Проекттар

Шайморатов вариҫтары

9 ғинуар 2020, 23:58

«Шайморатов вариҫтары» халыҡ проекты 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә үткәрелә. Ул Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы-шайморатовсыларҙың исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.

Проект ойоштороусылары — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре, БР Милли Музейы, Республика Хәрби дан музейы, йәмәғәт, ирекмәндәр һәм милли-мәҙәни ойошмалар.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың 13 ноябренән СССР-ҙың Дәүләт оборона комитетының №894сс ҡарары менән 1942 йылдың ғинуар-мартында ойошторола. Республика ресурстарынан комплектлана һәм туплана. Беренсе состав: 3823 кеше (башҡорт — 81%, татар — 14,5%, рус — 3,3%, ҡалғандар — 0,7%) 275-се, 294-се, 313-сө кавалер полктарына, 101-се ат-артиллерия дивизонына, 112-се айырым зенит батареяһына йүнәлтелә.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күп яугирҙәре 1942, 1943 йылдың башында Дебальцево станцияһы районында рейдта аяуһыҙ алыштарҙа һәләк була. Улар араһында легендар генерал М. М. Шайморатов та була. Тик дивизияның беренсе составындағы яугирҙәрҙең биографияһын төҙөү һәм йыйыу буйынса, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эш алып барылмаған. Әлеге мәлдә һаман да дивизияның тәүге 3823 яугире исемлеге юҡ.

«Шайморатов вариҫтары» («Шаймуратовцы») акцияһын үткәреү ваҡытында 112-се Башкавдивизия яугирҙәре тураһында тулы биографик мәғлүмәт йыйыу ҡаралған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғаилә, мәктәп, музей архивтарында һаҡланған мәғлүмәт менән бүлешергә саҡыра. Тыуған ер өсөн алышҡан туғандарының фотоһүрәте, тарихы менән һәр кем бүлешә ала. Анкеталар Бәйләнештә селтәрендә (Ҡоролтай төркөмөндә, Шайморатов вариҫтары сәхифәһенд — https://vk.com/shaimuratov120, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында урынлаштырылған.

Тултырылған анкеталарҙы

  1. Shaymuratov120@yandex.ru электрон адресына,
  2. Почта аша: 450015, Уфа, ул. Революционная, 43, Всемирный курултай башкир (акция «Шаймуратовцы») ебәрергә мөмкин.

Тупланған мәғлүмәт буйынса «Шайморатовсылар — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» биографик белешмәһен әҙерләү һәм баҫтырыу ҡаралған.

#Шайморатов флешмобы проектың бер этабы булып торҙо. Унда 3000 тирәһе кеше һәм коллективтар ҡатнашты. Флешмобҡа билдәле артистар ҙа ҡушылды. Улар араһында — Асҡар Абразаҡов, Элвин Грей, республика киң мәғлүмәт саралары, республиканың ҡала һәм ауыл халҡы, сит төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәгән яҡташтар.

Флешмобта ҡатнашыусылар Ҡ. Даян һүҙҙәренә һәм З. Исмәғилев көйөнә яҙылған «Шайморатов генерал» йырын башҡара, видеоға яҙҙыра һәм интернетта #Шаймуратов #Шайморатов #курултай хештегтары менән урынлаштыра. Күләмле сығыш 7 сентябрҙә уҙғарылды. «Торатау» Конгресс-холы янындағы Өфө амфитеатрында 3 меңгә яҡын кеше генерал тураһында йырҙы башҡарырға йыйылды. Улар йондоҙ формаһына теҙелделәр.

Проектты тормошҡа ашырыу ваҡытында Башкавдивизия яугирҙәренең исемен уларҙың тыуған ерҙәрендә (район үҙәктәре, ауылдар) мемориаль таҡталар, мәктәптәрҙә, музейҙарҙа стендтар урынлаштырыу, телерадиомарафондар, СНГ илдәре, РФ төбәктәре менән телекүперҙәр үткәреү аша мәңгеләштереү ҡаралған. Ойоштороусылар, шулай уҡ, республика буйлап авто- һәм ат уҙыштары үткәрергә, «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға ниәтләй.

Өҫтәлмә: коронавирус инфекцияһы менән бәйле пандемия сәбәпле, проект сиктәрендә кеше күп ҡатнашҡан саралар ойошторолманы. 2020 йылдың 8 майында социаль селтәрҙәрҙә Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары исемлеге баҫтырыла башланы.

Уртаҡлашыу