Проекттар

Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы

28 март 2022, 13:01

Йыл сиктәрендә планлаштырылған сараларҙың төп үҙенсәлеге — быуаттар төпкөлөнән килгән, рухи мәркәзебеҙгә әүерелгән мәҙәни мираҫыбыҙҙы танытыу менән бергә, яңы ижади йүнәлештәргә лә иғтибар бүленәсәк.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының бурыстары:

республикабыҙ халҡында, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарында, БДБ-ла, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙә башҡорт мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу;

милли-мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу, шул иҫәптән төрлө формалағы сәнғәт әҫәрҙәре булдырыу өсөн һәләтле, яуаплы йәш һөнәр эйәләренән даими тулыланып торған кадрҙар составы формалаштырыу;

башҡорт телендә йәки уны ҡулланып сифатлы һәм төрлө мәҙәни продукт етештереү, шулай уҡ башҡорт милли мәҙәниәте элементтары булған музыкаль һәм һүрәтләү әҫәрҙәре эшләүгә шарттар тыуҙырыу;

башҡорт халҡының, Башҡортостандың ылыҡтырғыс образын булдырыу, республиканың туристик, мәҙәни, эшлекле мөмкинлектәрен киңәйтеү маҡсатында төбәгебеҙ эсендә, шулай уҡ унан ситтә лә милли мәҙәниәт объект/проекттарын киң танытыу.

Төп йүнәлештәр:

Әҙәбиәт

Кинематограф

Музыкаль сәнғәт

Театр һәм үҙешмәкәр постановкалар

Хореография

Һүрәт төшөрөү һәм ғәмәли сәнғәт

Уртаҡлашыу