Подкаст

Балыҡсыларҙың онлайн-әүҙемлеге

5 февраль 2021, 15:28

Асҡын районында үткән Балыҡсылар ырыуы йыйынында ырыу йәмәғәтселәренең быға тиклем алып барылған әүҙем эше билдәләнеп үтте. Ул ҡаҙаныштар иҫәбендә 2019 йылда уҡ тәүге йыйын үткәреп, йәмәғәт ойошмаһын булдырыу, ырыуҙың урындағы һөйләшенә бағышланған интернет-төркөмдөң эше.

Төркөмдөң етәксеһе - Ҡышлауйылға урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Ришат Лотфуллин әйтеүенсә, хәҙерге заманда милли ҡиммәттәрҙе һәм мәҙәни мираҫты киләһе быуынға тапшырыуҙың иң ышаныслы ысулы—ул социаль селтәрҙәр.

Ришат Лотфуллин интернет-төркөм хаҡында
0:00
- 2:10
Уртаҡлашыу