|
![]() Яңылыҡтар
.golos.bashkortostan.ru/poll/68/
✅Тораҡ пункттар, халыҡтың иҫәбенә ҡарап, дүрт номинация буйынса бүленгән: эре, ҙур, уртаса һәм бәләкәй. ✅Тауыш биреү мөмкинлеге: Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлгән ҡулланыусы онлайн тауыш биреү дауамында конкурстың республика этабында ҡатнашыусылар араһынан бер тораҡ пункт өсөн тауыш бирә ала.
✅2024-2025 йылдарҙа «Айыҡ ауыл» республика конкурсында һынау тотҡандарҙың исемлеген тәҡдим итәбеҙ. БӘЛӘКӘЙ ТОРАҠ ПУНКТТАР: Ишембай районының Алаҡай ауылы Туймазы районының Байраҡтүбә ауылы Мәсетле районының Ясин ауылы Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән ауылы Шаран районының Яңы Тамъян ауылы Дүртөйлө районының Түбәнге Ҡарғауыл ауылы Нуриман районының Үкәрле ауылы Борай районының Алтайыу ауылы Ейәнсура районының Кинйәбулат ауылы Тәтешле районының Бәләкәй Бәлзүгә ауылы Көйөргәҙе районының Яманһары ауылы Балтас районының Мағашлы-Алмантай ауылы Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылы УРТА ТОРАҠ ПУНКТТАР: Бәләбәй районының Шаровка ауылы Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы Асҡын районының Әмир ауылы Яңауыл районының Орловка ауылы Бүздәк районының Ҡаран ауылы Илеш районының Ҡужбаҡты ауылы Архангел районының Көмәрле ауылы Ҡалтасы районының Кәкүш ауылы Федоровка районының Батыр ауылы Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылы Благовар районының Яныш ауылы Бишбүләк районының Сиҙәкбаш ауылы Мишкә районының Баймырҙа ауылы Миәкә районының Боғҙан ауылы ҘУР ТОРАҠ ПУНКТТАР: Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы Ҡыйғы районының Ибрай ауылы Краснокама районының Яңы Бөртөк ауылы Хәйбулла районының Федоровка ауылы Баҡалы районының Иҫке Ҡатай ауылы Учалы районының Өргөн ауылы Бөрө районының Питяков ауылы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылы Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылы ЭРЕ ТОРАҠ ПУНКТТАР: Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылы Ауырғазы районының Исмәғил ауылы Балаҡатай районының Билән ауылы Дыуан районының Һикияҙ ауылы Саҡмағош районының Аблай ауылы Салауат районының Торналы ауылы Шишмә районының Йәрми ауылы Ҡариҙел районының Абыҙ ауылы Благовещен районының Бедеева Поляна ауылы Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылы Мәләүез районының Ергән ауылы Белорет районының Инйәр ауылы Өфө районының Михайловка ауылы Тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторолған: golos.bashkortostan.ru/poll/68/ ✅27 мартҡа, 23:59 сәғәткә тиклем тауыш бирергә була. Онлайн тауыш биреү сараһынан тыш, 1 – 4 апрелдә проекттарҙы асыҡ яҡлау үтә, унда конкурста ҡатнашыусыларҙың өҫтәмә баһалар алыу мөмкинлеге бар. ✅Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ағымдағы йылдың 23 апрелендә була.
«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан Башҡортостан Башлығы гранты саралары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. |