ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Шәжәрә төҙөү буйынса конкурс иғлан ителә

28 ғинуар 2021, 18:39

Башҡортостан Республикаһының Милли архивы һәм Архив эштәре буйынса идаралыҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған «Архив документтарында ғаиләм тарихы» темаһы буйынса IV асыҡ республика генеалогия конкурсы иғлан итте.

Конкурс 2021 йылдың 25 ғинуарынан 1 апреленә тиклем дауам итә һәм киләһе йәш категориялары буйынса уҙғарыла:

— белем биреү ойошмаларының 8-11 класс уҡыусылары һәм колледж студенттары;

— 30 йәшкә тиклемге юғары уҡыу йорттары студенттары һәм йәштәр.

Ижади бәйге өс номинация буйынса үткәрелә:

1. «Халыҡ иҫәбен алыу документтарында тыуған төйәк тарихы».

2. «Ғаилә архивы: шәжәрәмә асҡыс».

3. «Минең яҡташым — билдәле шәхес».

Ғилми-тикшеренеү эштәре 2021 йылдың 10 мартына тиклем ҡабул ителә. Ғаризалар ҡабул итеү өсөн электрон адрес: urakaeva.aa@bashkortostan.ru

Конкурстың положениеһы менән
https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/333193/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.

Шәжәрәне өйрәнеү аша беҙ тыуған яғыбыҙ, республикабыҙ һәм ил тарихын яҙабыҙ. Конкурста ҡатнашығыҙ һәм яңы ҡыҙыҡлы факттар менән танышырһығыҙ!

Уртаҡлашыу