Проекттар

Башҡорт теле йылы

10 ғинуар 2020, 16:58

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһында башланғысы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбиров тарафынан хуплау тапты һәм Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъекттарында бойомға ашырыла.

Төп маҡсаты — йәмәғәтселектә башҡорт телен өйрәнеүгә, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм унан ситтә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, башҡорт телен уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.

Башҡорт теле йылы — Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъектарында 2020 йылда тормошҡа ашырылған саралар комплексы, район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары араһында үҙенсәлекле конкурс. Башҡорт теле йылы сиктәрендә муниципаль район һәм ҡала округтарында күп һанлы саралар үткәреү тәҡдим ителә.

Башҡорт теле йылының һәр айы айырым йүнәлешкә арнала, уның сиктәрендә тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр ҡаралған. Миҫал өсөн, ғинуар «Башҡорт теле — дәүләт теле» темаһына арналды. Был айҙа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде, социаль селтәрҙәрҙә ҡала / район башҡорттары ҡоролтайҙары сәхифәләре ойошторолдо, алтаҡталарҙа грамматик хаталар табыу һәм уларҙы төҙәтеү, башҡорт телендә баннерҙар, социаль реклама әҙерләү кеүек эштәр башланды.

Июндә, мәҫәлән, төп иғтибар фольклорға йүнәлтелә. Уның темаһы — «Башҡорт теле-халыҡ теле». Был айҙа башҡорт милли мәҙәниәтенә, башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләүгә өндәгән саралар үткәреү тәҡдим ителә. Июндә урындағы халыҡтың ижади мираҫын өйрәнеү, милли уйындарҙы тергеҙеү, шәжәрәләр төҙөү, этник спорт төрҙәре буйынса ярыш ойоштороу, тиҙәйткестәр, йомаҡтар ҡойоу буйынса флешмобтар башлау, китапханасылар өсөн семинарҙар, әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙар үткәреү кеүек саралар ҡаралған. Ошо уҡ айҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 25 йыл тулыуға арналған саралар үткәреү ҙә тәҡдим ителә. Был айҙа башҡарылған эштәр социаль селтәрҙәрҙә #фольклор тигән махсус хештег менән теркәлә.

Һәр тематика буйынса саралар фото һәм видеоматериалдар ярҙамында дәлилләнергә тейеш. Башҡорт теле йылы сиктәрендәге сараларҙың һөҙөмтәле ойошторолоуы Бәйләнештә селтәрендә район / ҡала ҡоролтайҙары сәхифәләрендә ҡуйылған мәғлүмәткә ярашлы баһалана. Матбуғат баҫмаларында донъя күргән мәғлүмәт тә ҡоролтай сәхифәһендә ҡуйылған һәм айырым хештегтар менән билдәләнгән осраҡта ғына иҫәпкә алына.

Сараларҙың координаторы һәм консультанты — «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, ойоштороусылары — Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы менән берлектә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре, район / ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары, йәмәғәт ойошмалар, ижади берләшмәләр.

Муниципаль район һәм ҡала округтары Башҡорт теле йылы буйынса үҙ аллы йомғаҡ яһай, район конкурстарында, сараларында әүҙем ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе билдәләй. Баһалағанда айырым талаптар иҫәпкә алына, жюри социаль селтәрҙәрҙәге әүҙемлекте лә, халыҡтың күпләп ҡатнашыуын да, саралар һанын да, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү төркөмдәре асылыуын да, мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡыған балалар һаны артыуын да һ.б. күҙ уңында тотасаҡ. Райондарҙың үҙ башланғыстары айырым баһаланасаҡ.

Жюри муниципаль район/ҡала округтары хакимиәттәре, район/ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәмәғәт ойошмалары һәм журналистар араһында Башҡорт теле йылының тематик йүнәлештәренә ярашлы еңеүселәр билдәләй.

Республика һәм төбәк-ара кимәлдәге саралар айырым положениеға ярашлы үткәрелә.

Уртаҡлашыу