ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Йылдың йүнәлештәре билдәләнде

31 ғинуар 2023, 13:32

Бөгөн, 31 ғинуар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ултырышы үтте. Көн тәртибендә ойошма эшмәкәрлегенең 2022 йылғы һөҙөмтәләре барланды, сығыш менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.

– Былтыр ойошма менән хеҙмәттәшлек итеү теләген белдергән йәмәғәт ойошмалары артты. «Дарман» башҡорт яҡташлығы» Камчатка төбәк йәмәғәт ойошмаһы; «Ағиҙел-К» башҡорт милли үҙәге” Краснодар крайы йәмәғәт ойошмаһы, Иранда «Тегеран-Иран ҡалаһында башҡорттар ҡоролтайы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы - ошо иҫәптә. Былтыр иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы ла уңышлы, һөҙөмтәле булды, йылдың төп сараһы – «Ижади майҙан» комплекслы сараһы халыҡ араһында ыңғай фекерҙәр тыуҙырҙы, район белгестәренә, әүҙемселәренә төрлө даирәләрҙә уңышлы эшләгән, ҡаҙаныштар яулаған һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша алған халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре менән осрашып аралашыу форсаты тейҙе. Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған проекттар,ҡатнашҡан саралар бихисап, улар республика матбуғатында һәм беҙҙең мәғлүмәт сығанаҡтарында ла төрлө яҡлап яҡтыртыла барҙы, – тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Шулай уҡ ултырышта ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2023 йылға төп саралар планы проектын ҡараны.

Фән һәм мәғрифәт йылын үткәреү тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡороллтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия кураторы, Башҡарма комитеты ағзаһы Сынтимер Баязитов сығыш яһаны.

Фән һәм мәғрифәт йылын үткәреү буйынса төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Улар араһында уҡытыусы һөнәренең бәҫен күтәреү, тематик асыҡ дәрестәр үткәреү, башҡорт телендә белем биргән мәктәптәрҙең эш сифатын күтәреү, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән Өфөлә үткәрелеп килгән, традицияға әүерелгән уңышлы проекттарҙы республика кимәлендә таратыу һәм башҡа үҙенсәлекле тәҡдимдәр булды.

Юлдаш Йосопов Башҡарма комитет ағзаларына Фән һәм мәғрифәт йылына ҡағылышлы методик күрһәтмәләр проектын тәҡдим итте, улар буйынса ағымдағы йылда балалар, үҫмерҙәр, педагогтар менән айырым эшләү, “Фәнни майҙан” комплекслы сараһын уҙғарыу, фәнни-популяр баҫмалар сығарыу, билдәле шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереүҙе дауам итеү һәм башҡа рухи-мәҙәни саралар күҙаллана. Методик күрһәтмәләр раҫланғас, улар райондарға таратыласаҡ.

Ойошманың ағымдағы проекттары менән медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева («Айыҡ ауыл» республика конкурсы, «Минең кесе Ватаным – Атайсал» проекты, «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» төбәк-ара конкурсы);

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов ( Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған Һабантуйҙар); Юлдаш Йосопов («Без башҡортлар», «Бәйге» башҡорт күпкөрәше» проекттары); тарихсы Азат Ярмуллин (юбилей саралары һәм «Башҡорт ырыуҙары йыйындары») һәм башҡалар таныштырҙы.

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты хаҡында сығыш яһаны.

Уртаҡлашыу