ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуНурия ИҡсановаФәнТәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтайОнлайнБалаҡатайНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

БР Конституцияһын үҙгәртеү тураһындағы закон проектына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәре индерелде

2 года, 10 месяцев назад

2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул итеүгә бәйле Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы республика Конституцияһын үҙгәртеү тураһында закон проектын ҡараны.

Унда федераль Конституциянан тейешле положениеларҙан тыш республикабыҙҙа әҙерләнгән пункттар ҙа бар — фекер алышыу барышында бөтәһе 170 тәҡдим ҡабул ителгән.

«2021 йылдың февралендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм яҡлау, дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен уҡытыу, традицион ҡиммәттәрҙе өйрәнеү йәһәтенән үҙ тәҡдимдәрен ебәрҙе. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан Конституцияһына төҙәтмәләрҙә сағылыш тапты», - тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Яңы редакцияның төп пункттары:

— Рәсәй буйынса минималь күләмдән кәм булмаған эш хаҡы гарантиялана;

— адреслы социаль ярҙам, социаль пособиеларҙы индексациялау гарантиялана;

— ғаилә ҡиммәттәренә айырыуса ҙур иғтибар бүленә, шул иҫәптән бәлиғ булған балаларҙың эшкә һәләтһеҙ ата-әсәләре тураһында хәстәрлек күреү тейешлеге;

— республикала ата-бабалар хәтере һаҡлана, быуындарҙың күсәгилешлеге һәм теләктәшлеге хуплана;

— Башҡортостан Республикаһындағы бөтә халыҡтарҙың һәм этник берләшмәләрҙең мәҙәни үҙенсәлеген яҡлау, этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау гарантиялана;

— Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен уҡытыу гарантиялана;

— республика уникаль тәбиғәт объекттарын - «Шүлгәнташ» ҡурсауылығы, «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы», «Ирәмәл» тәбиғәт парктарын, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау һәм Башҡортостан Республикаһының Милли мираҫ исемлегенә индерелгән башҡа тәбиғәт объекттарын айырым яҡлауға ала.

Беренсе уҡыуҙа депутаттар закон проектын бер тауыштан хупланы.

Уртаҡлашыу