НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Новости

Күренекле ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

19 октября 2020, 23:47

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күренекле башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовтың ҡапыл вафат булыуы сәбәпле туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ, ныҡлы рух, күңел бөтөнлөгө теләй.

Абруйлы, маҡсатлы, ғәҙел, хеҙмәт һөйөүсән, кешелекле ғалим күп быуын вәкилдәре өсөн остаз, өлгө булды. Башҡорт тел ғилемендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Мөхтәр Әхтәмовтың хеҙмәттәре лексикография һәм лексикология менән тығыҙ бәйле. Уның «Башҡортса-урыҫса омонимдар һүҙлеге» (1966 йыл), «Башҡорт телендәге омонимдарҙың аңлатмалы һүҙлеге» (1986 йыл), «Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге» (1973, 1987 йылдар), «Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге» (1992 йыл), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (1994 йыл), «Башҡорт теленең кире һүҙлеге» (1999 йыл), «Татар теленең кире һүҙлеге» (1999 йыл), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (2007 йыл) һәм башҡа хеҙмәттәре башҡорт тел ғилемендә генә түгел, төркиәт фәнендә лә киң билдәле.

Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген» төҙөүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ ул — 1981 йылда Мәскәүҙәге «Наука» нәшриәтендә баҫылған «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәттең авторҙарының береһе. Был ғилми эше өсөн ғалимға СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының премияһы бирелә.

Юғары уҡыу йорто ғалимы булараҡ, Мөхтәр Әхтәмов күләмле дәреслектәр өҫтөндә әүҙем эшләй. 1978 — 1980 йылдарҙа өс киҫәктән торған «Хәҙерге башҡорт теле», 1986 йылда «Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология», 2000 йылда «Хәҙерге башҡорт теле. Ялғауҙар ярҙамында һүҙъяһалыш» исемле әсбаптары донъя күрә.

Профессорҙың 2002 йылда баҫылған «Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография» һәм «Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфоэпия, морфемика, морфонология, һүҙъяһалыш» (авторҙашы — профессор Н.Х. Ишбулатов) исемле хеҙмәттәрендә башҡорт тел ғилеменең күп мәсьәләләре хәҙерге фән кимәлендә хәл ителә. "Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге"ндә (2008 йыл) айырым һүҙҙәр ярҙамында барлыҡҡа килгән алты мең самаһы мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бергә туплап бирелә.

Дөйөм алғанда, М.Х. Әхтәмов — өс тиҫтәнән күберәк китап һәм дәреслек, 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Милләтебеҙ ғәйәт ҙур юғалтыу кисерҙе. Бәхил бул, башҡорттоң арҙаҡлы улы. Башҡорт илең, ғәзиз халҡың һине мәңге онотмаҫ!

Поделиться