ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Сургут районындағы башҡорт ойошмаһы төбәк башлығы грантына эйә булды

3 года, 3 месяца назад

2020 йылдың февралендә Сургут районының «Яугир» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге" урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәсми статус алды. Тиҙ арала улар «Башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм көнкүреше» исемле проект тәҡдим итеп уңышлы яҡланы һәм район властарынан финанс ярҙамы алды. Был аҡсаға традицион костюмдар, уҡтар һатып алырға һәм 12 июнь Рәсәй көнөндә башҡорт диаспораһы менән таныштырыу сараһы үткәрергә планлаштырыла. Әммә коронавирус сәбәпле барлыҡ мәҙәни саралар ҙа кисектерелә. Шуға күрә атыу буйынса онлайн оҫталыҡ дәресе үткәрергә ҡарар ителә.

«Беҙ дүрт традицион уҡ-һаҙаҡ һатып алдыҡ. Онлайн ике сара үткәрҙек: башҡорт халҡының төп тарихи ваҡиғалары тураһында лекция, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе. Баҫып, тубыҡланып, боролоп атыу алымдарын аңлатыу өсөн махсус видео яҙҙырып күрһәттек. Инстаграм аккаунтындағы был яҙманы бик күп кеше ҡараны, комментарийҙар яҙҙы. Уҡтан атыу үзбәктәр өсөн дә, чечендар өсөн дә ҡыҙыҡ булып сыҡты,»— тип һөйләне йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәфил Дилмөхәмәтов.

Ойошманың тағы ла бер проекты — мәктәп ҡарамағында эшләүсе йәкшәмбе башҡорт класы. Дәрестәрҙе Лидия Рамазанова алып бара, улар ике сәғәт бара. Балалар туған телен, традицион мәҙәниәтен өйрәнә.

Уртаҡлашыу