Календарь ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф ФольклорБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрАғиҙелБлаговар районыБорайФәнБашҡорт милли кейемеБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреБашҡорт мәҙәниәте көндәреЮлдыбайБейеүБелорецкБизнесБуздәкСалауат районыСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырҒафуриМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмДәүләкәнТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатДыуанСпортҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыИнтернетКоронавирусДиктантТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурТатарстанБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Акция

Башҡорт тарихы йылы

БР, Рәсәй төбәктәре / 1 ғинуар 2021 – 31 декабрь 2021, 00:00

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте. Б

Башланғыстың бурыстары:

Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында, БДБ илдәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында башҡорт тарихын популярлаштырыу;

Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү;

башланғысты тормошҡа ашырыуға граждандар активистарын, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе йәлеп итеү;

үҫеп килеүсе быуынды башҡорт халҡы тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу.

Башҡорт тарихы йылы 2021 йылдың ғинуарынан декабргә тиклем уҙғарыла. Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ Башҡорт теле көнөндә — 2021 йылдың 14 декабрендә яһала.

Сараларҙың координаторы һәм консультанты — «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы.

Башҡорт тарихы йылын ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре, территориаль ҡоролтайҙар, башҡа йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар һәм берекмәләр.

Тулы мәғлүмәт — һылтанма буйынса.

Ойоштороусы: Ҡоролтай
Уртаҡлашыу