ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Пермь крайы балаларына — башҡорт теле дәрестәре!

27 март 2023, 13:47

Пермь крайының Пермь районы Ҡуян ауылында һəм Чернушка ҡалаһында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында 5-11 класс уҡыусылары өсөн факультатив дəрестəр дауам итә.

Уның барышында ҡулланылған «Туган яҡ» эш дəфтəре Пермь крайы губернаторы грантына нəшер ителгəн. Уҡыусылар дəрестə туған телде, ғөрөф-ғəҙəттəребеҙҙе, Ғəйнə ырыуы башҡорттарының тормошон һəм тарихын, шəжəрəлəрен, милли байрамдарыбыҙҙы, музыка ҡоралдарын, кейемдəребеҙҙе, ашһыуҙарыбыҙҙы өйрəнə, башҡорт тирмəһе һəм халҡыбыҙҙың көтитмеше менəн таныша.

Уҡытыу программаһына шулай уҡ башҡорт халыҡ əкиəттəрен, йырҙарын, риүəйəттəрен, легендаларын, эпостарын, Башҡортостан тарихын һəм мəҙəниəтен өйрəнеү, милли батырҙар, шағирҙар һəм яҙыусылар менəн танышыу ингəн.

Алда əйткəнебеҙсə, факультатив дəрестəр Пермь крайы губернаторы гранты ҡеүəтлəүе менəн «Минең туған төйəгем» проекты сиктəрендə тормошҡа ашырыла.

Уртаҡлашыу