ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы

27 ғинуар 2021, 20:36

Стратегия 2020 йылдың 25 декабрендә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең Башҡарма комитеты тарафынан ҡабул ителде. Документтың төп маҡсаты — дәүләт мәнфәғәттәрен, дөйөм кешелек өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, башҡорт халҡын үҫтереү, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына Ҡушымта ла әҙерләнгән. Унда авторҙар Стратегиялағы төп тезистарҙы һәм маҡсаттарҙы айырым яҙып, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы документты төҙөүгә ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерә. Айырым рәхмәт Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты Аҡманов Айтуған Ирек улына һәм Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре —Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улына, Аҫылғужин Рәфил Рифғәт улына, Бердин Азат Таһир улына, Зәйтүнов Рәсих Батыр улына еткерелә.

Уртаҡлашыу