проблемаларҙы хәл итеү саралары ҡарала. Ошондай кәңәшмәләр район хакимиәтендә, район музейында һәм Краснохолм ауыл китапханаһында үткәрелә.

Кәңәшмәләрәҙә район мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙылар һәм 1996 йылда районда иң беренсе булып Краснохолм 2-се мәктәптә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башлай. Балаларҙы башҡорт теленә Ғәлимова Зәкиә Мәғәрүф ҡыҙыт уҡыта башлай. Ул дәрестәрҙә мари, удмурт, рус һәм башҡа милләт балаларына башҡорт йырҙарын, бейеүҙәрен, башҡорт халыҡ уйындарын өйрәтә һәм милли йола байрамдарын ойоштора. Ощо алымдар аша балаларҙа башҡорт халҡына, телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй башлай. 1997 йылда Краснохолм 2-се мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы Дәүләтова Лилиә Фәндүс ҡыҙы, Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы һәм Солтанова Флера Әхмәтзәки ҡыҙы дауам итте.

1997 йылдан башлап райондың бөтә мәктәптәрендә лә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башланы, балалар баҡсаларында башҡорт теле түңәрәктәре асылды.

Район башҡарма башҡорттар ҡоролтайы инициативаһы буйынса Ҡалтасы районында беренсе «Гөлбостан» башҡортса район гәзите баҫтырыла башланы. «Гөлбостан» башҡорт район гәзитенең редакторы Зөбәйерова Нәрисә Байморат ҡыҙы һайланды. Гәзит биттәрендә үҙҙәренең эш тәжрибәләре һәм уҡыусыларының ижады менән райондың башҡорт теле уҡытыусылары уртаҡлашты.

2007 йылда Ҡалтасы районында администрация хакимиәте һәм төрлө бюджет организация белгестәре, хеҙмәткәрҙәре өсөн башҡорт теленнән ике йыллыҡ курстар ойошторолдо. Был курстар Калтасы 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә үткәрелде. Курстарҙы райондың башҡорт теле уҡытыусылары Дәүләтова Лилиә Фәндүс ҡыҙы менән Зөбәйерова Нәрисә Байморат ҡыҙы алып барҙы. Дәрестәр айырым төҙөлгән план буйынса уҡытылды һәм һәр белгес, хеҙмәткәрҙәр башҡорт һөйләү телмәрен өйрәнә башланы.

Тағы ла бик һөйөнөслө хәбәр булып, районда ҡурайсылар класы асылды. Ҡурай дәрестәрен Нефтекама филармонияһының художество етәксеһе һәм ҡурайсы Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы алып барҙы. Ғарипова Әнисә Ислам ҡыҙы Өфөнән башҡарма ҡоролтай етәкселәренән районға ҡурайҙар алып ҡайтты һәм беренсе ҡурайҙа уйнау дәрестәре башланды. Ҡурайсылар күп тә үтмәй районда үткән төрлө байрамдарҙа ҡурайҙа уйнап, сығыш яһанылар. Айбулат Дәүләтбай улы үҙенең уҡыусылары менән өс йыл республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яуланы.

Ҡалтасы районының район профсоюз рәйесе Саматов Риф Самат улы үҙ ғаиләһе тураһында шәжәрә китабын баҫтырып сығарҙы һәм республика конкурсында ҡатнашып өсөнсө лаурет Дипломына лайыҡ булды. Риф Самат улы үҙенең генә шәжәрәһен өйрәнеү менән сикләнмәне, ул тыуған ауылы Яңы Аткүл һәм Барһуҡ ауылдарының тарихын һәм шәжәрәләрен өйрәнеп, быйыл китап итеп баҫтырып сығарҙы.

Ғарипова Әнисә Ислам ҡыҙы менән берлектә Краснохолм ауыл китапханасы мөдире булып эшләгән Шәймөхәмәтова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы һәм башҡорт теле уҡытыусылары эшләне.

2015 йылдың ноябрендә Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла һәм Ҡалтасы районыннан делегат булып — район ҡоролтай рәйесе Рәшитов Булат Рәфит улы ҡатнаша. Булат Рәфит улы Ҡалтасы районында район башҡорт ҡоролтай етәксеһе булып 2011 — 2019 йылдарҙа эшләне.

2015 йылдың октябрь айында — Краснохолм мәҙәниәт йортонда район башҡорттарының ҡоролтай тарафыннан сираттағы конференцияһы үтте. Конференцияла район админимстрация хакимиәте етәксеһе, башҡорт теле уҡытыусылары һәм «Ватан» башҡорт милли мәҙәни ойошма ҡатнашты, башҡарған эштәргә йомғаҡ яһалды һәм алдағы көндәргә план төҙөлдө.

1997 йылда Краснохолм ауыл китапханаһында «Ватан» башҡорт милли мәҙәни үҙәк төҙөлә. «Ватан» башҡорт милли мәҙәни үҙәктең етәксеһе — Шәймөхәмәтова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы була.

Шулай уҡ, Краснохолм ауыл китапхана бүлегендә Шәймөхәмәтова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы инициативаһы менән «Йәншишмә» башҡорт милли ойошмаһы уңышлы эшен башлап ебәрә. Был милли башҡорт ойошмаһы милләт яҙмышын хәстәрләү һәм иң тәүҙә милли мөхит булдырыу өсөн ойошҡан милли үҙәккә әйләнеп китә. Халыҡҡа һәм киләсәк быуынға башҡорт халыҡ йола байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен еткереүҙә һәм халыҡҡа рухи ҡиммәттәрҙең асылын аңлатыу өсөн янып-көйөп йөрөгән активистар — Шәймөхәмәтова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы, Нуруллина Хәҙисә Мәғәрүф ҡыҙы, Ғайнанова Зөһрә Тимирхан ҡыҙы, Ғилмәлетдинов Ирек Сәйетхән улы, Хәйбуллин Ағләм Сабир улы, Хәйбуллина Фәйхүнә Хәйбулла ҡыҙы, Баһманов Фәғит Вәсим улы, Баһманов Илфат Вәим улы, Баһманова Олиә Мөғәмир ҡыҙы, Талипова Рәйлә Фаяҙ ҡыҙы, Ғәлимова Зәкиә Мәғәруф ҡыҙы, Сиразев Зәйкәт Талип улы, Артюхова Илзида һәм Артюхов Риф, Вәлеева Минзәлә Рүзин ҡыҙы, Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы, Солтанова Флера Әхмәтзәки ҡыҙы, Зөбәйерова Нәрисә Байморат ҡыҙы, Новоселов В.Н., Саматов Риф Самат улы, Рәшитов Булат Рәфит улы һәм Дәүләтова Лилиә Фәндүс ҡыҙы.

Шәймөхәмәтова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы етәкселегендәге башҡорт милли ойошма республикала үткән төрлө милли байрамдарҙа, «Уйна, гармун» һәм башҡорт тирмәһе бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашып призлы урындар яуланылар. Улар республиканың төрлө райондарында: Яңауыл, Саҡмағош, Балтас, Ишимбай һәм Салауат райондарында ҡатнашып Грамота, Дипломдарға лайыҡ булдылар.

«Йәншишмә» башҡорт милли ойошмаһы район, ауыл халҡын башҡорт спектаклдәре менән дә хайран ҡалдырҙылар. Районда үткән бөтә милли байрамда ла әүҙем ҡатнашалар һәм ойошторалар: "Ҡарға бутҡаһы","Кәкүк сәйе","Ҡунаҡ ҡаршылау","Ҡаҙ өмәһе","Һабантуй«, «Шәжәрә байрамы», «Һаумыһығыҙ. ауылдаштар», "Ураҙа байрам"ы, "Ҡорбан байрам«ы, «Исем туйы» һәм башҡалар.

Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Краснохолм китапханаһында мәктәп уҡыусыларына менән Башҡортостандың яҙыусылары һәм шағирҙары менән осрашыу кисәләрен бик матур ойошторҙо.

2019 йылдың 25 мартында районда башҡорттар ҡоролтайының сираттағы отчет һәм һайлау конференцияһы үтте. Район ҡоролтай рәйесе итеп мине — Дәүләтова Лилиә Фәндүс ҡыҙын һайланылар. Алда — милләтте тәрбиәләү, берләштереү, туплау, барлау, осраштырыу, туғанлыҡ ептәрен нығытыу бурысы ҡуйылды. Бигерәк тә йәштәребеҙгә ныҡ иғтибар бирелә, уларҙа үҙ милләтең менән ғорурланыу хисе уятыу тора. Башҡорт теленә, тарихына, шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу арта.

Бөгөнгө көндә, район башҡорттар ҡоролтайы рәйесе булараҡ, минең алда торған күп бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Мин үҙҙәренең ныҡлы тәжрибә туплаған Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы, Хәҙисә Мәғәрүф ҡыҙы, Әнисә Ислам ҡыҙы һәм Булат Рәфит улыннан алам. улар башҡарған изге эштәрҙе дауам итергә, киләсәк быуынға еткерергә бурыслымын. Ошо изге бурыстарҙы башҡарырға миңә район ҡоролтай ағзалары — Шәймөхәмәтова Р.Р., Нуруллина Х.М., Ғарипова А.И., Насибуллина М.Р., Хәйбуллина Ф.Х., Хәйбуллин А.С., Баһманов Ф. С., Солтанова Ф.З., Нурисламова Г.А., Талипова Р.Ф., Баһманова О.М., Сафина Л.Р., Набиуллина И.Т., Ноғманова Л.Ш., Валеева М.Р., Әдиғәмова Г.Ф., Зубаирова Н.Б., Әбсәләмова С.М.. Әбсәләмов И.М.. район админисрация етәкселәре һәм башҡорт теле уҡытыусылары ярҙам итә.

Мәктәптәрҙә «Башҡорт фольклоры» түңәрәктәре актив эшләп килә, уҡыусылар әүҙем йөрөҙәр. «Башҡорт фольклоры» түңәрәгендә башҡорт халҡының ғөрөф — ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнәләр, башҡорт халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштерәләр. Уҡыусыларыбыҙ «Башҡортостан ынйылары» район һәм зональ фестиваль — конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.

Йыл һайын районда «Һаумы, һаумы, Әкиәт», «Урал батыр», «Шәжәрә байрамы», «Милли кейем», «Быуында бәйләнеше», «Салауат Юлаев — милли батырыбыҙ», «Аҡмулла көндәре», «Тере шишмәләр», Республика көнөнә, башҡорт халыҡ шағирҙарына һәм башҡорт халҡының йола байрамдарына арналған төрлө саралар үтә. Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы тарафыннан үткәрелгән башҡорт теленнән Төбәк — ара диктантта ла һәм Тоталь диктантта ла актив ҡатнашабыҙ

2004 йылдан башлап райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары «Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы» Төбәк-ара конкурста ҡатнашып асыҡ дәрестәр. Кластан тыш саралар күрһәтәләр һәм педагогик презентация яҡлайҙар. 2020 йылда Ҡалтасы районыннан Кейебәк урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Нурисламова Глүсә Әлфит ҡыҙы ҡатнашып. тик яҡшы һөҙөмтәләр менән һөйөндөрҙө.

2019–2020 йылдарҙа БСТ телеканалы «Сәләм, Республика!» тапшырыуы ойошторған яңы проекттарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ: «Райондың ете мөғжизәһе», «Райондың билдәле шәхестәре», «Халыҡ таланттары» һәм «Бөйөк Еңеүгә — 75 йыл!». Ошо яңы проекттарҙа районды яҡллап сыҡтылар — Нуруллина Х.М., Исламова А.И., Әбсәләмов И.М., Хәйбуллин А.С., Дәүләтова Л.Ф. һәм «Йәншишмә» башҡорт фольклор ансамбле.

2019 йылда Краснохолм мәҙәниәт йорто бүлегендә «Йәншишмә» башҡорт фольклор ансамбле әүҙем эшләп килә. «Йәншишмә» башҡорт фольклор ансамбленә Ҡалтасы һәм Краснохолм ауылының ағинәйҙәре актив ҡатнаша. Районда үткән бөтә байрамдар ҙа, фольклор кисәләр ҙә башҡорт фольклор ансамбле ҡатнашлығында бара.

Бөгөнгө көндә ҡурайҙа уйнау дәрестәре ҡабаттан тергеҙелде һәм дауам итә. Ҡалтасы районы тураһындағы яңылыҡтарҙы «Ҡурай» региональ гәзитендә, корреспондент булараҡ ай һайын сағылдырып барам.

Район ҡоролтай ағзалары, башҡорт теле уҡытыусылары һәм мәктәп уҡыусылары районда һәм республикала үткән төрлө милли акцияларҙа, флешмобтарҙа ҡатнашып видеояҙмаларҙа үҙ эштәрен сағылдыралар: «Башҡорт милли ризығы», «Милли кейем», «Рәми Ғарипов шиғырҙары», «Еңеүгә — 75!» һ.б..

Район башҡорттар ҡоролтайы Краснохолмский ауылындағы «Нефтселәр» Мәҙәниәт йорто менән берҙәм эшләй:

· Мәҙәниәт йорто директоры Пята Надежда Дмитриевна һәм Краснохолм ауыл китапханасы Кузнецова Евгения Родионовна менән берлектә башҡорт халыҡ яҙыусыларына һәм шағирҙары бағышланған, уларҙың фотолары менән бәләкәй календарҙар сығарабыҙ;

· Ағинәйҙәребеҙ менән бергәләп башҡорт милли биҙәнеү әйберҙәре — Түшелдеректәр тегәбеҙ, этно-амулеттар эшләйбеҙ.

· Уҡыусыларҙы һәм ауыл халҡын бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим һәм башҡа яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙары, әҫәрҙәре һәм повестары менән таныштырабыҙ.

· Асыҡ онлайн республика конкурсында ҡатнашып — «Урал-батыр» эпосына бағышланған башҡорт бейеүе" — номинацияһында I степень Диплом лауреатына лайыҡ булдыҡ.

Уҡыусыларыбыҙҙа һәм халҡыбыҙҙа милли рух, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү, телебеҙҙе башҡа милләт халыҡтары ла өйрәнһен, үҙләштерһен һәм яратһын өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға, көсөбөҙҙө йәлләмәй тырышып эшләргә кәрәк. Ә һөҙөмтәләр көттөрмәйәсәк!

Бөтә башланғыстарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа ихлас күңелдән ярҙам күрһәткән һәм әүҙем эшләгән хөрмәтле шәхестәребеҙгә, милләттәштәребеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм. Ҡоролтайҙың оло байрамы менән ҡотлайым, донъялар именлеге, тыныс тормош һәм киләсәк теләйем.

Л.Ф. Дәүләтова.
Ҡалтасы районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе
Поделиться