НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

«Асыҡ студия» ла атлылар дивизияһы тураһында

20 ноября 2020, 15:58

«Юлдаш» радиоһының «Асыҡ студия» тапшырыуында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Азат Ярмуллин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында һөйләне

2020-се йылдың ноябрь айында, быйыл, Башҡортостанда тәүге тапҡыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнде.

Был «Асыҡ студия» башҡорт атлылар дивизияһына ҡағылышлы яңы факттарҙан торҙо һәм дивизия торошона бөтөнләй ҡалыплашмаған ҡараш ташлау менән айырылды.

Әлегә тиклем өйрәнелмәгән, артыҡ һөйләнелмәгән мәғлүмәттәр яңғыраны. Улар спикерҙың Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивынан-Подольскийҙа танышып ҡайҡан материалдары нигеҙендә халыҡҡа еткерелде.Эксклюзив эфир өсөн тарихсы Азат Ярмуллинға рәхмәт!

Азат Ярмуллин: Башҡорт атлылар дивизияһы танктарға ҡаршы аттарҙа ҡылыс тотоп ташланмаған, әлбиттә. Граждандар һуғышы менән бутарға кәрәкмәй.

Кавалерия дивизияһының төп бурысы, өҫтөнлөгө-уның мобиль ғәскәр булыуында-йәғни тиҙ арала бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй алыуында.

Дивизия составында һәр полктың үҙенең батареяһы була. Дивизияла 148-се артиллерия миномет полкы була, бынан тыш, зенит батареяһы-самолеттарға ҡаршы һуғышсылар һәм, һуғыш һуңында, танк полкын да беркетәләр. Тулайым ғәскәри берләшмә була.

-Марвел супергеройҙарын үҙебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына алмаштырыу? Ә һеҙ быны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Тарихи шәхестәрҙән, ветерандарҙан комикстар яһау дөрөҫ булырмы икән? Масштабтарын уйлар кәрәк.

Иғтибарығыҙға: тулы тапшырыу.

Гузель Ситдикова
Поделиться