Календарь ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф ФольклорБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрАғиҙелБлаговар районыБорайФәнБашҡорт милли кейемеБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреБашҡорт мәҙәниәте көндәреЮлдыбайБейеүБелорецкБизнесБуздәкСалауат районыСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмДәүләкәнТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатДыуанСпортҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыИнтернетКоронавирусДиктантТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурТатарстанБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Конкурс

Викимарафон «Башҡорттар»

Онлайн / 1 февраль 2021 – 31 декабрь 2021, 00:00

Йыл викимарафоны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә уҙғарыла. Башҡорт Википедияһында һәм ғөмүмән интернет киңлегендә башҡорт телендәге сифатлы мәғлүмәттең күләмен арттырыу, вики проекттар эшмәкәрлегенә район, ҡала, Рәсәй төбәктәре, сит ил ҡоролтайҙарын, башҡорт милли ойошмаларын йәлеп итеү, ирекмән мөхәррирҙәр иҫәбен күбәйтеү маҡсатында ойошторола.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында билдәләнгән темаларға яңы мәҡәләләр яҙыу һәм тулыландырыу, дөйөм базала элементтар яһау һәм аныҡлау, Викимилеккә фоторәсемдәр тейәү башҡарыла.

Мәҡәләләр һәм материалдар өсөн тематик йүнәлештәр: «Башҡорттар», «Тарихи Башҡортостан топонимияһы», «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары», «Исемең матур!», «1000 мотлаҡ һəм 10000 тəҡдим ителгəн мəҡəлə», «Башҡорт Википедияһының белешмə биттəре», «Юбилярға Википедия бүләге». Википедияла баҫылған мәҡәләләр һанына ҡарап, йыл һуңында район һәм ҡалалар иҫәбенә мәрәйҙәр өҫтәләсәк. Дөйөм мәрәйҙәр иҫәбенән сығып еңеүселәр билдәләнәсәк.

Шулай уҡ «Википедия: ҡыҫҡа танышыу курсы» программаһы буйынса онлайн уҡыу курсы үткəрелә. Уны Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев ойоштора.

Проект БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла

Проект хаҡында тулыраҡ.

Ойоштороусы: БашВики, Ҡоролтай
Уртаҡлашыу