ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Йәрмәкәйҙә - «Урал батыр мәктәбе»

20 май 2022, 18:17

Философия фәндәре докторы, БДУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Атай-әсәйҙәр комиссияһы ағзаһы Гүзәл Вилданова түбәндәге фекерен белдерҙе:

«2022 йыл илебеҙҙә Мәҙәни-рухи мираҫ һәм милли традицияларҙы һаҡлау йылы итеп иғлан ителде. Ошо айҡанлы «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресс) менән берлектә йәш быуынға рухи-әхләҡи тәрбиә биреү, илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға бағышланған төрлө сараларҙы тормошҡа ашыра»,— тине Гүзәл Вилданова.

Бөгөн Йәрмәкәй районы үҙәгендә ҙур мәҙәни сара уҙа. Сара сиктәрендә «Урал-батыр мәктәбе» проектының презентацияһы ойошторолған. Был проект 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булған ине.

Семинарҙа яҡын тирәләге төбәктәрҙән саҡырылған башҡорт теле уҡытыусылары, урындағы һәм яҡындағы райондарҙың, урындағы ҡоролтай етәкселәре, тәрбиәселәр, атай-әсәйҙәр ҡатнаша. Семинар бер нисә майҙансыҡта үтә.

Сара аҙағында төрлө секцияларҙы ҡарап, тәжрибә туплаған ҡатнашыусылар бергәләшеп, тамаша залына фекер алышыу, киләсәккә пландар ҡороу күҙаллана.

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге исеменән «Урал батыр мәктәбе» презентацияһы менән БДУ профессоры — Вилданова Гүзәл Булатотвна һәм Гильметдинова Марва Мирсаитовна сығыш яһаясаҡ.

Бындай саралар йәш быуында патритоик тәрбиә һәм илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү өсөн айырыуса мөһим.

«Урал батыр» эпосы буйынса тәрбиә эше алып барыу башланғысы 1992 йылда «Тормош һабаҡтары» дәресенә индерелгәйне. Ә 2019 йылда билдәле милләттәшебеҙ, педагог, дәреслектәр авторы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева "Урал батыр мәктәбе"н ойошторорға тәҡдим итте. Уның концепцияһы йәш быуынды тәрбиәләү эшен эпос нигеҙендә алып барыуҙы күҙ уңында тота.

"Урал батыр мәктәбе"нең йүнәлештәрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

1. Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын. Маҡсаты: тәбиғәтте һаҡларға өйрәтеү.

2. Етем-еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ. Етем балалар, яңғыҙ ҡалған өлкәндәр хаҡында хәстәрлек.

3. Ил ынйыһын йәшереп, ергә күмеп ҡуймаҫҡа. Бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу.

4. Яҡшының эскәне — һыу булыр, ямандың эскәне — ыу булыр. Эскелек, наркомания һәм башҡа насар ғәҙәттәрҙең зыяны.

5. Йәшәй торған илем бар, илһеҙ етем түгелмен. Ил ташлап китеү нимә ул? Илһөйәрләек йәғни ватансылыҡ тойғоһо һалыу.

6. Атамдың хағы өсөн, әсәмдең хәтере өсөн тағы ла бер һынайым. Кешенең хаталаныуын төҙәтеү һәм ғәфү итә белеү.

7. Күккә менер баҫҡысһыҙ, ерҙе асыр асҡысһыҙ. Белемгә ынтылыу тураһында.

8. Олоно оло итегеҙ, кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, кәңәш биреп йөрөгөҙ. Ололарға йылы мөнәсәбәт тәрбиәләү.

9. Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын. Шәхестәребеҙҙе онотмау, уларҙы хәтерләү һәм улар өлгөһөндә тәрбиә алып барыу.

Уртаҡлашыу