ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуНурия ИҡсановаФәнТәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Айыҡ ауыл» һеҙҙең тауышты көтә!

23 май 2022, 12:56

Бөгөн, 23 майҙа, 00:00 сәғәттә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында һынау тотҡандар өсөн интернет аша тауыш биреү башланды. Быйыл унда төбәгебеҙҙең 54 районынан да ҡатнашалар. Онлайн тәртибендә йыйылған тауыштар конкурста артабан ҡатнашыу өсөн балл туплау мөмкинлеген бирә.

Ойоштороу комитеты ҡарары менән конкурстың положениеһына үҙгәрештәр индерелде, атап әйткәндә, ауыл халҡының иҫәбе буйынса категориялар пунктына. Ауылдар, унда йәшәгәндәр һанына ҡарап, дүрт категорияға бүленгән: эре, ҙур, уртаса һәм бәләкәй.

Тәүлек һайын һәр категорияла берәр тауыш бирергә мөмкин. Тәүҙә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәлеү үтергә кәрәк. Аҫта видео-инструкция буласаҡ.

Конкурста ҡатнашҡан ауылдар исемлеген тәҡдим итәбеҙ.

Эре ауылдар:

• Әлшәй районының Ғәйниямаҡ ауылы

• Архангел районының Абҙан ауылы

• Ауырғазы районының Мораҙым ауылы

• Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы

• Белорет районының Тирлән ауылы

• Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы

• Дыуан районының Һикияҙ ауылы

• Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы

• Ҡырмыҫҡалы районының Сихонкин ауылы

• Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылы

• Салауат районының Лағыр ауылы

• Өфө районының Черкассы ауылы

Ҙур ауылдар:

• Асҡын районының Солтанбәк ауылы

• Баҡалы районының Мостафа ауылы

• Бәләбәй районының Глуховской шифаханаһы ауылы

• Бүздәк районының Сәүәҙебаш ауылы

• Дәүләкән районының Мәкәш ауылы

• Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы

• Илеш районының Иҫәнбай ауылы

• Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылы

• Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылы

• Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылы

• Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылы

• Нуриман районының Иҫке Күл ауылы

• Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылы

• Туймазы районының Ҡандракүл ауылы

Уртаса ҙурлыҡтағы ауылдар:

• Әбйәлил районының Ишкилде ауылы

• Бишбүләк районының Каменка ауылы

• Благовар районының Үҙрәкбаш ауылы

• Йәрмәкәй районының Түбәнге Олойылға ауылы

• Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауылы

• Мәләүез районының Иштуған ауылы

• Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылы

• Мишкә районының Сабыҡ ауылы

• Стәрлебаш районының Йәлембәт ауылы

• Федоровка районының Кирюшкин ауылы

• Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы

• Саҡмағош районының Ҡарайерек ауылы

• Шаран районының Йәрәмкә ауылы

Бәләкәй ауылдар:

• Балтас районының Мағашлы-Алмантай ауылы

• Балаҡатай районының Красный Пахарь ауылы

• Благовещен районының Арҡауыл ауылы

• Бөрө районының Вязовка ауылы

• Борай районының Бигәнәй ауылы

• Ғафури районының Ҡыҙыл Яр ауылы

• Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы

• Йылайыр районының Сәләх ауылы

• Ишембай районының Һәргәй ауылы

• Краснокама районының Илестанбәт ауылы

• Күгәрсен районының Сәлих ауылы

• Стәрлетамаҡ районының Ҡантүк ауылы

• Учалы районының Ҡолош ауылы

• Шишмә районының Ябалаҡлы ауылы

• Яңауыл районының Түбәнге Сат ауылы

Тауыш биреү «Голс РБ» порталында ойошторолған: https://golos.bashkortostan.ru/polls/312/

2022 йылдың 1 июненең 23.59 сәғәтенә тиклем тауыш бирергә була. Шулай уҡ 31 майҙан алып асыҡ яҡлауҙар үтә, унда ҡатнашыусылар өҫтәмә баһа алыу мөмкинлегенә эйә. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ошо йылдың июнь аҙағында үтәсәк.

«Айыҡ ауыл-2021» проекты Башҡортостан Башлығының республика Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған гранты иҫәбенә үткәрелә.

Уртаҡлашыу