ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Хәйбуллалар Еңеү диктанты яҙҙы

12 май 2021, 10:51

7 майҙа Хәйбулла районында төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһы ойошторолдо.

Диктант Бөйөк Еңеүгә арналды. Сара онлайн һәм оффлайн форматтарҙа уҙғарылды. Диктант өсөн Йыһат Солтановтың әҫәренән «Беҙ ҙә Еңеү яулаштыҡ!» тигән өҙөк алынған. Тексты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, билдәле актер һәм режиссер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.

«Был акция тәүге тапҡыр ойошторолһа ла, ҡатнашыусылар күп булды. Шуныһы ҡыуаныслы, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан, Норильск ҡалаһынан яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнашты. Артабан Еңеү диктанты матур йолаға әйләнер һәм йыл һайын үтеп торор тип уйлайбыҙ» ,- ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев.

Аҡъяр ауылы үҙәк район китапханаһында ойошторолған махсус майҙансыҡта 70-ләп кеше ҡатнашһа, диктант яҙыусыларҙың дөйөм һаны 500-ҙән ашып китте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев иң өлкән ҡатнашыусы Алһыу Юлдашбаеваға һәм иң кесе йәштәге ҡатнашыусы Айһылыу Байсуринанға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән бүләктәр тапшырҙы. «Еңеү диктанты» акцияһының бөтә ҡатнашыусылары ла сертификат алды.

Был яҙманы фәһемле тип тапһағыҙ, беҙҙең telegram-каналға яҙылырға саҡырабыҙ: t.me/kurultaibashkir

Уртаҡлашыу