ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Айыҡ ауыл» һеҙҙең тауышты көтә!

21 май 2022, 12:37

Оҙаҡламай, 22-һенән 23 майға ҡараған төндә, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында һынау тотҡан ауылдар өсөн интернет аша тауыш биреү башлана.

Унда быйыл Башҡортостандың 54 районынан да ҡатнашалар. Халыҡ һанына ҡарап, ауылдар дүрт категорияға бүленгән: эре, ҙур, урта һәм бәләкәй.

Тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторолған. Ошонда уҡ һәр ҡатнашыусының презентация материалдары менән танышырға була. Үҙең теләгән ауыл өсөн тауышты 23 май 00.00 сәғәттән 1 июндең 23.59 сәғәтенә тиклем бирергә мөмкин.

Һөҙөмтәгә ҡарап, ауылдар өҫтәмә балл йыясаҡ, был уларҙы призлы урындарға яҡынайтасаҡ. Шулай уҡ, конкурсты ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, өҫтәмә махсус приздар ҙа буласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ошо йылдың июнь айы аҙағында үткәрелә.

Билдәле булыуынса, категорияларға ҡарап, еңеүселәр 1,5 — 6 миллион һум аҡса аласаҡ.

«Айыҡ ауыл-2021» проекты Башҡортостан Башлығының республика Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған гранты иҫәбенә үткәрелә.


Уртаҡлашыу