Яңылыҡтар

Белгестәр кәңәшен тотоғоҙ!

29 ғинуар 2022, 15:15

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау минстрлығы коронавирус сире еңел кисерелгән йәки киҫкен респиратор инфекция менән сирләгән осраҡта, граждандар өсөн кәңәштәр тәҡдим иткән.

1.Әгәр һеҙ COVID-19-ҙан вакцинациялау йәки ревакцинциялау үткәнгәнгә алты айҙан кәм ваҡыт үткән булһа, йәки ошо осор эсендә коронавирус менән сирләгән булһағыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта һеҙҙең ПЦР- тест тағы ла SARS-CoV-2 инфекцияһына ыңғай һөҙөмтә күрһәткән осраҡта ла үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ икән, дауалау талап ителмәй. Мәгәр ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асылыуы ихтимал, шулай уҡ үҙҡурсааныу режимын һаҡлау мөһим. Бының өсөн телефон аша поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

2.Әгәр һеҙҙә киҫкен респиратор инфекция билдәләре (йүтәл, тамаҡ ауыртыуы, температура 37,5-тән артыҡ түгел) бар, әммә ПЦР –тест SARS-CoV-2 инфекцияһына кире һөҙөмтә күрһәтһә; шул уҡ ваҡыттан һеҙ 60-тан йәшерәк, һеҙҙең хроник сирҙәрегеҙ юҡ (онкология, ҡан-йөрәк тамырҙары сирҙәре, иммунодефицит проблемалары һәм башҡалар ), тән ауырлығығыҙ юғары түгел икән:

•Өйҙә ҡалығыҙ;
•Эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы йәки кәрәк булһа, 122 һандарына йәки поликлиникаға шылтыратығыҙ.
•Фатирҙа башҡа кешеләр бар икән, мөмкин тиклем ҡурсаланыу режимын һаҡлағыҙ, битлек кейегеҙ.
•Бүлмәгеҙҙе елләтегеҙ
•Тәүлегенә 2 литрға тиклем һыу эсегеҙ
•Мөмикнлек булһа, сатурация кимәлен тикшереп тороғоҙ.
•Вирусҡа ҡаршы препараттар, Д, С витаминдары эсергә мөмкин.
Тамаҡ ауыртҡанда, танау тонғанда табип рецебынан тыш һатылған дарыуҙарҙы ҡулланырға мөмкин. Хәлегеҙ хөртәйһә, температура 38-ҙән юғарыраҡ күтәрелһә һәм ике тәүлектән ашыу шулай торһа:

•122 һандарына йәки поликлиникаға шылтыратығыҙ, унда һеҙгә дистанциялы консультация бирәсәктәр;
•әгәр тын ҡыҫылһа, күкрәк тәңгәлендә ауыртыу барлыҡҡа килһә, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, 103 һандарына шылтыратып, “ашығыс ярҙам” саҡырыу фарыз
Үҙ аллы антибиотиктар эсмәгеҙ! Уны табиптар ғына, хәлегеҙгә ҡарап, билдәләй.

3. Әгәр һеҙ коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатмаһағыҙ һәм бығаса ковид менән ауырымаһағыҙ, һеҙҙә киҫкен респиратор инфекция сирҙәре билдәләре барлыҡҡа килһә һәм SARS-CoV-2-гә ПЦР-тест ыңғай булһа, хәлегеҙ ниндәй булыуға ҡарамаҫтан:

• Өйҙә ҡалығыҙ
• 122 һандарына йәки поликлиникаға шылтыратығыҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшегеҙ.
•Хәл хөртәйһә, 103 һандарына шылтыратып, «ашығыс ярҙам» саҡырыу фарыз

4. Бала сирләгәндә, уны өйҙә ҡалдырығыҙ, телефон аша поликлиникға хәбәр итегеҙ, дауалау буйынса фәҡәт медицина хеҙмәткәрҙәре билдәләгән кәңәштәрҙе тотоғоҙ.
Барлыҡ санитар-эпидемиолгик талаптарҙы үтәү ҙә мотлаҡ!

Уртаҡлашыу