ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Һамар ерендә - мөһим ваҡиға

24 сентябрь 2022, 13:10

Бөгөн Һамар өлкәһендә билдәле башҡорт ғалимы Ғәббәс Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған саралар үтте.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Һамар өлкәһе Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, Һамар өлкәһенең милли мәҙәниәткә булышлыҡ итеүсе «Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» Һамар өлкәһе йәмәғәт ойошмаһы.

Мәғлүм булыуынса, быйыл июндә Һамар өлкәһенең Оло Глушица ауылында тарихи ваҡиға булды: тыуған яҡты өйрәнеү музейы скверында күренекле ғалим, башҡорт телендәге тәүге дәреслектәрҙең, беренсе орфография һүҙлегенең һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле дәреслегенең авторы Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшинға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Ваҡиға күренекле ғалимдың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды.

Һәйкәлдең скульпторы — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.

Бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды, күренекле ватандашыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды, артабан Оло Глушица ауылында «Ғәббәс Дәүләтшин — йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-лингвист, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Һамар өлкәһе Хөкүмәте вәкилдәре сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина “Көнүҙәк социаль ихтыяж булараҡ туған телдәр һәм уларҙың диалекттары экологияһы” темаһына доклад менән сығыш яһаны.

Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев Һамар өлкәһе яҙыусыларының башҡорт әҙәбиәте үҫешенә индергән өлөшө хаҡында һөйләне, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре Луиза Сәмситова Ғ. Дәүләтшиндың башҡорт тел ғилеменә индергән өлөшө тураһында сығыш яһаны.

Филология фәндәре кандидаты, педагог, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы ҡарамағындағы Һәҙиә Дәүләтшина музейы мөдире Гөлнур Ҡасҡынова Ғәббәс Дәүләтшиндың музыкаль мираҫы менән таныштырҙы. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге ғилми хеҙмәткәре Марсель Маннапов ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуған төйәгендә тарихи һәм туристик-рекреацион маршрут булдырыу хаҡында тәҡдим итте.

Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ Ғәббәс Дәүләтшиндың ейәнсәре, кинорежиссер, сценарист, продюсер, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, «Новосибирск Документтар киноһы йорто» музейы етәксеһе Элла Дәүләтшина ҡатнашты. Ул «Башҡорттарҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауҙа, үҫтереүҙә Һамар башҡорттарының әһәмиәте һәм роле» тигән доклад менән сығыш яһаны, шулай уҡ Ғ.Дәүләтшин исемен артабан мәңгеләштереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Ғәббәс Йәғәфәр улының туғанының ҡыҙы Камилә Ғүмәрова башҡорт телсеһе тураһында ғаилә иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Артабан «Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» Һамар өлкәһе милли мәҙәниәткә булышлыҡ итеү йәмәғәт ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһы үтте, унда урындағы ҡоролтай рәйесе һайланды.

Уртаҡлашыу