Подкаст

Балалар торғаны менән бер мөғжизә!

2 март 2021, 17:25

Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте һәм сәнғәте өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Дәүләт премияһына быйыл яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды.

Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы «Илебеҙҙең беҙҙең ожмахтай. Страна чудес», тип исемләнгән ике телле китап сығарҙы.

«Башҡортостанға ҡарата һөйөү уятыу, тәбиғәтенең матурлығын күрһәтеү, башҡорт халыҡ йолалары менән балаларҙы таныштырыу маҡсаты бар ине. Балаларҙың иң саф хистәрен, шуҡлыҡтарын сағылдырырға тырыштым. Мин 25 йылдан ашыу мәктәптә эшләнем, шуға балаларҙың тормошон яҡшы беләм, холоҡ-фиғелдәрен һиҙемләйем, уларҙың телендә аралашырға яратам. Балалар торғаны бер мөғжизә!»– тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина «Илебеҙҙең беҙҙең ожмахтай. Страна чудес» китабы хаҡында
0:00
- 2:10
Уртаҡлашыу