ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы прокуратураға һәм Санкт-Петербург дәүләт университетына һораулы хаттар оҙатты

20 ғинуар 2021, 13:12

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы һәм Башҡарма комитеты Санкт-Петербург ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлидиҙең һәйкәленә бәйле хәлгә ҡарата борсолоуын белдерә.

Санкт-Петербург дәүләт университеты биләмәһендә урынлашҡан бюст Әхмәтзәки Вәлидиҙең фәнни ҡаҙаныштарын таныу йөҙөнән ҡуйылған һәм уны донъяның фәнни йәмәғәтселегендә абруй ҡаҙанған ғалим-төркиәтсе булараҡ һынландыра. Шулай уҡ, Вәлиди шәхесенә ҡарата йыш яңғыраған ғәйепләүҙәр тарихсыларға билдәле булған рәсми ҡағыҙҙар һәм архив материалдары менән нигеҙләнмәгән. Шул иҫәптән, Икенсе донъя һуғышы архивтарында ла бындай дәлилдәр юҡ.

Шуға ярашлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы прокуратура идаралығына һәм Санкт-Петербург дәүләт университетына махсус хаттар оҙатты. Был хәлгә бәйле уларҙан аңлатмалар көтәбеҙ.

Билдәле булыуынса, аҙаҡҡы бер нисә көн дауамында киң мәғлүмәт сараларында шик тыуҙырған яңылыҡтар баҫтырылып килә. Улар хәбәр итеүенсә, Санкт-Петербург ҡала прокуратураһы университеттың филология факультеты биләмәһендә 2008 йылда ҡуйлыған Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсын экстремизмға ҡаршы ҡануниәтте боҙоу осрағы, тип таныған.

Уртаҡлашыу