ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

«Әлләсе» проектына ярҙам ит һәм туған телеңдең үҫешенә үҙ өлөшөңде индер

1 декабрь 2021, 09:27

«Әлләсе» уйынын күптәр белә һәм яратып уйнай. «Alias» уйынының башҡортса вариантын Силәбе йәштәре «Аҫылташ» форумының проектар конвейерында беҙгә бүләк итһә, «Тамыр» телеканалы тапшырыу төшөрөп уйынды киң мөхиткә таратты, популярлаштырҙы.

2019 йылда активистар ярҙамы менән был уйын Android телефондары өсөн ҡулланышҡа сығарылды. Хәҙер активистар «Әлләсе» уйынын IOS системаһына яраҡлаштыра башланы. Был маҡсатҡа йәштәр халыҡ ярҙамы менән килергә ниәт ҡора һәм шунлыҡтан краудфандинг (халыҡ менән мадти ярҙам күрһәтеү) башлап ебәрҙеләр. Йәштәр уйында һүҙлекте байытырға һәм махсус сервер ярҙамында ҡалған төрлө һүҙлектәрҙе индереү алымын башҡарырға планлаштыра.

Теләгән кеше проектты хуплап ҡушымтаның тест өсөн эшләнгән версияһын тикшереп ҡарай ала. Проекттың авторҙары билдәле бер сумма өсөн махсус мөмкинселектәр тәҡдим итә:

• һеҙҙе бағыусылар һанында «Мәғлүмәт» бүлегендә иҫкә алырға,

• ҡушымтаны рәсми сығышы алдынан тест версияһын ҡулланып ҡарарға,

• үҙеңдең махсус һүҙлегеңде булдырырға,

• уйындың баҫма версияһына алдан һатып алырға.

«Әлләсе» уйыны ысынын да ла халыҡ уйынына әүрелде: уны мәктәптәрҙә балалар уйнайҙар, уҡытыусылар дәрестәрҙә ҡулланалар, йәштәр башҡорт сараларынад бик әүҙем ҡуллана, «Тамыр» телеканалы һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән уйынды халыҡҡа таратыуҙа ҙур өлөш индере лә. Үҫешер кәрәк, ике йыл элек беҙҙең IOS өсөн уйынды сығарырға мөмкинселек юҡ ине, хәҙер был мөмкинселек бар һәм был мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Уйын тағы ла халыҡ уйыны исемен иҫбатлаһын өсөн беҙ краудфандинг башларға булдыҡ һәм 14 декабрь Башҡорт теле көнөндә кәрәкле сумманы йыйып проекттың уңыштары тураһында фарман бирергә теләйбеҙ. Барыһы ла уңышлы булһа беҙ уйындың баҫма форматын, өҫтәл уйыны итеп сығарырға уйлайбыҙ. Һәр кемде башҡорт телен цифрлаштырыуға өлөш индерегә саҡырабыҙ."

Проект уңышлы барған осраҡта ул ике ай эсенда IOS платформаһында килеп сығасаҡ. Проектты хуплар өсөн ошо махсус һылтанма аша үтергә мөмкин: https://planeta.ru/campaigns/alias

Уртаҡлашыу