НовостиТрезвое селоИсторияАтайсалЦифровой башкирБайгеГод науки и просвещенияГод башкирской историиМнениеБашкирские родаҠоролтай тауышыБашкирский языкШаймуратовцыКалендарь ПроектыВидеоРадий ХабировВеликая ПобедаОбразованиеФольклор100 лет РББелорецкий районВсемирный курултай башкирМолодежьГод Башкирской культуры и духовного наследияИжади майданКазаньЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБирский районАгидельЕрмекеевский районСтерлибашевский районБалтачевский районУфимский районКараидельский районПодкастыИталияБлаговарский районСтратегия развития башкирского народаГрантыБураевский районМифтахетдин АкмуллаВойлоковаляниеАхмер УтябайНурия ИксановаНаукаГульназ ЯкуповаЭльвира МуталоваBashkort 2.0Татышлинский районБашкирский национальный костюмРелигияБашҡорттарГаббас ДавлетшинАльшеевский районСоюз женщин РБУрал-батырКанадаҺылыуҡайБашкирская литератураБашкирские украшенияНациональная кухняДни башкирской культурыМишкинский районАкбузатКуштауЮлдыбайТанцыЯйляуАударышБелорецкТурцияФедоровский районМелеузовский районБизнесБуздякский районАургазинский районСалаватский районМечетлинский районСеверо-восточные башкирыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБелокатайский районТуркменистанНефтекамскБабичСалават ЮлаевДень башкирского языкаШульганташБашВикиЗилаирский районБурзянский районГафурийский районШаранский районКигинский районВладимирКугарчинский районАлтайУдмуртияМелеузовский районХайбуллинский районХМАОИглинский районСалаватКалтасинский районДюртюлинский районСанкт-ПетербургИлишевский районМоскваУфаТуризмКуюргазинский районЧишминский районЧекмагушевский районДавлекановский районМиякинский районМежгорьеБижбулякский районТеатрСибайКумертауУчалинский районБелебеевский районЯнаульский районСаратовская областьСвердловская областьБакалинский районПереписьПермьТуймазыИшимбайБашкирский медОктябрьскийУразаКурайКумысБашкирская лошадьСМИБлаговещенский районДуванский районСпортАрхангельский районУзбекистанАскинский районСтерлитамакКармаскалинский районАбзелиловский районИнтернетКушнаренковский районНуримановский районКраснокамский районБСТКоронавирусДиктантСеверные амурыСеверо-западные башкирыЧелябинскЗианчуринский районОренбургКазахстанТатарстанПрирода Баймакский районСаратовКультура Башкиры в миреГод башкирского языкаКурганСамараБашкиры РФДиалектМатериалы на русском языкеИнтервьюФлэшмобШаймуратовЛичностьСтатьи
Голос курултая

Боронғолоҡ менән заманыбыҙ осрашҡан ерҙә

29 июня 2020, 19:15

Бөрйән районына сәфәргә сыҡҡан һайын Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Бөрйән яҙмалары”н иҫкә төшөрәм. Юлдар юҡ, машиналар ҙа әлеге кеүек уңайлы булмағандыр инде, әммә башҡорт иленең иң хозур төбәгенә барған һайын барғы ғына килеп тора шул. Сәбәптәре лә бик етди – аҡылың менән бында халҡыбыҙҙы донъяға танытҡан “Урал батыр” эпосы яралыуын аңлайһың, йөрәгең менән саф һауалы, иҫ киткес тәбиғәтле төбәккә ынтылаһың, эске аңың менән бында асылыңа ҡайтарыр, халҡың үткәне хаҡында башҡа телдә һөйләр тылсым көсө тарта. Шүлгәнташ мәмерйәһендә, уның тирә-яғында һуңғы йылдарҙа ҙур эштәр атҡарыла. Улар барыһы ла төбәккә туристарҙы йәлеп итеү өсөн генә түгел, тәү сиратта боронғо тарихи ҡомартҡыны заман шарттарында һаҡлау, халыҡ өсөн – эш, ҡулланыусылар өсөн сервис булдырыу маҡсатынан да ойошторола. Ошо хаҡта ентекле һөйләшер өсөн Шүлгәнташ музей комплексы эштәре менән шөғөлләнгән Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Данир Әхмәҙи улы, был музей комплексы нимәнән ғибәрәт буласаҡ?
– Музей комплексы мәмер­йәнән бер ярым саҡрым самаһы йыраҡлыҡта төҙөлә. Уның төп миссияһы – ошонда килгән һәр кемгә боронғо һүрәттәр һәм уларҙы төшөргән кешеләр йәшәгән дәүер хаҡында, шул иҫәптән “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары аша башҡорт еренең һәм халҡының тарихы, мәҙә­ниәте тураһында мәғлүмәт еткереү. Музей ни өсөн эшләнә? Беренсенән, музей комплексын төҙөү ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә инеү өсөн төп талаптарҙың береһе ине. Әле Шүлгәнташ ЮНЕСКО исемлегенә инеүгә дәғүә иткән айырыуса ҙур ҡиммәткә эйә объекттар иҫәбендә. Эшебеҙҙе күҙәтеп барғандар был хаҡта хәбәрҙар. Музейҙа Шүлгәнташ мәмерйәһенең айырым диуарҙа­рының күсермәһе буласаҡ. Алда әйткәнемсә, бына ошо музей аша ла ҡомартҡы хаҡында бар мәғлүмәтте алыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

– Мәмерйәнең үҙенең эсенә керергә ярамай, тип аңланым...
– Белеүегеҙсә, туристар өсөн уңайлы баҫҡыстар менән йыһаз­ландырылған “Портал”, “Төп галерея”, “Сталагмит залы”, “Каскадлы галерея” залдары асыҡ ҡала. 2018 йыл аҙағында Баш­ҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Шүлгәнташтың төпкө зал­дарына инеү туҡтатылды. Мәмерйәләге боронғо һүрәттәрҙе антропоген йоғонтонан араларға кәрәк. Кеше бүлеп сығарған углекислый газ, дымлы һауа менән ҡушылып, хәүефле химик берләшмә барлыҡҡа килтерә, уныһы һүрәттәрҙе ҡаплаған кальцит ҡатламын “ашай”. Бынан тыш, кешеләрҙең йылы бүлеп сығарыуын да онотмаҫҡа кәрәк. Һүрәттәрҙең һаҡланыуына даими һалҡын торған температура ла булышлыҡ иткән.

Хәҙер иһә туристарҙың күпләп инеүе арҡаһында мәмерйә йылына. Туристарҙың мәмерйәгә ойошҡан рәүештә бер һуҡмаҡтан тайпылмайынса инеп сығыуын дә тәьмин итергә кәрәк. Төпкө залдар кәрәгенсә йыһазлан­дырылмаған. Контролһеҙ турис­тар иһә һүрәттәрҙе тотоп ҡарай, һуҡмаҡтан сығып, мәмерйәләге мәҙәни ҡатламды тапай башлай, бактерия алып инә. Шүлгән­ташҡа туристарҙың йоғонтоһон уны даими тикшереп барған микробиологтар тағы ла асыҡлап әйтә алыр ине. Һуңғы илле йылда уның эске залдарына үткән туристар, күп яҙыуҙар ҡалдырып, уның эске мөхитен боҙоп, хатта һүрәттәренә лә бик ҙур зыян килтергән. Мәҙәни ҡомартҡыны ошолай вәхшиҙәрсә тәләфләмәү өсөн был музей төҙөлә лә инде.

Икенсенән, был музей Баш­ҡорт­останда туризмды үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк. Шүлгән­таш мәмерйәһе, ошо уҡ исемдәге ҡурсаулыҡ Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, донъяның төрлө төбәктәрендәге туристарҙы үҙенә элек-электән ылыҡтырып тора. Ҡомартҡыбыҙ – бар донъяға билдәле мәмерйә, күренекле объект. Унда, мәҫәлән, йылына 40 – 45 мең турист була. Киләсәктә 200 – 250 мең турист килеүе лә ихтимал. Уларға беҙ заманса һәм зауыҡлы объект тәҡдим итә алабыҙ. Республика етәксеһе Радий Фәрит улы, шәхсән бер нисә тапҡыр килеп, объекттағы эштәр менән ҡыҙыҡһынып, ундағы эштәр мөмкин тиклем сифатлы барыуы менән ҡыҙыҡһынып тора.

– Музей булыуы аңлашылды, тимәк, унда тарих сағыласаҡ, экспонаттар ҙа була һәм экскурсоводтар бар мәғлүмәт менән таныштырып торасаҡ.
– Уныһы шулай. Әммә бының менән генә сикләнмәй музей эше. Боронғо һүрәттәр төшөрөлгән мәмерйә диуарҙары факсимилеһы урын аласаҡ экспозиция майҙандарынан тыш, бында балалар өсөн ғилми үҙәк, лаборатория, уҡыу класы, конференц-зал, фонд һаҡлау урыны, кафе һәм амфитеатр ҙа ҡаралған. Йәғни ғалимдарҙы, тарихсы­ларҙы, археологтарҙы йыйырға мөмкинлек биргән донъя кимә­лен­дәге фәнни үҙәк тә була был музей комплексы.

– Хәтәр бит! Был бит Ака­демҡаласыҡ кеүек, эпос үҙе тыуған ерҙә уның тарихы, то­понимикаға бәйле тәбиғәт ҡомартҡылары менән заман ғалимдары шөғөлләнәсәк!
– Музей ысын мәғәнәһендә республиканың ҙур тарихи-мәҙәни объекты буласаҡ. Көньяҡ Уралда бындай фәнни үҙәктәр юҡ, киләсәктә ул үҙенең эше менән донъя кимәленә сыға алырына һис шикләнмәйем. Был хаҡта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров та үҙ сығышында: “Шүлгәнташ” музейы һыҙаттары тулыһынса шул уҡ комплексты уратып алған Урал тауҙары рельефтарын ҡабатлаһа, ә музейға ингән урыны Шүлгәнташ мәмерйәһе ауыҙын хәтерләтеп торасаҡ”, – тине.

Археологтар, тарихсылар, этнографтар, биологтар, геологтар өсөн был – үҙе бер ғилми майҙан. Улар мәмерйә тарихын, микроклиматын өйрәнә. Һәр яҡлап ентекле тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн заманса йыһазландырылған лабораториялар, ҡорамалдар буласаҡ.

– “Урал батыр” эпосын ятлаусылар конкурсын күҙ уңында тотоп, мәҙәни саралар ҙа уҙғарыу ҡаралалыр, тигән һорау тыуа.
– Әлбиттә, бында мәҙәни саралар өсөн ҙур майҙандар була­саҡ. Мәҫәлән, архитекторҙарҙың проекты буйынса әле 300 кешелек амфитеатр һәм сәхнә төҙөйҙәр. Унда ғилми симпозиумдар, лекциялар үткәреү күҙ уңында тотола, кино ҡарауҙар ойоштороласаҡ. Һәм, әлбиттә, балаларҙы ла онотманыҡ. Музейҙың эсендә 114 урынға ҡаралған конференция залы һәм бер нисә уҡыу кабинеты була. Унда мәктәп уҡыусылары ла, йәштәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ.

Бында килгәндәр тәбиғәтте өйрәнеү буйынса булһынмы, географиянанмы, биологиянанмы – мәктәп программаһына ярашлы ғына түгел, ошо ерлеккә бәйле мәғлүмәт, мәмерйә буйынса белем алып ҡайта ала. Комплекс төрлө йәштәгеләр өсөн оло ижади майҙан буласаҡ. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсын үткәреү өсөн дә ошо майҙан­сыҡты файҙаланырға бирә ала­быҙ. Ғөмүмән, быларҙы киләсәк күрһәтер. Иң мөһиме – бөгөн ҡыҙыу эш бара, бина йыл аҙағына төҙөлөп бөтөргә тейеш. Артабан 2021 йылға тиклем экспозицияны өлгөртөргә кәрәк буласаҡ.

– Музейҙың үҙендә “Урал батыр” эпосына бәйле нимәләр була?
– Экспозицияның бер өлөшө ошо эпосҡа арнала. Дөрөҫөн әйт­кәндә, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, бында Шүлгәнташ менән “Урал батыр” эпосын айырым ҡарау мөмкин дә түгел.

Халыҡта стереотип ҡараш йәшәй, йәнәһе, музей икән, унда бары тик иҫке әйберҙәр генә булырға тейеш. Эйе, музейҙа боронғо ҡомартҡылар булыуы – шарт. Әммә уларҙың ошо ерлек, халыҡ, заман менән бәйле икәнлеген дә күрһәтеү мөһим. Мәҫәлән, балаларҙың бөгөн “Урал батыр” эпосын тулыһынса яттан һөйләүе ана шул рухи бәйләнештең, халыҡтың тарихына, үткәненә мөнәсәбәтен күрһәтә лә инде.

– Урындағы халыҡҡа эш булыуы тураһында ла әйтелә рәсми сығыштарҙа?
– Музей төҙөлөшө төбәк инфраструктураһының да комплекслы үҫешенә этәргес бирҙе. Әлеге көндә 30 саҡрымға яҡын юлға асфальт һалына, бер нисә ауылды зәңгәр утҡа тоташтырып, Морат Туғайға газ килеп етәсәк, кәрәҙле телефон бәйлә­нештәрен яҡшырттыҡ, интернет селтәре килде. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн дә шарттар тыуҙырыла.

Музейҙың үҙендә генә утыҙҙан ашыу кешегә эш урындары ҡаралған: ғалимдар, инже­нерҙар, тәьмин итеү буйынса белгестәр, экскурсоводтар һәм башҡалар. Әлеге көндә беҙ Башҡорт дәүләт университеты һәм башҡа вуздарҙа уҡып сыҡҡан студенттар менән эш алып барабыҙ. Киләсәктә бында йәш белгестәрҙе тупларға уйлайбыҙ.

– Халыҡҡа эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә мөмкинлектәр буламы?
– Дәүләттең маҡсаты – ошо музей комплексын төҙөп, туристарҙы йәлеп итеү, инфраструктура булдырыу. Ә инде урындағыларҙың эше – бында килгәндәрҙе хеҙмәтләндереү, туристарға йәшәү, туҡланыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырып, төрлө сувенирҙар һатып һәм башҡа төрлө юл менән аҡса эшләү. Европала барыһы ла шулай ҡоролған.

Был эште башлар алдынан, хәтерләһәгеҙ, беҙ башта донъя кимәлендәге башҡа музейҙар, уларҙағы мәмерйә күсермәләре менән таныштыҡ, эштәрен өйрәндек. Франция һәм Испа­нияға эш сәфәре һөҙөмтәләре тураһында яҙып та сыҡҡайныҡ.

Шүлгәнташ мәмерйәһенең үҙенсәлекле палеолит осоро рәсемдәрен һаҡлауға һәм төбәккә туристарҙы йәлеп итеүгә йүнәл­телгән шул уҡ исемдәге тарихи-мәҙәни комплекстың төҙөлөшө – ул оҙайлы йылдар дауамында барған эштең һөҙөмтәһе.
Беҙҙең музей комплексы Ласко, Шове, Руфиньяк, Франциялағы Арси-сюр-Кюр, Испаниялағы Альтамира мәмерйәләре янындағы башҡа комплекстарға оҡшатып эшләнә. Беҙ улар менән әлегә тиклем эшләнек, киләсәктә лә хеҙмәттәшлек дауам итәсәк. Мәҫәлән, Шове музейы Фран­цияның бер сигендә, көньяғында урынлашҡан, ләкин уның эргә­һендә ун ике мең кешене ҡабул итерлек ҡунаҡ йорттары булды­рылған. Урындағы халыҡ турис­тарҙы хеҙмәтләндереп файҙа күрә. Беҙҙең эш принцибы ла шулай. Халыҡ үҙҙәре етештергән ит, һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, буҙа, ҡымыҙ менән туристарҙы ашатып, йәшәргә урын булдырып, килем алырға тейеш.

– Шүлгәнташ мәмерйәһенә зыян килмәҫме һуң, тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар. Музей булғас, мәмерйәне емерәләр икән, тигән хәбәр таратыусылар ҙа булды...
– Был төптө буш хәбәр, сөнки Шүлгәнташ Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән һаҡлана. Унда, алда әйткәнемсә, төпкө залдарға инеү тыйыла. Ғалимдар ғына унда үтеп, мәмерйәнең эске торошон өйрәнә. Бөгөн мәмерйәлә 120 квадрат метр майҙанда 800-ҙән ашыу граффити юйылды. Мәмерйәнең микроклиматын яҙып барған заманса яңы ҡорамалдар ҡуйыл­ды, залдарҙың ҡайһы ере ниндәй хәлдә икәнен белеп торабыҙ.


*Материал доступен только на башкирском языке.

Фото: utv.ru, bash.rbsmi.ru

Лариса Абдуллина
Поделиться