ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһе Дәүләт Думаһында түңәрәк өҫтәлдә ҡараласаҡ

22 апрель 2021, 16:53

Бындай ҡарар Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тәҡдименән һуң ҡабул ителде. Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән комитеты «Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законына «этномәҙәни мәғариф ойошмаһы» төшөнсәһен индереү һәм уның эшмәкәрлеген көйләү буйынса» тәҡдимде ҡараясаҡ. Был башланғысты Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы 2020 йылдың 24 декабрендә Дәүләт Думаһына юллаған ине.

Тәүге тикшереүҙән һуң депутаттар закон проектында хоҡуҡи етешһеҙлектәр табып, уны кире ебәрҙе. Шул уҡ ваҡытта, Дәүләт Думаһы депутаттары фекеренсә, Рәсәйҙә милли телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе бик мөһим һәм ул айырыуса ҙур иғтибарға мохтаж. Шуға күрә Комитетта түңәрәк өҫтәл ойоштороу башланғысын хуплай.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вице-спикеры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова Дәүләт Думаһына закон проектын тәҡдим иткәне өсөн Дума депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаға рәхмәтен белдерҙе.

«Был закон проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы әҙерләнде. Беҙ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән ҙур эш атҡарып сыҡтыҡ. Бөтә дәғүәләр ҙә ҡабул ителде, профилле комитет менән беҙ был документты камиллаштырырбыҙ, түңәрәк өҫтәлгә әҙерләрбеҙ. Шулай уҡ был һорау буйынса эшкә Татарстандан коллегаларҙы өҫтәрбеҙ. Май айында ике республиканың парламенттары ултырышҡа йыйыла», — тип белдерҙе Эльвира Айытҡолова.
Уртаҡлашыу