ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Луганскиҙа Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлеге мәңгеләштерелде

12 май 2021, 23:47

12 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы делегацияһы составында Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары ойошторолоуға ете йыл тулыуға арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһында ла булды. Тап ошонда 1943 йылдың февралендә легендар башҡорт командирының хәрби юлы фажиғәле өҙөлә.

Радий Хәбиров һәм республика делегацияһы ағзалары башҡорт атлылары һәйкәленә сәскәләр һалды һәм скверҙа ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Һәйкәл һәм сквер 2009 йылда генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы асылғайны.

Артабан Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән Петровское ҡалаһы мәктәбендә легендар комдивтың бюсын асыу тантанаһы үтте.

«Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлағанығыҙ өсөн барығыҙға ла сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Бында генерал Шайморатовтың, Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының һөйәктәре ята. Уларҙың хәтерен хөрмәтләгенегеҙҙе күреп торам. Шуға күрә һеҙҙе туғандар тип атайбыҙ. Туғандаш Башҡортостан Республикаһы халҡынан ҙур рәхмәт һеҙгә», — тине Радий Хәбиров.

Был яҙманы фәһемле тип тапһағыҙ, беҙҙең telegram-каналға яҙылырға саҡырабыҙ: t.me/kurultaibashkir

Уртаҡлашыу