ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Йәрмәкәй ере илебеҙгә үҙ ерен, халҡын һөйгән шәхестәрҙе үҫтергән»

20 май 2022, 13:30

Бөгөн Йәрмәкәй районында Башҡорт мәҙәните һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған «Ижади майҙан» сараһы үтә тип хәбәр иткәйнек.

Йәрмәкәй районы Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы Өфөнән 235 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Был районда дүрт Советтар Союзы Геройы тыуып үҫкән. Шулай уҡ йәрмәкәйҙәр хаҡлы рәүештә Рәсәй еңел атлеты-йүгереүсе, донъя һәм Европа чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәтамаҡ ауылы ҡыҙы Нурзиә Баһманова, ғалим-табип, нейрохирург, медицина фәндәре докторы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы медицина хеҙмәте подполковнигы, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Иҫке Турай ауылы ҡыҙы Ғәрифә Буранғолова, ғалим-тау инженеры, техник фәндәре докторы, Рәтамаҡта тыуып үҫкән Флорит Ғарифуллин, ғалим-музыка белгесе, композитор, Исламбаҡты ауылынан Наил Ғөбәйҙуллин, билдәле яҙыусы, драматург, Йәрмәкәй ауылы ҡыҙы Мөкәрәмә Садиҡова һәм башҡа билдәле яҡташтары менән лайыҡлы ғорурлана. Әйткәндәй, Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн «Ижади майҙан» эшендә ҡатнаша. Улар ижадташы, яҙыусы, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина менән «Әҙәбиәт» майҙансығында сығыш яһаны, район, ҡала гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, мәғариф учреждениеларындағы әҙәби түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр, китапханасылар менән аралашты.

Һис шикһеҙ, бында уңған, булдыҡлы, тырыш халыҡ йәшәй. Рухиәткә лә иғтибар ҙур: йәрмәкәйҙәр бөгөн ойошторолған һәммә оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнаша. Юҡҡамы ни, "Ижади майҙан"да ҡатнашыусылар алдында сығыш яһағанда, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Ильшат Райманов былай тине:

«Йәрмәкәй ере илебеҙгә бик күп атаҡлы, талантлы, үҙ ерен, халҡын һөйгән шәхестәрҙе үҫтергән. Ағымдағы йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы итеп иғлан ителде. Мәҙәни һәм рухи мираҫ кеүек ҡиммәттәр беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән төп байлыҡтарҙың береһе булып тора. Улар үҙендә тотош халыҡтың тарихын, йолаларын, заман һулышын һаҡлай. Шуға күрә лә киләсәктә башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын, аманатын һаҡлап, үҫеп килеүсе быуындың күңелендә милли рух орлоғон һалып тәрбиәләргә һәм уларға еткерергә бурыслыбыҙ»,— тине Илшат Әмир улы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары

Уртаҡлашыу