ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Проекттар

Айыҡ ауыл — 2021

17 сентябрь 2021, 12:24

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл −2021» республика конкурсы башланды.

«Айыҡ ауыл — 2021» республика конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола. Бәйге саралары респубика Башлығы гранты саралары иҫәбенә үткәрелә.

Былтыр конкурс халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, муниципалитеттар араһында унда ҡатнашыу буйынса әүҙем эштәр алып барылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән, конкурста республиканың 54 районы ла ҡатнашҡан. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән конкурстың приз фонды ун тапҡырға арттырылғайны.

Конкурс республика өсөн яңылыҡ түгел: бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт-дарман, хуплау уятты. Бәйгенең маҡсаты бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Атап әйткәндә, «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул ҡабаттан тергеҙелде.

Проектта ҡатнашыуға сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы журналистар, эстрада йондоҙҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителә. Урындағы һәм дәүләт власы органдары иһә уның һөҙөмтәләре буйынса төрлө ҡануни акттар, башҡа документтар тәҡдим итә.

Бәйгелә ҡатнашырға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшеүгә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Конкурстың тәүге этабына һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына нигеҙләнеп яһай.

Эльвира Айытҡолова проекттың фәҡәт республика халҡы әүҙемлеге менән уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Иң бәләкәй ауылдар ҙа бәйгелә әүҙем ҡатнаша һәм уңыштарға өлгәшә, тине ул.

«Әгәр 2019 йылда конкурстың муниципаль этабында республиканың 10% ауылдары ҡатнашһа, республика этабында — райондарҙың 87%. 2020 йылда — ауылдарҙың 47%, ә райондарҙың бөтәһе лә ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә, сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткән, айыҡ тормош алып барған, төрлө үҙешмәкәр коллективтарҙа һәм спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнгән кешеләрҙең һаны, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән байрамдар һәм сараларҙың артыуы күҙәтелә; алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланып вафат булған граждандарҙың һаны кәмей, араҡы продукцияһын һатыу кимәле түбәнәйә»,— тип белдерҙе Эльвира Ринат ҡыҙы.

Конкурс тәртиптәренә килгәндә, унда ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Быйыл бәйге 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тикклем ике этапта үтә. Айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙа ыңғай тәжрибә ,өлгөлө миҫалдар менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана. 2020 йылда бындай тәжрибәне Баймаҡ һәм Белорет райондары ҡулланған.

Былтырғы кеүек үк конкурстың республика этабында еңеүселәр тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләнәсәк:

  • «Эре тораҡ пункттар»;
  • «Ҙур тораҡ пункттар»;
  • «Уртаса тораҡ пункттар»;
  • «Бәләкәй тораҡ пункттар»;

Һәр номинацила өсәрҙән 12 еңеүсе билдәләнәсәк. Бүләк фонды — 40 миллион һум.

6 миллион һумлыҡ иң ҙур приз «Эре тораҡ пункт» номинацияһында еңгән ауылға биреләсәк. Номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һум аласаҡ, тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, приз суммаһы төрлө буласаҡ.

«Айыҡ ауыл» конкурсына ғаризалар 16 сентябрҙән 30-на тиклем ҡабул ителә, 1 октябрҙән бәйгенең муниципаль этабы башлана. Бәйгелә ҡатнашырға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшеүгә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Конкурстың тәүге этабына һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойштороу комитеты презентация метариалдарына нигеҙләнеп яһай.

Былтырғы йылдарҙағы кеүек, бәйге барышында төрлө тематик акциялар үткәреләсәк. Конкурс тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт, документтар Бөтә донъя башҡорттры ҡоролтайының рәсми сайтында, социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә буласаҡ.

Эштең һөҙөмтәлелеген күрһәтеү, мәғлүмәтте күберәк таратыу маҡсатынан бәйге хаҡындағы барлыҡ материалдарға #ТрезвоеСело2021, #АйыҡАуыл2021 хештегтарын ҡуйыу тәҡдим ителә. Аҙаҡ тап ошо билдәләр ярҙамында иң әүҙем мәғлүмәт таратыусылар билдәләнәсәк.

20 сентябрҙә «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлай. 2019 йылда ошондай ғаризаны 464 ауыл тапшырһа, 2020 йылда тораҡ пункттарҙың һаны 2114-кә етте. Еңеүселәр һәм призерҙар аҡсалата бүләктәр алды. Беренсе урын яулаған ауылдарға — 5-әр, икенселәргә — 3-әр, өсөнсө урынды алыусыларға 2-шәр миллион һум аҡса бирҙеләр, был сумма ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн файҙаланыла.

Былтыр конкурста I урындарҙы бәләкәй ауылдар категорияһында Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы яуланы, урта ауылдар категорияһында — Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы, ҙур ауылдар категорияһында -Күгәрсен районы Исем ауылы, эре ауылдар категорияһында — Учалы районы Илсе ауылы алды.

II урындарға бәләкәй ауылдар категорияһында — Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы, урта ауылдар категорияһында — Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы, ҙур ауылдар категорияһында — Бөрө районы Баҡтыбай ауылы, эре ауылдар категорияһында Өфө районы Шамонин ауылы лайыҡ булды.

III урындарға бәләкәй ауылдар категорияһында — Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы, урта ауылдар категорияһында — Бөрйән районы Брәтәк ауылы, ҙур ауылдар категорияһында — Әбйәлил районы Таштимер ауылы, эре ауылдар категорияһында Тәтешле районы Шулған ауылы булды.

Әлеге ваҡытта аҡсалата бүләктәр еңеүселәр иҫәбенә күсә башлаған, райондарҙа төҙөкләндереү эштәре башланған.

Мәҫәлән, Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында тиҙҙән балалар спорт майҙансығы, хоккей ҡабы, ял паркы барлыҡҡа киләсәк. Благовар районында Үрге Ҡарғалы ауылы халҡы хоккей ҡабы эшләргә ниәтләй. Подрядчик билдәле, сентябрь аҙағында эштәр башланасаҡ.

Көйөргәҙе районында ла эштәр бара. Яҡут ауылында паркты төҙөкләндерәсәктәр, шулай уҡ, хоккей ҡабы эшләү күҙаллана. Һыу башняһына капиталь ремонт яһау ҙа ҡаралған.

Бөрйән районының Брәтәк ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп алған аҡсаны спорт, балалар майҙансыҡтарын төҙөргә, тренажерҙар һатып алыуға тотонмаҡсылар. Ә әбйәлилдәр балалар майҙансығы, янғын һүндереү депоһы төҙөргә ниәтләй.

Уртаҡлашыу